Өләсәйем нәсихәттәре

Ғаиләлә татыулыҡ, именлек булһын өсөн
Улың (ҡыҙың) менән килен (кейәү) араһына ата-әсә ҡыҫылмаһын. Кеше алдында иреңдең бәҫен төшөрмә, бигерәк тә балалар алдында уны кәмһетеп, мыҫҡыл итмә. Һин яманларһың да оноторһоң, ә башҡалар онотмай һәм, ирең алдында үҙеңдең дә абруйың төшәсәк.
«Иптәшем (ирем), кейәүегеҙ, ағайығыҙ йәки атайығыҙ менән кәңәшләшеп алырмын да... йәки, ирем (атайығыҙ) ни әйтер бит әле» тигән һүҙҙәрҙе йышыраҡ әйт. Былай тип ҡабатлап тороусы ҡатын үҙ абруйын төшөрмәй, киреһенсә, үҙенә ҡарата ихтирамын ғына арттыра. Бындай ғаиләләрҙә балалар атаһын һәм әсәһен берҙәй хөрмәт итергә өйрәнеп үҫә. Балалар алдында талашмағыҙ, сөнки талашлы йортта балалар әҙәп-әхлаҡһеҙ булып үҫә, һуңынан уларҙың тормоштары алға бармаясаҡ һәм бәхетһеҙ буласаҡтар.
Күп ғаиләләрҙең тарҡалыу сәбәптәренең береһе − өйләнешкәс, ғаиләлә «власть» бүлешеү башлана. «Ир – баш, ҡатын – муйын» тигән мәҡәлгә тап килеп йәшәргә кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр муйын ҡайҙа бора, баш шул яҡҡа борола, ти. Был дөрөҫ түгел, сөнки муйынға ҡайһы яҡҡа боролорға кәрәк икәнлеге тураһында әмер баштан килә. Баш бер яҡҡа, ә муйын икенсе яҡҡа боролһа, ағзалар өсөн бик ҡурҡыныс хәл. Шуның кеүек, әгәр ир кеше бер яҡҡа, ҡатын кеше икенсе яҡҡа тартһа, тормош та, балалар тәрбиәләү ҙә насар тамамланырға мөмкин. Ир менән ҡатын бер төптән, бер һүҙле булырға тейештәр. Ҡатын иргә хужа булып түгел, ә иренә терәк булып, һыйынып, иркәләнеп кенә йәшәү өсөн яратылған. Аллаһу Тәғәлә әсәбеҙ Һауаны юҡҡа ғына, атабыҙ Әҙәмдең йөрәккә яҡын ҡабырғаһынан, уға иптәш итеп яратмаған бит. Был бар итеүҙә, ир менән ҡатын араһында булырға тейешле мөхәббәт тә, яҡынлыҡ та, наҙ ҙа, яҡлау ҙа, терәк тә, хөрмәт тә, ярҙам да һалынған. Шуға күрә, ир менән бергәләп тормош көтөүҙең, балалар тәрбиәләп үҫтереүҙең, тормош ауырлыҡтарын бергә үткәреүҙең еңеллеген, рәхәтлеген ҡулланып, ҡәҙерен белеп, Аллаһу Тәғәләгә шөкөр итеп йәшәргә кәрәк.
Ир ир урынында, ҡатын ҡатын урынында булырға бурыслы. Һәр кем йорт эсендәге һәм тышындағы вазифаһын белергә тейеш, йәғни, ир кеше үҙ эштәрен (ер ҡаҙыу, утын ярыу, бесән сабыу, мал ҡарау, таш-кирбес эштәре) ҡатынына йөкмәтергә тейеш түгел, сөнки ҡатын йорт эсендәге эштәр (аш-һыу йүнәтеү, кер йыуыу, өй йыйыштырыу) менән шөғөлләнә һәм шул рәттән балаларын да тәрбиәләй. Шул ваҡытта балалар ҙа ир менән ҡатындың айырмаһын белеп үҫәсәк.
Йортта хужа булыу өсөн, ир кеше иманлы, аҡыллы, етди, тырыш булырға тейеш, эскән ирҙең ғаилә алдында абруйы булмай. Ир кешегә ваҡсыл булыу, өй эсендәге юҡ-барға, ҡатынындағы ваҡ-төйәк кәмселектәренә иғтибар итеү, һәр бер нәмәгә бәйләнеү килешә торған ғәҙәт түгел. Ир кеше йышыраҡ сәфәргә сығып йөрөп килһен, тип пәйғәмбәребеҙ хәҙисендә әйткән. Һәр ваҡыт, өй тауығы кеүек, өйөндә ултырған ир, ҡатынына юҡ-барға бәйләнә башлай. Ә ҡатын өйөндә, йортон ҡарап, балаларын тәрбиәләп, ире өсөн яҡшы доға ҡылып ултырһа, аралары тыныс була, мөхәббәттәре тағы ла арта.
