Таяу тау

Таяу тау

Таяу тау

− Тауға менеп, теләк теләгәндә, минең турала ла онотма, насибымды осратып, кейәүгә сығыуымды һора, яраймы? − тип, Әнисә Сафиянан үтенде.

− Һинең өсөн утҡа ла, һыуға ла инергә әҙермен бит, әлбиттә, онотмаҫмын, − тип ҡосаҡлап йыуатты уны тегенеһе.

− Был юлы Мысырға бара алмауың ҡыҙғаныс. Өс йыл элек бик күңелле барып ҡайтҡайныҡ бит. Әнисәнең ире лә, балаһы ла юҡ, тормошҡа сығып ҡарауын ҡараны, әммә ни сәбәптәндер бутҡалары бешмәне, айырылғанына биш былтыр. Шуға ла яңғыҙлыҡтан ҡотолоу ниәте менән көнө-төнө эшендә. Хеҙмәте биш кешегә торошло − ауыр һәм яуаплы. Әхирәтенең яҙмышы Сафияны ла ныҡ борсоуға һала. Оҙаҡламай Сафия ире, ҡыҙы менән Шарм-әлШәйех ҡалаһына осто. «Йылыла хөрриәт, хатта декабрь һыуығы ла, эш мәшәҡәте лә онотолдо!» − тип наҙлы ҡояшта ҡыҙынып ҡыуанды ҡатын. Мысыр илендә яҙҙан бирле ҡупҡан болаға ҡарамай, ике экскурсияға барып ҡайттылар. Ҡайтырға ла әҙ ваҡыт ҡалды. Әхирәтенә биргән вәғәҙәһе лә тынғылыҡ бирмәне Сафияға. Иренән Синай тауына ебәреүен һораны. Тәүҙә иптәше ҡырҡа ҡаршы ине: «Аҙым һайын автомат менән хәрбиҙәр, паспорт тикшереүҙәр! Тыныс ҡына отелдә ята алмайһыңмы әллә?» Шунан шул ҡаянан упҡынға тәгәрәп төшкән Өфө егетен, күптән түгел бер турист ҡатындың юғалыуын иҫенә төшөрҙө.

Ваҡыты менән Сафия ныҡ сая һәм ҡыйыу, әле лә шулай, күҙен дә йоммай, иренә: «Бисмилләһ, тим дә бер нәмә лә булмай», − тип үҙенекен тылҡыны. Ирен шулай ҙа күндерҙе. Долларҙары кәмегәс, путевканы рәсми фирма аша алыу мөмкинлеге ҡалманы. Шуға ла был турҙы ҡатын пляжда, йәғни урамда, тиһәң дә була, алды. Синайға тиклем өс сәғәтлек юл. Төнгө берҙә барып еттеләр. Туристарға фонарҙәр тараттылар. Уларҙы һаҡалтай ир ҡаршы алды. Исеме Әхмәт икән. Тәбиғәте менән ныҡ ҡыҙыҡһыныусан Сафия гидтан уның сығышын, йәшен, был хеҙмәттә нисә йыл икәнлеген төпсөнә башланы. Русса вата-емерә һөйләшкән Әхмәт ошо тауҙар итәген төйәк иткән бәҙәүин ҡәбиләһенән, уға 33 кенә йәш икән. 12 йәшенән туристарҙы тауға оҙата, ошо ике тиҫтә йыл эсендә уның өсөн ял да, байрам да юҡ.

«Бына ни өсөн үҙенең йәшенән олораҡ күренә, күҙҙәрендә лә, йөҙөндә лә төпһөҙ арығанлыҡ», − тип, Сафия шунда егетте әсәйҙәрсә йәлләп ҡуйҙы. Күҙгә төртһәң дә, күренмәҫлек ҡараңғы. Йондоҙло күк яҡтыһында һерәйеп торған бейек ҡара тауҙар ғына. Муса пәйғәмбәр тауына юлды туристарҙың фонарҙары һәм берәмһәрәм урынлашҡан бәҙәүин сәйханалары ғына яҡтырта ине. Урыҫ телен аңламаған сит-яттар, бер нисә һүҙ генә һупалаған гид янында ҡалғас, Сафия үҙен яңғыҙ тойҙо. Һуңғы арала уйҙары менән бер үҙе ҡалғыһы килә ине бит − ошо мәлде файҙаланып кинәнеп ҡал, Сафия! Был ҡатынға үҙенең йөрәген тыңлар өсөн, арыған күңелен имләр өсөн, һуңғы йылдарҙа кисергән ауыр мәлдәрҙән, буш борсолоуҙарҙан ҡаҡшаңҡыраған, таралып барған булмышын бер бөтөнгә әйләндерер өсөн бик кәрәк ине! Ниһайәт, күңеле тынысланды! Күңел даръяһын гиҙә торғас, Сафия төркөмдән алғараҡ киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған, һушына килгәс, әйләнеп ҡараһа, тирә-яғында үҙҙәренең көйөнә йырлаусы африкандар ғына. Ваҡыты менән ниндәйҙер хәрәкәттәр күрһәтеп, бейеп тә алалар. Күрәһең, был уларҙың дини йырҙары, псалмдар тиҙәрме әле уны. Сафия йылмайып ебәрҙе. «Ҡыҙыҡ, ни өсөн үрмәләй улар был тауға? Ә үҙемсе? Бында нимәмде юғалттым?

