Тормошобоҙҙо үҙгәрткән төн

Тормошобоҙҙо үҙгәрткән төн

Әлхәмдүлилләһ, юлда йыш йөрөйөм, матур ерҙәр гиҙәм! Сәфәрҙә кемдәр менән генә осрашмайһың да, нимәләр генә ишетмәйһең. Дағстан ерендә күптән түгел ислам динен ҡабул иткән бер урыҫ ҡыҙы тураһында һөйләнеләр. Аҙашым булып сыҡты: исеме – Светлана икән. Мосолман булыу теләге ҡасан яралды икән уның йөрәгендә, нимә сәбәпсе булған? Баҡһаң, барыһын да ғинуар айындағы бер һыуыҡ төн үҙгәрткән икән (булған хәлде ул ҡатындың исеменән бәйән итәм):

 

«2023 йылдың ғинуары ныҡ ҡаты булды. Тышта түҙеп торғоһоҙ сатнама һыуыҡ. Бер көндө иптәшем Андрей, ун йәшлек улыбыҙ Егор менән өсәүләп беҙҙең менән утты, һыуҙы кискән боронғо «ун беренсе» ВАЗ-ыбыҙҙа оло сәфәргә сыҡтыҡ – Хакасиянан Иркутскиға табан еләбеҙ. Кеҫәбеҙ тап-таҡыр, юлда бер ҡапҡылап алырлыҡ һәм бензинға етерлек аҡсабыҙ ғына бар. Ҡунаҡханала ҡуныр өсөн юҡ, әлбиттә. Шуға ла төнө буйы руль артында, бер-беребеҙҙе алыштырып, туҡтап тормайса ҡыуырға ҡарар иттек.

Төн уртаһында ҡапыл двигателебеҙ һүнде. Быға тиклем геүләп килгән машинабыҙҙың тауышына бәүелеп килгән беҙ өсәү был тынлыҡҡа аптырабыраҡ ҡалдыҡ. Оҙаҡ та үтмәне, салоныбыҙ һыуына башланы. Андрей, тешен ҡыҫып, һыуыҡҡа сығып китте, башта, капотын асып, шәмдәрҙе тикшерҙе – осҡоно бар, ә машинабыҙ иһә – тып-тын, ҡабынырға ла уйламай.

Йөрәгем һыҙлап ҡуйҙы. «Кемделер туҡтатайыҡ та, әйҙә беҙҙе оҫтаханаға тиклем һөйрәп алып барһын», – тип, елек майҙарына тиклем үтеп ингән һыуыҡҡа түҙә алмай, ҡалтырана-ҡалтырана тәҡдим иттем мин. Андрей багажниктан тросын алды ла, юл ситенә сығып, һирәк фаралар яҡтыһында ҡулындағы арҡанын һелтәй-һелтәй баҫып торҙо. Ун минут үтте, ярты сәғәт, бер сәғәт! Водителдәр тиҙлеген кәметергә уйламай ҙа, выжлатып үтә лә китә. Асыҡ һауала тороп туңып бөткән ирем шул тиклем йәл ине миңә, хәле бик мөшкөл: тросы бирсәткәһенә боҙ булып йәбешкән. Беҙ улыбыҙ менән машина эсендә ҡалтырайбыҙ. Бер ваҡыт төҫө ағарып бөткән улыма ҡарап аңғармаҫтан: «Әллә был һуңғы көнөбөҙмө икән?» – тип шыбырланым.

Һәм ҡапыл – ни күрәбеҙ: ҡараңғылыҡтан уҫлаптай ҙур аҡ джип – Nissan Patrol пәйҙә булды ла яныбыҙҙа туҡтаны. Машинаның алғы тәҙрәһе асылды ла, салондан быу болото сыҡты.

«Нимә булды?» – тип һораны водитель егет. Тауышы түбән, матур ғына.

Ныҡ өшөп өлгөргән Андрей, телен саҡ әйләндереп: «Белмәйемсе… Бөтәһе лә һәйбәт кеүек, әммә тоҡанмай», – тип яуап бирҙе. «Минең исемем Хәбиб. Тиҙ генә машинама күсеп ултырығыҙ! Юғиһә, хәҙер шаҡырайып ҡатаһығыҙ!» – тип бойорҙо ул.

Һыуыҡтан ҡалтыранған беҙ өсәү салонға килеп индек. Ә унда шундай рәхәт, еңеллек, йылы, ҡиммәтле күн һәм... яңы ғына әҙерләнгән ҡәһүә еҫе! Хәбиб, йылмайып, беҙгә салоға оҡшаған ризыҡ (аҙаҡ уның күрҙек икәнен белдек) һәм йылыҡай ғына, хуш еҫле икмәк тотторҙо. Әйтерһең дә, был ҡалас яңы ғына мейестән сыҡҡан да боҙло сүллеккә фәрештәләр уны үҙҙәре алып килгән! Хәбиб үҙе тышта ҡалды, ВАЗ-ыбыҙҙың капотын асып, ҡарай башланы. Бер нисә минуттан ул Андрейҙы саҡырып: «Ҡарағыҙ әле, двигателегеҙҙең ҡайышы өҙөлгән бит», – тине.