Иргә бөтә юҡ-бар нәмәне һөйләп ултырыу ярамай, серле була белергә лә кәрәк. Бер-берегеҙҙе кеше алдында: дуҫ-иштәрегеҙгә, ата-әсәгеҙгә, ҡайны-ҡәйнәгеҙгә яманламағыҙ. Үткән тормошоғоҙҙо иҫкә алып, үкенеп йәки яманлап ултырмағыҙ. Күпме иҫкә алһаң да, үткән эшкә салауат, ти халыҡ аҡылы. Өй эсендәге сүп-сарыңды тышҡа сығарма. Кеше араһында төрлөһө бар: «сүп-сарыңа» шатланғаны ла, көйгәне лә, көнләшеүсеһе лә табыла.
Тормош көткәндә, төрлө хәлдәр була: тыныс, ҡояшлы, «буранлы», ямғырлы көндәр ҙә − шунһыҙ булмай. Ирең менән талашһаң, һәр ваҡыт уның һүҙе дөрөҫ булһын, хатта үҙеңдең хаҡ икәнеңде белһәң дә, талашты бәхәскә ебәрмә, илап еңеп өйрәнмә, хәйләләп илауыңдан ялҡып, ирең бер көн ташлап китер ҙә барыр. Ә киреһенсә, иреңдән ғәфү үтенеп, яғымлы һүҙҙәр әйт, шул ваҡыт өндәшмәһә лә, ул үҙенең хаҡ булмағанын таныясаҡ һәм икенсе тапҡыр мөнәсәбәттәрендә лә, һүҙҙәрендә лә һаҡ буласаҡ.
Ирең алдында һәр ваҡыт матур, таҙа кейемдәр кейеп, һыу менән йыуынып, тәмле еҫтәр сығарып йөрө, ғүмеренең аҙағына тиклем ул һиңә һоҡланып ҡараһын. Аллаһу Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы иркә лә, бер аҙ хәйләкәр ҙә итеп яратҡан. Үҙ алдыңа «бупылдап», йөҙөңә һәр ваҡыт ҡәнәғәтһеҙлек, ҡараңғы сырай сығарып йөрөмә, ә йылмайып, «Мин һине яратам», «Ярай әле Аллаһу Тәғәлә беҙҙе бер-беребеҙгә насип иткән», «Һинһеҙ мин, минһеҙ һин нимә эшләр инек» һәм башҡа шуның кеүек матур һүҙҙәрҙе әйтергә йәлләмәй, иреңә йышыраҡ, хатта көн һайын ҡабатла, һәм үҙеңә ҡарата шундай уҡ мөнәсәбәт тойорһоң.
Йортоңа ирһеҙ әхирәттәреңде яҡын юлатма. Күп ғаиләләр шул «яҡшы, изге», көнсөл күңелле әхирәттәр сәбәпле тарҡала.
Бала тәрбиәләп үҫтергәндә
Балаға йөклө һәм бала имеҙгән саҡта мунсаға, эңер йәки төн төшкәс, яңғыҙ йөрөмә.
Бала имеҙгән осорҙа күкрәгеңде һаҡла, һыуыҡ тейҙермә.
Йәш балаңды имеҙгәндә, һәр ваҡыт башыңа яулыҡ ябын. Сабый балалар сәстән ҡурҡа. Яулыҡһыҙ бала имеҙгәндә, ситтән үҙ-үҙеңә матур күренһәң дә, бәпесең һине икенсе төрлө күрә, ҡурҡа һәм «ҡот ҡойғанда» сәсең ҡотҡа «төшә» лә инде. Бәпесеңде күп осраҡта сит кеше түгел, ә үҙең ҡурҡытаһың.
Яңы тыуған йәш сабыйҙы 40 көнгә тиклем яңғыҙын ҡалдыра күрмә. Ҡалдырһаң, Аллаһҡа тапшырып, аят «әл-Көрси» уҡып, тимер әйбер ҡалдыр һәм оҙаҡлап йөрөмә. «Ен алмаштыра» тигән һүҙгә хәҙер йәштәр ышанмай, ә ысынлап та, ундай кешеләр арабыҙҙа, һирәкләп булһа ла, осрай.