Тауға күтәрелгән ошо ағымды өҫтән күҙәтһәң, барыһы ла ирмәк һәм мәғәнәһеҙ кеүектер. Ҡайҙа ҡабалана улар, ә мин ҡайҙа ашҡынам?» Әнисә әхирәтенең һүҙҙәре иҫкә төштө: “Муса тауын айырыуса христиандар хөрмәт итә, улар ошо ерҙә таң ҡаршылаған кешенең гонаһтары юйылыуына ышана икән”. «Йә инде, хатаңды шулай еңел генә төҙәтә алһаң икән!» − тип, көлөмһөрәп ҡуйҙы Сафия. Былтыр йөрәк аҫтында йөрөткән балаһын юғалтҡайны. Шунан бирле көн һайын тиерлек шул яман көнгә әйләнеп ҡайтты, әленән-әле шул ваҡиғаларҙы башынан үткәрҙе был ҡатын. Хәтирәләр көсөн алды, кәйефен төшөрҙө. «Бер һиндә генә түгел, ул проблема бөтәһендә лә бар, Сафия. Бәлки, ошо псалмдарын ҡысҡырып йырлаған халыҡтың хәсрәт-ҡайғыһы муйындандыр, ә һин, һантый, һаман мыжыйһың, һаман бойоғаһың!» − тип тағы ла шәберәк атлап, шелтәләне үҙен. Бына ҡәҙерле баҫҡысҡа килеп етте. Алыҫ быуаттарҙа монахтар оло таштарҙы киртләс итеп өҫкә ҡарай теҙеп сыҡҡан икән. Бейеклеккә һәм киңлеккә һәр береһе ярты метр самаһы. 800 таштан хасил баҫҡыс буйлап ҡышҡы итегендә һәм курткаһында үрмәләй торғас, Сафия шыр тиргә батты. Тауға менеү бик оҙаҡ һымаҡ тойолдо. Юлын фонарь менән яҡтыртып, әзмәүерҙәй оло таштарға күтәрелгән һайын, бейек тауҙарға йөрьәт иткән альпинистарҙың тәүәккәллегенә ғәжәпләнде. Ғүмерҙәрен аямай, үрҙә, болоттар араһында нимә эҙләй улар? Кинәт кенә ниндәйҙер журналда уҡыған мәҡәләнең юлдары иҫкә төштө: «Аллаһу Тәғәлә тауҙарҙы күҙҙе иркәләр матур ландшафт өсөн түгел, ергә терәк булһын өсөн яратҡан».

«Тимәк, бөгөн мин һәм башҡалар тиктәҫкә генә килмәгәнбеҙ бында. Таяу, көс-ҡеүәт эҙләп йыйылғанбыҙ. Совет заманында ла дин тап ошо Синай һымаҡ таулы төбәктәрҙә һаҡланған бит. Хәҙер шул кире тергеҙелә, уяна башланы», в – тип уйланды йондоҙло күккә табан үрмәләгән ҡатын. Һигеҙ йөҙөнсө баҫҡысҡа менеп еткәс, Сафияға ҡапыл еңел булып китте. Йөрәген ҡанһыратҡан яраһы ла бөтәйгән һымаҡ тойолдо. Ул бөгөн һағышынан һауыҡты! Тау башында бер генә кеше ине, ул да тубыҡланып доға ҡылған еренән ҡапыл һикереп торҙо ла аҫҡа йүгерҙе. Сафия тағы ла бер үҙе ҡалды. Беленер-беленмәҫ кенә таң һыҙыла башланы. Ян-яғын ҡараһа, бейек сиркәүгә оҡшаған йортто шәйләп ҡалды, ишегендә уҫтаптай йоҙаҡ ине. Яҡтыра башлағас, күҙенә тағы ла бер кескәй генә таш йорт салынды.

