Бала нимә тураһында уйлағанын нисек белергә?

Бала нимә тураһында уйлағанын нисек белергә?

Балаға ныҡ иғтибарлы булырға кәрәк, айырыуса хәҙерге заманда. Әммә бында ла беҙгә алтын урталыҡ табырға, һаҡ булырға кәрәк.

 

Ҡайһы саҡта баланың үҙенең бүлмәһендә (шәхси территорияһында) бер үҙенә ҡалырға форсат биреү кәрәклеген дә онотмайыҡ. Балалар бының өсөн беҙгә рәхмәтле генә булыр. Шул саҡта улар беҙҙе үҙенең һүҙен, фекерен көсләп тағыусы диктатор итеп түгел, дуҫ итеп ҡабул итәсәк. Шулай уҡ саманан ашып киткән иғтибарыбыҙ балаларҙың алдашып, беҙҙән мөһим әйберҙәрен йәшереп, йыраҡлаша башлауына килтерергә мөмкин. Көтмәгәндә «атайҙар һәм балалар» проблемаһының ҡалҡып сығыуы бар.

Йәндәй күргән балаларыбыҙ менән бер туҡтауһыҙ сүселдәп, мыйылдап тороу уларҙы боҙа ғына. Үткән дәүерҙе киләсәк менән ялғаусы күпер ише улар, йәш быуын да беҙгә һабаҡ бирерлек. Хәҙерге балалар беҙгә ҡарағанда белемлерәк, зирәгерәк, ихласлыраҡ та. Һәм беҙгә ҡайһы ваҡыт улар алдында үҙ хаталарыбыҙҙы йә яңылышлыҡ эшләй алыуыбыҙҙы танырға кәрәктер. Үҙенең хаталарын күрә һәм таный белгән кеше генә еңеүсе була ала! Үҙ хаталарыңды таныу үҫмерҙең һөйөүенә ҡамасау итә алмай, киреһенсә, беҙгә ҡарата ышанысы ғына артыр.

Баланың хәл-торошон, уны нимә борсоуын аңлар өсөн уға дөрөҫ һорауҙар бирә белергә кәрәк. Әйҙәгеҙ, ҡайһы берҙәрен хәҙер ҡарап үтәйек. Кем белә, бәлки, түбәндәге һорауҙарға ҡыҙыҡлы йә ғәжәйеп яуап алырһығыҙ! Бала менән нисек асыҡтан-асыҡ һөйләшергә мөмкин? «Мәктәптә хәлдәр нисек?», «Ниндәй яңылығың бар?», «Бөгөн нимә менән шөғөлләндең?», «Көнөң нисек үтте?» һәм шуның һымаҡ башҡа һорауҙарға ҡалыпҡа һалынған шаблон яуаптар ғына аласаҡһығыҙ! Әйҙәгеҙ, баланың кәйефен, борсолоуҙарын, ҡыуаныслы мәлдәрен тулыраҡ асып биреүсе һорауҙарға мөрәжәғәт итеп ҡарайыҡ.