Йәш баланы, аяҡ-ҡулын йүргәккә төрөп, сәңгелдәккә һалып йоҡлат. Беренсенән, балаға һалҡын, йәй тыуған бала: «Нишләп ҡыш тыумағанмын?» − тиер. Икенсенән, бала, ҡулынан тертләп, ҡото «оса». Өсөнсөнән, сәңгелдәкте еңелсә генә бәүелтеп баланы йоҡлатыу, эске ағзалар өсөн файҙалы, бала тыныс була.
Төнгөлөккә аш-һыуыңды, пәйғәмбәребеҙ өйрәткәнсә, «Бисмиллә» уҡып ҡапла. Онотһаң, төнө буйына шайтан-ен ашап-эскән ризыҡтар һөтөң аша сабыйыңа күсә. Ә был үҙеңде лә, баланы ла төрлө психик ауырыуҙарға дусар итә.
Балаңдың теле «асылыу» менән сүрә һәм доғалар өйрәт, мөнәжәттәр көйлә, балаларҙың хәтере һәр нәмәне үҙенә «һеңдереп» бара, бәләкәй, аңламай әле, тип уйлама.
Йомғаҡлау һүҙе
Үҙ балаларыбыҙ өсөн яуаплылыҡ, уларҙы тәрбиәләү беҙҙең өҫтә, ә уҡытыусылар, психологтар, дин әһелдәре беҙҙең балаларҙы тәрбиәләмәй, улар тик дини йәки донъяуи белем бирә, аңлата, сөнки Аллаһу Тәғәлә балаларҙы аманат итеп беҙгә биргән. Хәҙерге ваҡытта күп ата-әсә бөтә ғәйепте уҡытыусыларға йәки дин әһелдәренә япһара. Әйе, кешегә үҙен аҡлап, кемделер ғәйепләү еңелерәк. Бәләкәй бала йомшаҡ ҡамырға, пластилинға оҡшаған, нисек һәм нимә теләйһең, шуны эшләргә мөмкин, ләкин бала ҡаралама (черновик) түгел, бер тапҡыр ғына яҙыла, әгәр ҙә яңылышһаҡ, ташлап, таҙа биттән башлап булмай. Шуға күрә, балаларыбыҙҙы бәләкәйҙән тәрбиәләүҙе телевизорҙан, интернеттан, смартфондан юғарыраҡ ҡуяйыҡ. Бигерәк тә Ислам динендә тәрбиәләһәк, ғүмерҙә лә отолмаясаҡбыҙ һәм үкенмәйәсәкбеҙ, ә, киреһенсә, отасаҡбыҙ ғына!
Йәшлектән алда ҡартлыҡты уйларға кәрәк, йәшлек нисек тә үтә, ә ҡартлыҡты тыныс күңел һәм хөрмәтле булып ҡаршылауға ни етә? Бөгөнгө көндә күп балалар ата-әсәһенең пенсияһын тартып ала, туҡмай, ҡарттар йортона алып бара, хатта үлтереләр ҙә, Аллаһ һаҡлаһын. Был кешенең күңелендә иман, «тормоз педале» юҡлыҡтан барлыҡҡа килә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙенең хәҙисендә: «Атаһының балаһына биргән иң ҙур, ҡиммәтле бүләге – яҡшы тәрбиә», – тип әйткән.
Тимәк, бала тәрбиәләү – ул өҙлөкһөҙ, төплө, көн-төн бала менән шөғөлләнеү, уның эске донъяһын байытыу икәнен һәр ата-әсә аңларға тейеш. Ғаилә ҡосағында, туғандары араһында үҫкәндә, бала өлкәндәргә оҡшарға тырышып, үҙен уратып алған мөхитте һеңдерә. Һуңынан, күңеленә иман орлоғо һалып үҫтерелгән бала, тыуған ояһынан йәмғиәткә сыҡҡанда, төрлө кешеләрҙе, хәл-тороштарҙы һ.б. күреп, яҡшылыҡты насарлыҡтан айыра аласаҡ.
Балаларыбыҙҙы иманлы, тәҡүәле, тәүфиҡлы, күркәм әхлаҡле мосолман итеп тәрбиәләп үҫтерергә һәм барыбыҙға ла Аллаһу Тәғәләнең рәхмәтендә булырға насип итһен!