Ҡотҡарыусыбыҙ беҙҙе Красноярскиға тиклем һөйрәп барырға тәҡдим итте, ә был утыҙ саҡрым ара. Шунан трос тоташтырҙылар, ҡуҙғалып киттек. Әммә мажарабыҙ бының менән генә бөтмәне шул! Бер нисә саҡрымдан Андрей пипелдәтә башлағас, туҡтарға мәжбүр булдыҡ: «Хәбиб, эс яҡтан бында быу, тыштан – ҡалын боҙ, бер ни ҙә күренмәй! Улай ғына барып етә алмаҫбыҙҙыр ул».

Хәбиб бер аҙ уйланып торҙо ла: «Былай булғас, әйҙәгеҙ, мин һеҙҙе Красноярскиға алып барам, яңы ҡайыш һатып алырбыҙ ҙа, мин уны үҙем ҡуйып бирермен».

Андрей аптырап ҡалды: «Төнөн оҫтахананы нисек һәм ҡайҙа табырға икән? Аҡсабыҙ ҙа…»

Хәбиб, тыныс ҡына йылмайҙы: «Ә мин һуң һиңә оҫта түгелме әллә?»

Беҙ бер-беребеҙгә ҡарашып алдыҡ: ҡыҙыҡ, ҡыйбатлы Patrol машинаһында йөрөгән кеше ВАЗ-дың ҡайышын алыштыра беләме икән ни? Аптыраһаҡ та, төпсөнөп, һүҙ ҡуйыртып торманыҡ. Барыһы ла беҙгә ниндәйҙер төш кеүек тойолдо.

Төнгө сәғәт дүрттә беҙ машинабыҙ янына яңы ҡайыш менән әйләнеп ҡайттыҡ. Хәбиб, ысынлап та, оҫта булып сыҡты, бик тиҙ эшләне. Беҙ иһә, тын да алмай, уны күҙәтәбеҙ. Тик күңелдә ҡурҡыу бар ине: «Был ярҙамы өсөн күпме аҡса алыр икән беҙҙән? Аҡсабыҙ былай ҙа самалы… Ун мең һорармы? Әллә ун биш мең?» Үҙебеҙ һаман да был кешенең ихлас ярҙам иткәненә ышана алмайбыҙ!

Ниһайәт, һуңғы болт үҙ урынына кереп ултырҙы. Хәбиб Андрейға: «Ҡабыҙып ҡара әле!» – тип өндәште. Иптәшем асҡысын бороп, тоҡандырып ебәргәс, «Ун беренсе»беҙҙең йөрәге шундуҡ терелеп китте, күңелле генә геүләй башланы! Бөтәбеҙ ҙә иркен итеп тын алдыҡ! Шатлығыбыҙҙан машинабыҙҙы ла, комбинезондағы ҡотҡарыусыбыҙҙы ла ҡосаҡлап алырҙай булдыҡ.

Әммә Хәбиб тантана итергә ашыҡманы. Шым ғына багажнигын асты ла, унан эрзиңкә келәм һәм пластик шешә сығарҙы. Аптыраулы ҡарашыбыҙға бер ҙә иғтибар итмәй, келәмде таҙа ҡарға йәйеп ебәрҙе лә, ҡаты һыуыҡҡа ҡарамай, өҫ кейемен сисеп, ҡабаланмай ғына йыуына башланы. Был сәйер күренешкә тамам аптыраған беҙ өсәү уны машинабыҙ эсендә күҙәтеп ултырҙыҡ. Ул шешәнән боҙло һыу ағыҙып, тәүҙә ҡулына ҡойҙо, битен һөрттө, еүеш ҡулдары менән башын һыпырҙы һәм табандарын йыуҙы. Һыуыҡ булһа ла, һәр хәрәкәте тыныс, камил. Еүеш ҡулдарынан, йөҙөнән быу бөркөлә.

