Кейемен күр ҙә хәлен күр

Кейемен күр ҙә хәлен күр

Кейемен күр ҙә хәлен күр

Ир- егеттәрҙең кейеме:

- Ир- егеттең ғәүрәт урыны кендегенән алып тубығына ҡәҙәр (Мөслим; Тирмиҙи; Табәрани; Әхмәд; Хәким).

- Ир- егеттәр ҙә тәненә үтә ныҡ һыланып, һығып торған кейемдәр кейергә тейеш түгел.

- Ергә тейеп торған кейемдәр кейеү тыйыла, был тәкәбберлек билдәһе (Бохари; Мөслим; Нәсәи; Тирмиҙи; Әбү Дәүд).

- Кейемдең (салбар һ.б.) оҙонлоғо шайтан ашығынан өҫтәрәк булырға тейеш (Бохари; Мөслим).

- Ир- егеттәргә саф ебәктән, парсанан тегелгән кейем кейеү тыйылған (Бохари; Мөслим; Әбү Дәүд; Хәким).

- Фәҡәт ҡысынма (чесотка) ауырыуы булған кешегә генә ебәктән тегелгән кейем кейеү рөхсәт (Бохари).

- Ир- егеттәрҙең тәненә, кейеменә зәғфрән һөртөү тыйылған (Мөслим; Әбү Дәүд; Нәсәи; Тирмиҙи).

- Ир кешенең кейемендәге ялтыр ептәрҙән сигелгән биҙәк ике бармаҡ киңлегенән артмаҫҡа тейеш (Бохари).

- Спорт менән шөғөлләнгәндә йәки күл- йылғала һыу ингәндә, ғәүрәт урындарҙы ҡаплау, йәғни, плавки түгел, ә тубыҡҡа етеп торған ыштан кейеү.

 

Ҡатын- ҡыҙҙарҙың кейеме:

- Ҡатын- ҡыҙҙың йөҙөнән, ҡул суғы һәм аяҡ табанынан тыш, бөтөн кәүҙәһе ғәүрәт һанала (24:31; 33:59).

- Ҡатын- ҡыҙҙың бөтә тәнен ҡаплап кейенеүе, шулай үк яулыҡ ябыныуы, ҡатын- ҡыҙҙың уйлап сығарған теләге, көйһөҙлөгө йәки модаға эйәреүе түгел, ә был Аллаһу Тәғәләнең Ҡөрьәндә бойорған әмере (24:31; 33:59; Бохари; Әбү Дәүд).

Фәнни асыш: тәнде ҡаплап йөрөү юғары ҡан баҫымынан, тромбоздан, тирене иртә ҡартайыуҙан, йыйырсыҡтарҙан, тире рагынан һаҡлай, ә сәстәр үҙ матурлығын, һығылмалығын, дымлылығын оҙаҡ юғалтмай, ти медицина ғалимдары. Һалҡын миҙгелдә генә түгел, ә эҫе көндәрҙә лә башҡа яулыҡ ябыныу бик файҙалы.

- Уңайлы (ел иҫкәндә, итәк күтәрелмәһен, үтә күренмәһен һ.б.) булһын тип, ҡатын- ҡыҙ салбар кейһә, салбар өҫтәнән күлдәк кейергә тейеш, сөнки салбар ир- егет кейеме һанала.

- Ҡатын- ҡыҙҙың күлдәге (салбар) аяҡ табанының арт өлөшөн (үксәне) ҡаплап торорға (Әбү Дәүд; Нәсәи; Бәйһаҡи), ләкин ергә һөйрәлеп йөрөргә тейеш түгел, сөнки ерҙә төрлө нәжес, бысраҡ булыуы мөмкин (ҡан, ҡаҡырыҡ, һейҙек һ.б.).

- Үксә күренмәһен өсөн, ойоҡбаш (носки) кейеү.

- Кейем үтә күренмәле, йоҡа һәм тар (тәнгә һыланып) торорға тейеш түгел (Бохари; Мөслим; Әхмәд; Әбү Дәүд; Бәйһаҡи).

- Саманан тыш уҡалар менән биҙәлгән йәки ялтырап торған кейемде кейеүҙән һаҡланыу кәрәк.

- Урамға сыҡҡанда, хушбуй еҫе һеңгән кейем кеймәү (Мөслим; Тирмиҙи; Әбү Дәүд).

- Ҡатын- ҡыҙға саф ебәктән, парсанан тегелгән кейемдәрҙе өйөндә генә кейеү рөхсәт ителгән (Бохари; ибне Мәджәһ).

- Йорт эсендә кейеп йөрөгән кейемдә (эске күлдәк, топик, шорты, бриджи һ.б.) урамға сығыу тыйыла (33:33; Әхмәд).

- Намаҙ уҡығанда ла бөтөн кәүҙәне ҡаплау тейеш (Мөслим; Әхмәд; Әбү Дәүд; Тирмиҙи; ибне Мәджәһ; Хәким; Бәйһәҡи).

- Спорт менән шөғөлләнгәндә йәки күл- йылғала һыу ингәндә, кейем тәнде ҡаплап торорға тейеш. Бының өсөн махсус кейемдәр тегелә.

Балалар кейеме:

- Бәләкәй балаларҙың өс йәшкә тиклем ғәүрәт урындары тигән төшөнсә юҡ.

- Өс йәштән алып мүкәлләф (бәлиғ булған, буйға еткән, ҙурайған, яуаплы) булғанса балаларҙың енси ағзаларын ҡаплау кәрәк (Әхмәд).

- Бәлиғ булғандан һуң ир һәм ҡыҙ балаларҙың ғәүрәт урындарын ҡаплау тейеш була.

