Бала тыуғас башҡарылған йолаларҙы үтәүҙең әһәмиәте
Йола төрҙәре
Ислам динендә өлкән кешеләрҙең хоҡуҡтары булған кеүек үк, яңы тыуған, бәләкәй генә булһалар ҙа, сабый балаларҙың да хоҡуғы бар. Балаларҙың хоҡуҡтары тураһында Аллаһу Тәғәлә Үҙенең китабы Ҡөрьән Кәримдә әйтә. Шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙенең хәҙиcтәрендә лә бик ентекле һәм асыҡ итеп аңлатҡан.
Сабый тыуғас, ата-әсәне ҡотлау, сәсен ҡырыу, тәхник һөртөү, ғәҡыҡа ҡорбаны салыу, исем ҡушыу, сөннәткә ултыртыу – былар Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ күркәм булған сөннәт эштәре. Пәйғәмбәребеҙҙең сөннәтен үтәү, беренсенән, Ҡиәмәт көнө уның шәфәғәтенә ирешеүгә сәбәптер, икенсенән, балалар хоҡуғын үтәү – сауаптыр, өсөнсөнән, был сөннәт эштәрҙең балалар һаулығына бик күп файҙа килтереүелер һәм, дүртенсенән, балаларҙың киләсәктә ата-әсәһенә рәхмәт әйтеүелер.
Бала – юғарыла әйтелгәнсә, Аллаһу Тәғәләнең ата менән әсәгә биргән бүләге, аманаты һәм рәхмәте. Шуға күрә, мосолман кешеһенең сабый балаһы тыуғас туғандарына, дуҫтарына хәбәр итеүе, йәғни, һөйөнсө алыуы һәм доға ҡылыуы Ислам динендәге күркәм эштәрҙең береһе. Был турала Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә әйтә (мәғәнәһе): «... Беҙ уны (ҡатынды), Исхаҡ (тыуасаҡ улы) тураһында хәбәр итеп, һөйөнсөләнек...» («Һуд» сүрәһе, 71-се аят). Йәки икенсе бер аятында әйтә (мәғәнәһе): «Эй Зәкәрийә, Беҙ һине һөйөндөрәбеҙ бер ул менән...» («Мәрйәм» сүрәһе, 7-се аят). Шулай уҡ, ир бала йәки ҡыҙ бала тыуыуы икеһе лә берҙәй ҡабул ителергә тейеш, тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Бер кешенең ике йәки өс ҡыҙы булып, уларҙы мосолман итеп тәрбиәләп үҫтерһә, Ҡиәмәт көнөндә миңә яҡын булыр, балалары ата-әсәһе өсөн йәһәннәм утынан ҡалҡан булыр». Жәһилиййә1 ваҡытында мөшриктәр, ҡыҙ балалары тыуһа, йөҙҙәре ҡарайып нәфрәт белдергәндәр, уларҙы тереләй ергә күмгәндәр, үлтергәндәр. Был хаҡта Ҡөрьән Кәрим аяттарында әйтелә (мәғәнәһе): «Наҙанлыҡ, ахмаҡлыҡ менән үҙ балаларын үҙҙәре үлтереүселәр, дөрөҫлөктә, һәләк булдылар...» («Әл-Исра» сүрәһе, 31-се аят). Аллаһу Тәғәлә, бының ҙур гонаһ икәнен иҫкәртеп, Үҙенең китабында әйтә (мәғәнәһе): «Фәҡир булыуҙан ҡурҡып, балаларығыҙҙы үлтермәгеҙ. Балаларығыҙҙы ла, үҙегеҙҙе лә Беҙ ризыҡландырабыҙ, әлбиттә, үҙ балаларын үлтереүҙәре ғәфү ителмәй торған хаталыр, ҙур гөнаһтыр» («Ән-Нәхл» сүрәһе, 59-сы аят). Ислам диненең килеүе кешеләрҙең аңын, ҡыҙ балаларға ҡарашын үҙгәрткән, сөнки Аллаһ ҡаршыһында ир йәки ҡыҙ баламы, айырма юҡ, был Уның өсөн мөһим түгел.
