Бала тыуғас башҡарылған йолаларҙы үтәүҙең әһәмиәте

Бала тыуғас башҡарылған йолаларҙы үтәүҙең әһәмиәте

Йола төрҙәре

 

(дауамы)

 

Бала тыуғандан һуң беренсе йылын йоҡлап үҫә, ләкин улар өлкән кешеләр кеүек тәрән йоҡоға китмәй. Йоҡо ваҡытында балаларҙың мейеһе үҫешә. Әгәр сабый әсәһенән айырым түшәктә йәки икенсе бүлмәлә йоҡлаһа, бала тәрән йоҡоға китә. Бындай торош баланы стресҡа килтерә, шулай уҡ, төндә ашауға уянмағас, баланың хәле булмай, ә әсәнең һөтө кәмей. Тәрән йоҡонан уяныу бала өсөн ауыр, был бала ғүмере өсөн бик хәүефле. Ғалимдар быны «ҡапыл үлем синдромы» тип атай. Бала әсәһенең янында йоҡлаһа, уның еҫен һиҙеп йоҡлай, тиҙ уяна һәм әсә өсөн дә уңайлы. Әсә кешегә фәҡәт хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һаҡлау шарт.

Әсә менән сабый баланың бер түшәктә йоҡлауҙары, әсә һәм бала өсөн физик, шулай уҡ рухи яҡтан да берҙәй файҙалы. Бала тыуғас та үҙенең кәрәкле, ҡәҙерле кеше икәнен, ата-әсәһенең мөхәббәтен, һөйөүен, яҡынлығын тойоп үҫә. Әсә менән бер түшәктә йоҡлау баланы тыныс, ҡыйыу итә, сөнки төн балалар өсөн «ҡурҡыныс» ваҡыт һанала һәм шуның өҫтөнә, балаларҙың уйлаған уйҙарын «күҙ алдына» килтереүҙәре бик үҫешкән була. Ә баланы айырым, етмәһә, икенсе бүлмәгә йоҡларға һалыу, баланың ҡурҡыу хисен тағы ла арттырасаҡ ҡына.

Баланың туғыҙынсы хоҡуғы – уны күҙ тейеүҙән һаҡлау. Ата-әсәнең, олатай-өләсәйҙең йәки туғандарҙың яратып, һоҡланып ҡарауы балаға күҙ тейҙерә. Балаға яратып ҡарау мөһим, ләкин һоҡланып, яратып ҡарағанда Аллаһу Тәғәләгә күҙ тейеүҙән һаҡлауҙы һорап доға ҡылырға һәм ошо һүҙҙәрҙе әйтеү кәрәк: «Сүб(е)хәәнәллааһ, мәәшәАллааһ. Ләә хәүлә үә ләә ҡеү-үәтә илләә билләәһ» (Аллаһу Тәғәлә бөтә кәмселектәрҙән таҙа, Ул баланы ниндәй сифатта теләгән булһа, шундай сифатта бар итте. Һис бер көс, ҡеүәт юҡтыр, тик Оло һәм Бөйөк булыусы Аллаһу Тәғәлә менән генәлер) йәки «Бәәракәллааһ» (Аллаһу Тәғәлә рәхмәтле итһен). «Күҙ тейеү – хаҡ», «күҙ тейеүҙән Аллаһу Тәғәләгә һыйынығыҙ» һәм «әл-Фәтихә», аят «әл-Күрси», «әл-Ихлас», «әл-Фәләҡ, «ән-Нәс» сүрәләрен уҡығыҙ», тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙенең хәҙисендә. Шулай уҡ баланың фото һәм видеоһүрәттәрен социаль селтәрҙәргә, бөтә халыҡ күҙләүенә ҡуйыу бала һаулығы, хатта ғүмере өсөн хәүефле, сөнки кешеләр араһында төрлөһө бар: кемдер һоҡланып, кемдер көнләшеп, кемдер асыуланып, кемдер төрлө насар уйҙар менән ҡарай. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ был турала үҙенең хәҙисендә 1442 йыл элек әйткән: «Ҡиәмәт көнөнә яҡын минең өммәтемдәге күп кеше күҙ тейеүҙән үлер».