Тәһәрәтен тамамлағас, йәйел-гән келәмгә баҫты ла ҡулын күтәреп, намаҙ уҡый башланы. Шул минуттан был кеше, әйтерһең дә, донъялағы бөтә нәмәне – төнгө һыуыҡты, беҙҙе, әле генә башҡарып сыҡҡан ауыр эшен, донъялағы бөтә нәмәне онотто. Фараларҙың яҡтыһында эйелеп шым ғына ғибәҙәт ҡылды ул. Был күренеш нисектер күңелебеҙгә үтеп инде, беҙҙе һиҫкәндереп ебәрҙе. Боҙло сүллектә, ҡара төн уртаһында, был кеше Юғары көскә мөрәжәғәт итә, ихлас итеп рәхмәтен еткерә, нимәлер һорай. Бик мөһим нәмәгә шаһит булған Андрей менән беҙ икәү телһеҙ ҡалдыҡ, шунан был кешегә текләп тороуыбыҙҙан уңайһыҙланып ҡуйҙыҡ.

Намаҙын уҡып бөткәс, Хәбиб яныбыҙға килде лә, асыҡ тәҙрә аша беҙгә бер ус аҡса һондо.

«Биш мең, башҡа ҡул аҡсам юҡ, алығыҙ, кәрәге тейеүе бар, – тине ул ябай ғына. – Ә һуңынан өҫтәне: – Яҡшылыҡ эшләһәң, еренә еткереп эшләргә кәрәк. Иркутскиға тиклем барып еткәнсе ашарығыҙға етер, тип уйлайым».

Беҙ инде аптыраштан нимә эшләргә белмәй: «Юҡ-юҡ-юҡ! Хәбиб, Һеҙ нимә?! Киреһенсә, беҙ Һеҙгә аҡса бирергә тейеш!» – тип бытырлап алып киттек. Әммә ул ай-вайыбыҙға ҡарамай, ҡояштай, бер йылмайҙы ла беҙгә: «Хәйерле юл!» – тип, ҡул болғап, тиҙ генә машинаһына ултырып китеп тә барҙы.

Полицияла эшләгән таны-шыбыҙ мәрхәмәтле ҡотҡарыу-сыбыҙҙың номерына асыҡ-лыҡ индерергә ярҙам итте. Хәбибрахман Ғәбделғафурил улы булып сыҡты ул, аҙаҡ инде таныш дағстанлылар аша уның абруйлы шәхес, дин белгесе, ғалим икәнлеген белдек. Аҡ джипта елгән был кешенең иҫ киткес изгелеге, йомартлығы беҙгә ныҡ тәьҫир итте генә түгел – беҙҙе үҙгәртте. Хәбибтең үҙәккә үткес һалҡын ғинуар төнөндә, туҡтап, бер ҡайҙа ла ашыҡмай, ихлас итеп ярҙам итеүе беҙҙең ғаиләбеҙгә ҙур һабаҡ булды.

Шул көндән башлап беҙ ислам менән ҡыҙыҡһынып алып киттек. Уның гүзәл, тәрән, мәрхәмәтле, ябай кешене шундай матур мөғжизәүи ғәмәлдәргә этәреү көсөнә эйә икәнен аңланыҡ. Паспорт буйынса исемем Светлана Игоревна, әммә йөрәгем икенсе исемемде – Мәрйәмде – яҡыныраҡ күрә.

Хәбиб беҙгә шул төндә ысын бөйөклөктөң – изгелектә, юғары тәрбиәнең – яҡыныңды үҙеңде яратҡандай яратыуҙа икәнлеген күрһәтте. Уның һымаҡ кешеләр, бик аҙ булһа ла, улар – беҙҙең иң ҙур хазинабыҙ».

 

Светлана Ғәлиуллина яҙып алды

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Китә алмайым...

  Пакистандан бер ғалим нурлы Мәҙинә ҡалаһына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ мәсетенә, уның ҡәберенә зыярат ҡылырға килә.   Бер көн ул ҡунаҡхана алдындағы майҙансыҡҡа, ҡоштарҙы ашатырға тип, икмәк валсыҡтары алып сыға. Күпмелер ваҡыттан ул ҡоштарға тип һалынған валсыҡтарҙы йыйып алып ашаған бәләкәй...


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...


Фани донъя – командировка ғына

Яңыраҡ ҡына билдәле дин әһеленең интервьюһын уҡып ултырғайным. Уның бигерәк тә: «Фани донъя – командировка ғына, ваҡыты еткәс, барыбыҙ ҙа мәңгелек йорт – Әхирәткә ҡайтабыҙ», – тигән һүҙҙәре күңелдә ҡалды һәм уйға һалды. Ысынлап та, иртәме, һуңмы, бар йән эйәһе:...


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Аҡмулла, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яҡтарын һағына.   1872 йылдың көҙөндә Мифтахетдиндың тыуған ауылына ҡайтыуын яҡташтары, быуындан-быуынға күсереп, әле лә һөйләйҙәр. Тыуған ауылы эргәһендәге шишмә янында йөрәген ярып сыҡҡан тәрән һүҙле шиғырҙарын ҡағыҙға төшөрә.   Аңлауыбыҙса,...