Сабыйы тыуған кешене ҡотлап, изге теләктәр теләү, доға уҡыу ата-әсәнең күңелен күтәрә, арала ҡәрҙәшлек, дуҫлыҡ хисе нығый. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе, сабыйҙары тыуған ата-әсәне ҡотлап, уларға доға ҡылған: «Бәәракәллааһу ләкә фил мәүһүүби ләк, үә шәкәртәл үәәһиб, үә бәләға әшүддәһ, үә рүзиҡтә бәрраһ» (Аллаһ һиңә бирелгән бүләк менән, һинең тормошоңдо бәрәкәтле ҡылһын, һин Аллаһтың биргәненә шөкөр ит һәм Аллаһу Тәғәлә балаңдың үҫеп етеүен һәм һиңә мәрхәмәтле булыуын күрергә насип итһен).
Ир кеше ҡатынын да иғтибарһыҙ ҡалдырырға тейеш түгел. Аллаһу Тәғәләгә шөкөр итеп, ҡатынына рәхмәт әйтеп, уға бүләк биреү шәриғәткә ҡаршы килмәй, бәлки аралағы мөхәббәт хисен генә арттырасаҡ, тигән Пәйғәмбәребеҙ хәҙисендә.
Бала тыуғас башҡарыла торған сөннәт ғәмәлдәрҙең йәки бала хоҡуҡтарының беренсеһе – сабый баланың ҡолағына аҙан әйтеү: «Аллааһу әкбәр (4 тапҡыр). Әшһәдү әлләә иләәһә илләллааһ (2 тап.). Әшһәдү әннә Мүхәммәдәр-расүүлүллааһ (2 тап.). Хәййә ғәләс-саләәһ (2 тап.). Хәййә ғәләл фәләәх (2 тап.). Аллааһу әкбәр (2 тап.). Ләә иләәһә илләллааһ (1 тап.)», тип уң ҡолағына аҙан, ә һул ҡолағына ҡамәт: «Аллааһу әкбәр (4 тап.). Әшһәдү әлләә иләәһә илләллааһ (2 тап.). Әшһәдү әннә Мүхәммәдәр-расүүлүллааһ (2 тап.). Хәййә ғәләс-саләәһ (2 тап.). Хәййә ғәләл фәләәх (2 тапҡыр). Ҡад(е) ҡаамәтис-саләәһ (2 тап.). Аллааһу әкбәр (2 тап.). Ләә иләәһә илләллааһ (1 тап.)», тип әйтеп, сөннәт ғәмәлдең икенсеһен үтәү – балаға матур мәғәнәле, мосолман исемен ҡушыу, сөнки Ҡиәмәт көнө яуап биреү өсөн һәр бер кешене исемен әйтеп саҡыралар. Шул ваҡытта кешенең исеме насар мәғәнәле булһа, ул кеше оялып: «Аллаһу Тәғәлә мине был донъяға мосолман итеп яратҡан ине, ә һеҙ миңә насар мәғәнәле исем ҡуштығыҙ», − тип ата-әсәһенән зарланасаҡ. Ләкин Ҡиәмәт көнөнөң хөкөмө исемдән генә тормаясаҡ, ә донъяла йәшәгән ваҡытта ҡылған изге йәки яуыз ғәмәлдәрҙең нәтижәһенән торасаҡ.
Насар мәғәнәле исемдәрҙе алмаштырығыҙ, тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙенең хәҙисендә. Балаларға пәйғәмбәрҙәр хөрмәтенә уларҙың исемен ҡушыу маҡтауға лайыҡ, айырыуса, баланы Пәйғәмбәребеҙ салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең исеме – Мөхәммәд тип атау. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе үк быны кәңәш иткән, шулай уҡ ҡыйыу, тәҡүәле, тәүәккәл, белемле булған сәхәбәләрҙең, ғалимдарҙың, әүлиәләрҙең исемдәрен ҡушыу күркәм эш. Иң яҡшыһы − Аллаһ исемдәренә «ғәбд» (ҡол) һүҙен ялғап ҡушылған исемдәр. «Аллаһу Тәғәләнең иң яратҡан исеме – Ғәбдуллаһтыр, һуңынан Ғәбдуррахман исеме», – тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ.
Ә был исемдәрҙе Пәйғәмбәребеҙ ﷺ балаларға ҡушыуҙы тыйған: Мәликүл-мүлек йәки Шәхиншәх (хакимдең хакиме), Шиһәб (атылған йондоҙ), Харб (һуғыш), Мүр-рат (әсе), Бәракәт (бәрәкәт), Рабәх (табыш, төшөм), Нәби (пәйғәмбәр), Ғәбдүн-нәби (пәйғәмбәрҙең ҡоло), Ғәбдүр-расүл (Расүлдең ҡоло), Ғәбдүл-ҡәғбә (Ҡәғбәнең ҡоло), Ғәбдүд-дәр (йорттоң ҡоло), Жәруллаһ (Аллаһтың күршеһе), Рафиҡуллаһ (Аллаһтың дуҫы). Шулай уҡ бот (һын), хайуан, ҡош һәм фәрештәләрҙең исемдәрен ҡушыуҙан һаҡланырға кәрәк.