Баланың сираттағы, унынсы хоҡуғы – уны хәләл юл менән кәсеп итеп табылған хәләл ризыҡ менән туҡландырыу. Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьән аяттарында әйтә: «Әй кешеләр, ерҙә булған таҙа, хәләл ризыҡтарҙы ғына ашағыҙ...» («Әл-Бәҡара», 168-се аят). «Әй мөьминдәр, Беҙ һеҙгә биргән таҙа, хәләл ризыҡтарҙан ғына ашағыҙ һәм Аллаһҡа шөкөр итегеҙ..» («Әл-Бәҡара», 172-се аят). «Беҙ биргән ризыҡтарҙан яҡшыһын ашағыҙ...» («Та һә», 81-се аят). Пәйғәмбәребеҙ ҙә ﷺ хәҙистәрендә: «Ата кеше балаһын хәләл ризыҡ менән тәьмин итергә тейешле», − тип әйткән.

Шулай уҡ ата-әсә үҙ балаһына иман һәм тәҡүәлек принциптарына нигеҙләнгән яҡшы, күркәм тәрбиә бирергә бурыслы һәм был − баланың ун беренсе хоҡуғы. Һәр бер кешенең күңеленә Аллаһу Тәғәләгә ышаныу инстинкты һалынған. Быға ошондай миҫал килтерергә мөмкин, мәҫәлән, кеше ауыр ваҡытта (ҡурҡыныс янағанда, ауырығанда һ.б.) йөрәге, күңеле менән Аллаһу Тәғәләгә ялбара йәки кеше тәбиғәткә сығып ял итергә ярата (һыу инә, шашлык ҡыҙҙыра, тауға менә һ.б.), сөнки кешенең йәне, тәне яратылғанға тиклем, йәннәттә бар ителгән. Шуға күрә, кеше күңеле менән Аллаһу Тәғәләгә, йәннәткә тартыла.

Кеше ғүмере тиҙ үтеүсән, бигерәк тә йәшлек осоро, уҡыу, һуңынан эш менән, һәм ҡартлыҡтың етеүен кеше һиҙмәй ҙә ҡала. Халыҡ мәҡәле «Йәшлегеңдән алда ҡартлығыңды уйла» ти, йәғни, йәшлек нисек булһа ла үтә, ләкин ҡартлыҡ нисек килер? Шуға күрә, ата-әсәгә бала тәрбиәләгәндә, иң беренсе, баланың күңелен бәләкәйҙән иман менән тултырырға кәрәк, әле бәләкәй, аңламай, тип уйлау, ата-әсәнең иң ҙур хатаһы. Бәләкәйҙән, ә йәштән йәки өлкәнәйгәс түгел, нәҡ бәләкәйҙән баланы диндә тәрбиәләү, уны күп насар, гонаһ эштәрҙән аралап ҡаласаҡ.

Ҡыҫҡаса әйткәндә, баланың күңелендә, йөрәгендә «тормоз педале» (кәртә) барлыҡҡа килтереү. Берәй гонаһ, ярамаған, Аллаһу Тәғәлә тыйған эште (алдау, урлау, суицид, араҡы эсеү, наркотик ҡулланыу, зина ҡылыу, ата-әсәһен рәнйетеү йәки уларҙы ҡарттар йортона тапшырыу һ.б.) эшләр алдынан ошо «тормоз педале» өҫкә ҡалҡып сыға һәм кеше уның аҙағын, Ҡиәмәт көнө Аллаһу Тәғәлә ҡаршыһына барғас, ни тип яуап бирәсәген уйлаясаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп ата-әсә балаһының күңелен иман менән тултырырға ашыҡмай, ә «Ярай, башын ҡатырмайыҡ, өлкәнәйгәс, үҙе аңлар әле», «Динде гонаһы бар кешеләр генә тотһон», «Үләбеҙ ҙә бөтәбеҙ, донъяның рәхәтен күреп йәшәһен», «Әбей кеүек яулыҡ ябынып, матурлығын йәшереп» һ.б. һүҙҙәр менән үҙҙәренең «хаҡлығын» балаһы алдында кире, әшәке, гонаһлы эштәр менән иҫбатларға маташа. Бының шулай икәненә күп миҫалдар килтерергә мөмкин: балалар алдында рюмкаларҙы сәкәштереп араҡы эсеү, байрамдарҙа (баланың тыуған көнө һ.б.) алкоголһеҙ эсемлектәр ултыртыу, ата-әсәнең бер-береһе менән бала алдында әрләшеүе, һуғышыуы, һүгенеүе, үҫмер балаларының кеҫәләренә презервативтар һалыу (мәҡәләлә реаль миҫалдар килтерелде) һәм башҡа шуның кеүек гонаһлы эштәр эшләргә, балаһын ата-әсә үҙе үк этәрә, үҙе үк күрһәтеп эшләй.