Ишеген этеп ебәргәйне, ул еңел генә асылып китте. Танауына иҫке балаҫ еҫе бәрелгәс, мәсет икәнен аңланы. Сафия инеп, үҙе белгәнсә доға ҡылды, үҙенә икенсе бәпес, әхирәтенә ғаилә бәхете һораны. Байтаҡ яҡтырғас, тау түбәһенә халыҡ йыйыла башланы. Бына, үҙенең төркөмөн эйәртеп, Әхмәт тә килеп етте. Сиркәүҙе асыусы кеше булманы. Мәсеткә лә башҡа берәү ҙә инмәне. Африкандарҙың күңелле йырҙарын тыңлап, таң аттырҙылар. Ғәжәйеп таңдан һуң Сафияның тормошонда башҡа һыймаҫлыҡ ваҡиғалар башланды. Ике ай ярымдан намаҙға баҫты. Рамаҙан айының башынан аҙағынаса ураҙа тотто. Ун бер ай үткәс, ауырға ҡалды, көтөп алған улын имен-аман ғына йөрөтөп,тапты, шунан һуң яулыҡ ябынды.

Бер нисә йылдан ҡулына Сәид әфәнденең бик шәп «Пәйғәмбәрҙәр тарихы» исемле китабы килеп эләгә. Муса ғәләйһис-сәләмдең тормошо, Синай тауында йәһүдтәр өсөн дин ҡанундары яҙылған скрижалдәрҙе (изге яҙма төшөрөлгән таҡта) алыуы тураһында белде, бәрәкәтле урында булыуына Аллаһҡа тағы ла күп рәхмәттәр уҡыны Сафия. Шунан һуң ун йыл үтте. Сафияның әхирәте әлегә кейәүгә сыҡмаған.

СВЕТЛАНА ӘБСӘЛӘМОВА

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Аллаһу Тәғәләнең Ҡөҙрәте менән килгән бәхет

Йырлаған һайын гел генә хискә бирелеп, йә булмаһа, үткәндәр иҫкә төшөп, һағыштарға күмелеп китеп йырлайым. Ошо мәлдә ауыр саҡтар иҫкә төшөп, күҙҙәремә йәштәр тулып, йөрәгем һыҡтап ала.   Балаларымдың береһен етәкләп, икенсеһен күтәреп, яңғыҙ аҡҡош кеүек ике яр ситендә тороп ҡалған ваҡыттар,...


Мөхәррәм айының фазиләттәре

Мөхәррәм һижри йыл иҫәбенең беренсе айы булып тора. Аллаһу Тәғәләнең хәрәм айҙарының береһе булған мөхәррәм изге һәм бәрәкәтле айҙарҙан һанала.   Ҡөрьән Кәримдә былай тиелгән (мәғәнәһе): «Аллаһ хозурындағы китапта айҙар һаны ун ике, ерҙе һәм күктәрҙе яратҡан көндән бирле, ул ун ике...


Хәсән Басри тураһында ҡиссалар

Шәкерткә ярҙам итеүҙең файҙаһы Көндәрҙән бер көндә Хәсән Басри болонға сыҡты. Бер оло һыу ситендә туҡталып ҡарап тора ине, күрҙе: бер баҡа, бер күгәүенде арҡаһына мендереп, ҡайҙалыр китеп бара. Хәсән Басри ҡарап торҙо ла: «Был күгәүен ҡайҙа барыр икән?» – тип, артынан китте. Күгәүен бер ағас...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әйтегеҙ әле, зинһар: ҡатынына «атайың менән әсәйеңдән алып китәм дә, улар менән аралашмаясаҡһың» тигән шарт ҡуйған ир кешегә уның хаҡ түгеллеген һәм был осраҡта ундай шарттың ҡуйылмаҫҡа тейешлеген нисек аңлатырға? Ирегеҙҙең һеҙгә, атай-әсәйең менән аралашма, тип шарт ҡуйыуы дөрөҫ...


Яулыҡ ябыныу − күркәм ғәҙәт

Беҙ бәләкәйҙән ишетеп үҫкән «Ағас күрке – япраҡ, кеше күрке − сепрәк» тигән мәҡәл кейемде нисек һайларға кәрәк икәнлеген өйрәтә. Кейем-һалым ҡиәфәтеңә килешле лә, уңайлы ла, өҫ-башыңды ҡапларға ла тейеш. Ә инде мосолман ҡатын-ҡыҙы матур кейенеп кенә ҡалмай, башын да ҡапларға тейеш икәнлеген һәр кем...