«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.

 

Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп уйланып торғандан һуң, Чесноковка ауылында йәшәгән ҡыҙыма барып ҡайтырға иҫәпләп, автобус туҡталышына йүнәлдем.

Шаулап торған ҡала ығы-зығыһынан һуң тынлыҡҡа төрөнгән ауыл урамына килеп төшкәс, фекер асылып, күңел күтәрелеп китте. Йыш ҡына сәләмләшеп, хәл-әхүәл һорашып йөрөгән Ғәлиә апайҙы осратып, «Әс-сәләм» гәзитенең бер нисә һанын тоттороп, ҡыҙымдың өйөнә табан атланым...

Күпмелер ваҡыттан һуң, ошо урамдан китеп барышлай, юлдың икенсе яғынан таныш булмаған апайҙың исемләп өндәшеүенә яуаплап, сәләм биреп эргәһенә барҙым. Ҡайғынанмы, йоҡоһоҙлоҡтанмы йонсоуы йөҙөнә сыҡҡан апайҙың. Бер-ике һүҙ алышып, танышып алғас:

– Быны һин килтергәйнеңме? – тип, һүҙ ҡушыуының сәбәбен аңлатты Разия апай, ҡулындағы «Әс-сәләм»гә күрһәтеп. Эйе, тигәнде аңлатып баш ҡаҡҡас, Разия апай үҙе тураһында һөйләп алып китте:

– Ҡайғыны күп күрергә тура килде, туғаным. Йәшләй генә ирем үлеп ҡалып, ике баланы яңғыҙ үҫтерҙем. Ниндәй ауырлыҡ, михнәт булһа ла, түҙемлек менән үткәрергә, бирешмәҫкә тырыштым. Балаларҙы башлы-күҙле итеп, тыныслап йәшәйем тигәндә, берҙән-бер улым ҡаты сирләп китте. Хәҙер инде бер аҙна комала ятҡан улымдың алдағыһын табиптар ҙа аныҡ ҡына әйтә алмай. Баштағы уйҙан, өмөтһөҙлөктән ҡотолор әмәл юҡ. Билдәһеҙлектән йоҡо ҡасты. Бала ҡайғыһы бигерәк ауыр, башҡаларға күрһәтмәһен. Кисә күршемә ингәйнем, ул миңә ошо гәзиттәрҙе тотторҙо. Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом, уҡыған һайын тынысландым.

Һынау, бәлә-ҡаза килгәндә, күңел тыныслығына бигерәк тә мохтаж булаһың шул. Шәйех Ғатаулла әл-Искәндәриҙең: «Эй, Раббым! Һине табыусы берәй нәмә юғалтҡанмы әллә? Һине юғалтҡан берәй нәмә тапҡанмы?», – тигән һүҙҙәре иман юлында бәндәнең ауыр һынауға ла бирешмәй, сыҙамлыҡ, рухи тыныслыҡҡа эйә булыуы тураһында. Аллаһты Раббыһы тип таныған, ә үҙен Уның ҡоло тип белгән кешегә иман тәме еңеллек, ҡайғы-михнәттәрҙе тыныслыҡ менән ҡабул итергә мөмкинлек бирә.

«Әс-сәләм»де төрөп ҡулына тотҡан килеш, Разия апай тағы ла илһамланып, борсолоуҙарын онотоп, күңелендә тәьҫир ҡалдырған мәҡәләләр тураһында, башындағы һорауҙарға ошо гәзит битенән яуап таба алыуы тураһында һөйләне.

Йөрәктән сыҡҡан һүҙ генә йөрәккә барып етә, тиҙәр. Күңел йылыһы һалынған ошо баҫманың ойоштороусыларына һоҡланыу ҡатыш рәхмәттәремде уҡып, трамвай боҙолоп, автобусҡа һуңлап ҡалыуыма шатланып, юлымды дауам иттем.

 

Гөлнур Сәфәрғолова

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ни өсөн Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратырға кәрәк?

14 августа Рәбиғел айы башлана. Уны Мәүлит айы тип тә йөрөтәләр, йәғни, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо айҙың 12-се көнөндә, дүшәмбелә, сәхәр ваҡытында донъяға килә. Күркәм ай алдынан һәр беребеҙҙең йөрәгендә йәшәгән оло мөхәббәт тураһында һөйләшеп алайыҡ.   Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ яратыуы-быҙҙың...


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...


Милли кейем

Милли кейем – ул халҡымдың Сағылышы, йөҙө. Оҫта ҡулы, көс-ҡеүәте, Сәсәнлеге, һүҙе. Ҡыҙҙарының гүзәллеге, Ир-атының сәме. Ағинәйҙәр аҡылы ла, Аҡһаҡалдар ғәме. Милли кейем – ул халҡымдың Ҡабатланмаҫ йәме. Бал, ҡорото, сәксәгенең, Ҡымыҙының тәме. Меңдәр янында танытҡан Рух...


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...