Балаға исем бирер алдынан, тәүҙә исемдең мәғәнәһен ҡарау шарт, ә уның яңғырашлы, заманса булыуын күҙ уңында тоторға ярамай. Күп ата-әсә, замандан артта ҡалмайыҡ, тип, көнбайыш илдәренең модаһына эйәрә һәм балаларына ҡолаҡҡа ят булған, халыҡты төрлө гонаһ эштәр ҡылырға саҡырыусы иманһыҙ артистар, кинофильм геройҙарының, шулай уҡ, фәҡәт хайуандарға (айырыуса, эт-бесәй исемдәре) ғына яраҡлы исемдәр ҡуша. Бала, бәләкәй булһа ла − кеше, киләсәктә был исем менән уға йәмғиәттә йәшәргә кәрәк буласаҡ.
Был сөннәт ғәмәлде, бала тыуғас та, йәки тыуғандан һуң 7-се көнөнә башҡарығыҙ, тигән пәйғәмбәребеҙ үҙенең хәҙисендә. Күп ата-әсә, белмәүҙәре сәбәпле, йә булмаһа, «күп белеүселәр» кәңәше буйынса, сабыйға айҙар буйы, 40 көнгә, хатта йылға тиклем исем ҡушмай. Кешегә исем ҡушыу ир-егеттәр вазифаһы. Ҡатын-ҡыҙҙар исем ҡушыу йолаһын үткәрә алмай. Исем ҡушыу йолаһын сабыйҙың атаһы, олатаһы йәки мәсет имамы башҡара ала.
Баланың ҡолағына аҙан әйтеп, исем ҡушыуҙың хикмәте бик ҙур. Бала тыуғас та ишеткән тәүге һүҙе – Аллаһу Тәғәләне ололау һәм Уның пәйғәмбәре Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмде маҡтау, шулай уҡ баланы иманлы, тәүфиҡле, изге булыуға саҡырыуҙыр. Аҙандың көслө тәьҫире, хатта бала был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңламаһа ла, балаға барып етә. Аллаһты берләү «Ләә иләәһә илләллааһ» һүҙе баланы шайтандың яуызлығынан һаҡлай. Ғалимдарҙың фәнни асышы буйынса, сабый баланың ишетеү ағзалары әсәнең ҡарынында үк үҫешә башлай һәм әсәһенән ишеткәндәрен хәтерендә ҡалдырырға һәләтле. Бала тыумаҫ элек әсәһенең уны яратып әйткән яғымлы һүҙҙәрен (аятүл «Күрси», доға, зекерҙәр) тыуғас та ишетһә, сабый әсәһе әйткән һүҙҙәрҙе хәтеренә төшөрә һәм бала шатланып йылмая, ти ғалимдар.
Күркәм сөннәт ғәмәлдәрҙең өсөнсөһө – тәхник, йәғни баланың аңҡауына сәйнәлгән йәки башҡа ысул менән йомшартып шыйығайтылған финик емешен һөртөү. Тәхникте пәйғәмбәребеҙ үҙенең һәм сәхәбәләренең балаларына ла һөрткән. Тәхниктең хикмәте: сабый баланың ауыҙ ҡыуышлығының мускулдарын нығытыу, әсәһенең күкрәк һөтөн яҡшыраҡ имеүгә әҙерләүҙер. Ғалимдарҙың асыҡлауы буйынса, баланың аңҡауына тәхник һөртөү баш мейе имгәнеүенән һаҡлауҙың иң осһоҙ һәм юғары эффектлы ысулы. Шулай уҡ, составында глюкозаһы булған финик емеше баланың организмын файҙалы, тиҙ үҙләштерелгән шәкәр менән тәьмин итә һәм баланы туҡ тотасаҡ. Әгәр финик булмаһа, бал һәм шуның кеүек татлы тәм-том ҡулланыу мөмкин. Ниндәйҙер сәбәп менән балаға тәхник һөртөү сөннәте үтәлмәгән булһа, ата-әсәгә гонаһ булмай, ти мосолман ғалимдары.
_______________________________________
1) Наҙанлыҡ, белемһеҙлек.
2) Мәжүсилек; мәжүсилек осоро.