- Ҡыҙ балаларҙы (хижәп кейеү, башҡа яулыҡ ябыу) кейем әҙәбенә йәштән өйрәтеү (Мөслим; Әхмәд; Әбү Дәүд).

- Балаға төрлө төҫтәге кейемдәр кейҙереү мөмкин, ләкин зәғфран төҫөнән һаҡланыу зарур (Мөслим; Әхмәд; Әбү Дәүд).

- Балаға кеше, хайуан йәки ҡош һүрәттәре төшөрөлгән кейемдәрҙе кейҙермәү хәйерле (Бохари; Әбү Дәүд; Әхмәд).

- Балаға иманһыҙлыҡҡа, әхлаҡһеҙлеккә һ.б. саҡырыусы сит телдәге һүҙҙәр яҙылған йәки иманһыҙлыҡ символдары (тәре, алты мөйөш һ.б.) төшөрөлгән кейемдәрҙе кейҙереүҙән һаҡланыу.

 

Баш кейеме:

- Мосолман менән мөшриктең айырмаһы − баштағы салмалы (сәлләле) түбәтәйҙер (Тирмиҙи; Әбү Дәүд; әл- Бәни).

- Ир- егеттең баш түбәһен түбәтәй (салма һ.б.) менән ҡаплап йөрөүе Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сөннәтен үтәү сауабына ирешеүҙер, сөнки Пәйғәмбәр ﷺ Миғраж кисәһендә фәрештәләрҙең салмалы булыуын күргән (Һәйҫәми).

- Башҡа салма, түбәтәй кейеп йөрөү, шулай уҡ намаҙҙы башты ҡаплап уҡыу − Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сөннәте (Бохари; Мөслим; Тирмиҙи; Әбү Дәүд).

- Ҡатын- ҡыҙҙың яулығы (шарф) муйынын, сикәһен ҡаплап торорға һәм үтә күренмәле булырға тейеш түгел.

- Ҡатын- ҡыҙ башына ир- егеттәр кейеме һаналған бүрек (кәпәс) кейһә, бүрек аҫтынан яулыҡ ябыныу шарт. Эшләпәгә лә шул уҡ тәртип ҡағыла.

Фәнни асыш: ир- егеттәрҙең дә, ҡатын- ҡыҙҙарҙың да баш түбәһе ҡаплы булыуы сәстең өҫкө ҡатламын ультрафиолет нурҙарынан һаҡлай. Ҡатын- ҡыҙҙың сәсе «антенна» кеүек һәр насар «мәғлүмәтте» (күҙ тейеү, сихыр һ.б.) үҙенә йыя бара һәм баш түбәһендә кешенең нервы һәм психикаһының хәленә яуап биргән күҙәнәктәр аша эске ағзаларға инеп урынлаша, йәғни асыҡ сәс, баш түбәһе, шулай үк кендек кеүек урындар ен- шайтандарҙың инеүенә еңел юл аса, ти медицина ғалимдары

 

Аяҡ кейеме:

- Аяҡ кейеме атлап йөрөү өсөн уңайлы булырға тейеш (Мөслим).

- Ҡатын- ҡыҙҙың бейек үксәле аяҡ кейеме кейеүе зина ҡылыуға инә, сөнки бейек үксәле аяҡ кейеменең туҡылдауы ир- егеттәрҙең иғтибарын йәлеп итә (24:31).

Фәнни асыш: медицина ғалим-дарының әйтеүенсә, бейек үксәле аяҡ кейеме кейеү умыртҡа һәм янбаш һөйәктәренең, ә был, үҙ сиратында, эске ағзаларҙың урындарынан күсеүенә, сколиозға, шулай уҡ аяҡ ауырыуҙарына (артрит, варикоз) килтерә.

- Аяҡ кейемен ултырып кейегеҙ, тигән Пәйғәмбәр ﷺ (Әбү Дәүд).

- Аяҡ кейеменең береһе йыртылһа, уны төҙәткәнгә тиклем икенсе аяҡ кейемен кейеп йөрөмәү (Бохари; Мөслим). (аңламаным Ә.Б.)

 

Кейем кейеү тәртибе:

- Өҫ кейемен һәм аяҡ кейемен уң яҡтан кейә башлау (Бохари; Мөслим; Әбү Дәүд; Тирмиҙи; ибне Мәджәһ).

- Яңы кейем кейгәндә ошо доғаны уҡыу: «Әлхәмдү лилләәһил- ләҙии кәсәәнии мәә үәәрии биһи ғәүрати үә әтәжәм- мәлү биһи фии хәйәәтии» (Был кейемде миңә кейҙергән Аллаһу Тәғәләгә маҡтауҙар булһын, Ул уны миңә бүләк итте, һәм мин уның менән ғәүрәт урындарымды ҡаплайым) (Мөслим).

- Йорт эсендә йөрөү өсөн кейем кейгәндә «әл- Фәтиха» сүрәһен уҡыу.

 

Кейем сисеү тәртибе:

- Ендәр ғәүрәтте күрмәһен өсөн, кейемдәрҙе сискәндә «Бисмилләәһ» (Аллаһ исеме менән) тип әйтеү һәм һул яҡтан һалыу (Бохари).

- Кейемдәрҙе алмаштырыу өсөн сисенгәндә лә «Бисмилләәһ», тип әйтеү (Табәрани) менән Аллаһ кеше ғәүрәте менән ендәр араһына шаршау ҡора.

- Шайтан сискән кейемде кеймәһен өсөн, матурлап таҫлап һалып (элеп) ҡуйыу.

 

Әминә Ноғоманова- Ғәзизова, Сибай ҡалаһы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...