Икенсенән, ата менән әсә бер һүҙле (фекерҙәш) булырға тейеш. Был бик мөһим. Бала нимәлер эшләргә, ҡайҙалыр барырға һ.б. һорай икән, тәүҙә уйларға кәрәк, ә ҡырҡа тыйып, һуңынан риза булыу йәки киреһенсә эшләү ярамай. Шуға күрә әсәй кешенең: «Атайың нимә әйтә, шулай була», − тип, иптәше менән бер һүҙҙә булып әйтеүе лә, атай кешенең бала алдында абруйын күтәрә.

Өсөнсөнән, үрнәк күрһәтеү. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ дә сәхәбәләренә иң тәүҙә үҙе күрһәтеп эшләй башлаған осраҡтары булған. Йәғни, күп һөйләүҙән, нотация уҡыуҙан файҙа юҡ, ә күрһәтеп эшләй башларға кәрәк һәм быны ярты юлда ташлап ҡуйырға ярамай (мәҫәлән, ашар алдынан «Бисмилләәһиррахмәәниррахиим» тип әйтеү, бергә намаҙ уҡырға саҡырыу, сәхәр эсергә уятыу, уң ҡул менән ашау, йоҡлар алдынан берәй сүрә уҡыу, бәҙрәфкә ингәндә, башты ҡаплап инеү һ.б.).

Дүртенсенән, балаға дөрөҫ «яза» бирә белергә: 1) Балаларға ҡысҡырмау, ләкин тауышты күтәреберәк, интонацияны үҙгәртеп әйтеүҙе Ислам дине тыймай. 2) Балаларға һуҡмау. «7 йәштән на-маҙға өйрәтегеҙ, 10 йәштән намаҙға баҫтырығыҙ, әгәр тыңламаһа, сыбыҡлағыҙ», – тигән Пәйғәмбәр ﷺ, ләкин, ҡул менән һуҡ, тимәгән. Олатай-өләсәйҙәребеҙҙең өйөндә һәр ваҡыт сыбыҡ ҡыҫтырыулы торған, ул сыбыҡ торған урынынан төшмәгән дә, ләкин был балаларға оло һабаҡ булған. Ә урҙаға (балка) сыбыҡ ҡыҫтырыу тураһында Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙенең хәҙисендә әйткән: «Һуғыу өсөн түгел, ә тәрбиә өсөн урҙаға сыбыҡ элегеҙ»..3) Баланы әрләгәндә, алама, һүгенеү, көфөр, ҡарғыш һүҙҙәре әйтеп әрләү ярамай. Кешенең тәбиғәте шундай, асыуланған ваҡытта берәй насар һүҙ әйтә, һәм тынысланып ҡалғандай була, ә һүҙҙе әйткәс, кире ҡайтарып булмай, һуңынан күңелгә ауыр булып ҡала һәм, иң ҡурҡынысы, ҡарғыш һүҙҙәр ҡабул булып, балаға зыян килеүе мөмкин (тормошта бындай миҫалдар күп), сөнки Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: «...ата-әсәнең балаһына ҡылған доғаһы ҡабул була». Ҡарғыш һүҙҙәрен, өләсәйҙәребеҙ асыуланған ваҡытта әйткән матур һүҙҙәр менән алмаштырыу мөмкин, сөнки уларҙың һүҙҙәре доға, балаға фәтихә биреү кеүек яңғыраған. Мәҫәлән, «Аллаһ иманыңды арттырһын», «Ауыҙыңа май бирәйем», «Бәхетле булғыры», «Аллаһ бәхетеңде арттырһын» һәм башҡа һүҙҙәр. Шуға күрә, бала һүгенә, насар һүҙҙәр менән һөйләшә башлаһа, ғәйепте урамдан, балалар баҡсаһынан йәки мәктәптән эҙләргә түгел, ә ата-әсә үҙ телмәренә иғтибар итергә тейеш.