  1. Бөгөн мәктәптә һиңә нимә оҡшаны, һинең менән ниндәй һөйөнөслө ваҡиға булды? Айырыуса нимә иҫтә ҡалды? Нимә оҡшаманы? Һине берәйһе үпкәләтмәнеме йә асыуыңа теймәнеме?
  2. Шуны беләһем килә: бөгөн һине берәйһе мәктәптә йә мәктәптән ҡайтҡас көлдөрҙөмө? Һинән бер кем дә көлмәнеме?
  3. Класыңдан кемдәр оҡшай һиңә? Бер парта артында кем менән ултырырға теләр инең? Ә кем менән теләмәҫ инең? Ни өсөн?
  4. Мәктәптә яратҡан урының бармы? Дуҫтарың, класташтарың менән ҡайҙа йыйылырға яратаһығыҙ? Мәктәптән сыҡҡас?
  5. Бөгөн һинең менән йә иптәштәрең менән ниндәйҙер сәйер хәл булманымы? Бер нәмә лә кәйефеңде боҙманымы?
  6. Берәй уҡытыусыңды беҙгә ҡунаҡҡа саҡырырға теләр инеңме? Кемеһен? Нимәһе менән оҡшай ул һиңә? Килһә, был уҡытыусы һинең турала нимә һөйләр икән?
  7. Һин бөгөн берәйһенә ярҙам иттеңме?
  8. Бәлки, бөгөн һиңә кемдер ярҙам иткәндер?
  9. Бөгөн мәктәптә ниндәй яңылыҡтар? Мәктәптән ҡайтҡас нимәләр булды?
  10. Бөгөнгө көндөң иң бәхетле ваҡиғаһы йә мәле. Кемдәр ҡыуандырҙы?
  11. Моңһоу, күңелһеҙ мәлдәрең булдымы? Шунан кәйефеңде нимә йәки кем күтәрҙе? (Ошо һорауға ыңғай яуап булһа, ошо хәлгә ни өсөн тарығанын, был хәлдән сығырға кем ярҙам иткәнен асыҡлағыҙ).
  12. Класташтарың менән урманда йөрөһәң, берәйһенең юғалып йә аҙашып ҡалыуын теләр инеңме? Уның бөтөнләйгә әллә ваҡытлыса ғына юғалыуын теләйһеңме?
  13. Тәнәфес ваҡытында нимә менән шөғөлләнәһегеҙ? Кем менән уйнайһың? Кемдән ситләшәһең?
  14. Һинеңсә бөгөнгө көндөң иң сағыу ваҡиғаһы.
  15. Бөгөн мәктәптә һиңә ниндәй фәндәр айырыуса оҡшаны? Нимәһе менән иҫтә ҡалды?
  16. Мәктәптә тағы ла нимәләр тураһында белергә теләр инең?
  17. Мәктәптә бөгөн хәл ителмәй ҡалған һорауҙарың (мәсьәләләрең) ҡалдымы? Булһа, дәрескә әллә берәйһенә бәйлеме улар?
  18. Класта бер кем менән дә аралашмаған балалар бармы? Бәлки, кемделер мыҫҡыллайҙарҙыр? Һин быға нисек ҡарайһың?
  19. Тәнәфесте ҡайҙа үткәрәһең, ҡайҙа булаһың?
  20. Бөгөн нисек ашаттылар?
  21. Төшкө ашҡа нимә бирҙеләр? Нимәһе айырыуса ныҡ оҡшаны?
  22. Уҡытыусы булғың киләме? Мәктәп директоры? Әгәр ҙә етәксе булһаң, мәктәптә нимәне үҙгәртер инең?
  23. Кластан йә мәктәптән кемеһен бер кеше лә йәшәмәгән утрауға ебәрер инең? Походҡа (сәфәргә) кемде алыр инең?
  24. Класта һиңә кем оҡшай? Һин нисек уйлайһың, ул яҡшы кешеме? Лидер бармы?

Ата- әсәләр иғтибарына

Балағыҙ уның тормошо, уҡыуы, уңыштары йә киреһенсә уңышһыҙлыҡтары, дуҫтары менән мөнәсәбәте менән ихлас ҡыҙыҡһыныуығыҙҙы, иң мөһиме эскерһеҙ һөйөүегеҙҙе тойоп йәшәһен. Бының өсөн үрҙәге исемлектән көнөнә өсәр-бишәр һорау биреү ҙә ныҡ ярҙам итәсәк.

 

 

Регина Ғәлиева

 

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Милли кейем

Милли кейем – ул халҡымдың Сағылышы, йөҙө. Оҫта ҡулы, көс-ҡеүәте, Сәсәнлеге, һүҙе. Ҡыҙҙарының гүзәллеге, Ир-атының сәме. Ағинәйҙәр аҡылы ла, Аҡһаҡалдар ғәме. Милли кейем – ул халҡымдың Ҡабатланмаҫ йәме. Бал, ҡорото, сәксәгенең, Ҡымыҙының тәме. Меңдәр янында танытҡан Рух...


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...


Кишер менән нут борсағы турамаһы

Ингредиенттар: 1 эре кишер бешкән нут борсағы - 100 г бер бәйләм петрушка үләне Тәм буйынса тоҙ, ҡара борос, паприка, куркума үҫемлек майы   Әҙерләү барышы: Кишерҙе эре тешле ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Петрушка үләнен ваҡлап турағыҙ. Бешкән нут борсағын һәм тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Етен...


Әжәл менән яғалашҡанда

Ғәмәлдә, әсә менән ҡыҙ серҙәш була, тиҙәр. Бәлки, күпселектә шулайҙыр ҙа. Ә бына, һикһән йәшкә еткәнсе, оҙон ғүмер юлы үткән кешегә төрлөһөн осратырға тура килде.   Нуриман районының Яманйылға урман хужалығында эшләп йөрөгәнемдә, дөйөм ятаҡханала урман хужалығы техникумында үҙ аллы уҡып...