Бишенсенән, алдашмау. Ата-әсә балаһын иң тәүҙә: «Мә, кил, мәмәй бирәм», − тип алдай башлай, һуңынан: «Ҡыш бабайҙан һора, бүләк алып килер», − ти. Әгәр «мәмәй» бирмәһә йәки булмаған «Ҡыш бабайҙы» (миҫал өсөн) бар, тип алдаһа, Ҡиәмәт көнө алдағаны өсөн яуап бирергә кәрәк буласаҡ, тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ. Хатта шаяртып алдау ҙа ҙур гонаһ. Шулай итеп, алдап һөйләгән ата-әсәгә ышаныс сабый саҡтан уҡ ҡаҡшай.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

 

Әминә Ноғоманова,

Сибай ҡалаһы

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Эфиопия илселәре

Эфиопияла йәшәгән мосолмандарҙан Мәккәлә һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ пәйҙә булыуын ишеткәс, уның менән осрашырға 20 христиан эфиоп Мәккәгә илсе булып килә. Улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ бик күп һорауҙар бирә һәм бөтәһенә лә тулы яуап ала. Пәйғәмбәр ﷺ уларға Ҡөрьәндән аяттар уҡый һәм исламдың асылын аңлата....


Шәғбән айының биҙәге – Бәраәт кисәһе

Шәғбән – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ айы, шуның өсөн күп тапҡырҙар салауат әйтеү, истиғфар ҡылыу, «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡыу тәҡдим ителә. Шәғбән айының 14-се кисенән 15-се көнөнә ҡаршы кисе Бәраәт кисе тип атала.   Быйыл ул 2-3 февралгә тура килә. Был көндә ғәмәл дәфәтеребеҙ алмашына. Шуға ла Бәраәт кисәһендә...


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Аҡмулла, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яҡтарын һағына.   1872 йылдың көҙөндә Мифтахетдиндың тыуған ауылына ҡайтыуын яҡташтары, быуындан-быуынға күсереп, әле лә һөйләйҙәр. Тыуған ауылы эргәһендәге шишмә янында йөрәген ярып сыҡҡан тәрән һүҙле шиғырҙарын ҡағыҙға төшөрә.   Аңлауыбыҙса,...


Китә алмайым...

  Пакистандан бер ғалим нурлы Мәҙинә ҡалаһына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ мәсетенә, уның ҡәберенә зыярат ҡылырға килә.   Бер көн ул ҡунаҡхана алдындағы майҙансыҡҡа, ҡоштарҙы ашатырға тип, икмәк валсыҡтары алып сыға. Күпмелер ваҡыттан ул ҡоштарға тип һалынған валсыҡтарҙы йыйып алып ашаған бәләкәй...


Сафланыу айы Рамаҙан

  Беҙҙе бәләкәйҙән таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә өйрәттеләр. Өҫ-башың таҙа, бөхтә булырға тейеш, тип йыш әйтә торғайны өләсәйем. Таҙалыҡ, тәртип – уңыштың нигеҙе. Кейем-һалым бысранһа, уны тиҙ генә йыуып, кейергә була. Ә бына күңел бысранһа, хатта бәләкәй генә тап төшһә лә, уны таҙартыуы ауыр...