Әсәй януарға әйләнһә...

Әсәй януарға әйләнһә...

Әсәй януарға әйләнһә...

Йәш ҡатын бәхет күгенең етенсе ҡатында – бишектә мышнап ҡына көтөп алған сабыйы йоҡлай... Әммә ниндәйҙер мәлдә әсәнең шатлығы ҡапма-ҡаршы тойғолар менән алышыныуы бар. Һәм был турала һөйләү тыйыла.

 

Ҡапыл үҙ балаңа асыуың ҡабарып китә, һәм ошо арҡала уға зыян итеүең бар. Рәсәйҙә йыл һайын 14 йәшкә тиклемге ике миллион бала ғаиләлә көс ҡулланыуға дусар ителә. Йыш ҡына балаларҙы әсәләре туҡмай, һәм ҡыҙҙарға ҡарағанда малайҙар өс тапҡырға йышыраҡ туҡмала. Ата-әсәләр агрессияһының һөҙөмтәһе булып баланың артабан кеше менән аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар кисереүе, үҙбаһаһының түбән булыуы бик мөмкин. Шулай уҡ был үҫмерҙең манипуляция ярҙамында мәсьәләләрен хәл итергә, кешене йәберләргә өйрәнеүе бар. Ҡаты сирләп китеүе бик ихтимал.

 

Ни өсөн әсә балаһына асыулана?

Бала тапҡас, ғәҙәттә, һәр бер ҡатын-ҡыҙ бала сағындағы ваҡиғаларҙы күҙ уңынан үткәрә. Сабыйҙы ҡарау күп көсөн ала, ярҙам итеүсе булмаһа, арығанлығы көндән-көн арта. Йөктән бушанған йәш әсә көтөлмәгән хәлгә – депрессияға дусар булыуы бар. Быларҙың барыһы ла ҡатындың хәлен ала, шулай булғас, негатив тойғоларҙы күңеле аша үткәреүгә, уларға анализ яһарға форсат ҡалмай. Баланың һаулығы, именлеге өсөн ҡурҡыуы ла, үҙенә күп бурыстар йөкмәп, уларҙы бойомға ашыра алмай аҙапланыуы ла ҡапыл асыуын ҡабартып ебәрә ала.

Үҙ балаңа уҫал булыуҙың дөрөҫ түгел икәнлеген белгәс, сабыйына тәү тапҡыр асыуын төшөргән йәш әсә иң башта үҙенең ҡылығына шаҡ ҡата, ҡурҡа башлай. Аҙаҡ үҙен ғәйепләп, был ҡылығына башҡа юл ҡуймаҫҡа, яҡшы әсәй булырға тырыша. Ләкин күпмелер ваҡыттан һуң күңелендәге көсөргәнеше тағы ла йыйыла башлай, һәм бер көндө был ҡатын ҡапыл ғына ярһып алып китә. Шунан һуң тағы ла үҙен ғәйепләү тойғоһо, йәнә бер тапҡыр "һәйбәт" булырға тырышыу һәм тағы ла шул юлдан тайпылыу, йәғни шул уҡ "тырманың" тештәренә баҫыу.

Агрессияның ҡапыл бәреп сығыуы ҡатындың балаһын һөйөүҙә йә киреһенсә һөймәүҙә түгел. Был ике төшөнсәне бер-береһенән айырырға кәрәк, шуға ла ярһыуын сығарып өлгөргән әсә үҙ-үҙен ғәйепләргә ашыҡмаһын.

Уҫаллыҡ – ярһыуға килтергән сәбәптәрҙән ҡурсыусы механизм, маҡсатҡа ынтылыуҙың, көс туплауҙың, ихтыяжды ҡәнәғәтләндереүҙең сығанағы булып тора.

 

Агрессияның сәбәбе

Үҙеңде физик яҡтан насар тойоу (йоҡо туймау, ас йөрөү, арығанлыҡ, эмоциональ яҡтан хәлһеҙлек, еп өҙөрлөк тә көсөң булмау). Һәм көндән-көн хәлдең насарайыуы. Шул арҡала ниндәйҙер мәлдә ҡатын балаһына бөтә асыуын төшөрә.

Балаларҙың насар тәртибе. Баланың ата-әсәһен илар йә ярһыр сиккә килтерә алыуын һуңғы арала йыш ишетәбеҙ. Һәр бер ҡылыҡтың сәбәбе булғандай, балаһының нимә теләгәнен, һорағанын аңлай алмаған өлкән кеше көһөрөн көсһөҙ сабыйҙың башына төшөрөргә мәжбүр.

Хис-тойғоларҙың йыйылып тулышҡан сағы. Негатив, насар тойғоларға иғтибар итмәй, гелән баҫып, йәшереп килһәк, улар йыйылып, берәй көтөлмәгән мәлдә тышҡа атылып сығыуы бар. Һәм ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп осраҡта үҙен яҡлай алмаған балаларҙың башына етә.

Бала өсөн оят. Аҡыллы бала ипле, тыныс була, тигән фекергә үҙебеҙҙең тиктормаҫ, шаталаҡ балабыҙ тап килмәһә, сит кешеләр ҙә был тауышҡа ризаһыҙлыҡ белдереп, киҫәтеү яуҙыра башлаһа, көтмәгәндә, яман һыҙаттың ажғырып сығыуы бар.

Агрессияның күсеүе. Был осраҡта ирешкән, бер-береһенә үсегешкән ата-әсәнең асыуы балаһына төшә. «Ғәйепһеҙ балаңа үсеңде төшөрөү еңелерәк һымаҡ: һинең ҡысҡырғаныңа өлкәндәр кеүек яуап бирмәйҙәр, ғәфү итергә көс табалар, яратыуҙары ла кәмемәй», – тип уртаҡлашты бер заман ике ул үҫтергән ҡатын.

 

Агрессия эҙемтәһе

Балаға ҡарата көс ҡулланыуҙың иң ауыр эҙемтәһе − баланың психик һәм эмоциональ үҫешенә зыян килтереү. Ҡурсыу урынына ул ата-әсәһенән тик яманлыҡ күрә. Артабан инде был бала һәр ваҡыт ҡурҡып-борсолоп йәшәй, баш осонда һәр ваҡыт болоттар ҡуйырыуын, уны хәүеф-хәтәр һағалап торғанын көтә. Шуға ла уҡыуы насарая, яңы һөнәр-кәсептәрҙе үҙләштереүе лә ауырая, физик яҡтан үҫеше лә тотҡарланыуы мөмкин.

 

Асыуҙы нисек еңергә һуң?

Асыуланыу – тәбиғи. Әммә уны йоҙроҡтар аша сығарыу – емергес. Яңыраҡ бер йәш әсә: «Дүрт йәшлек һәм ете айлыҡ ике баламды бер үҙем үҫтерәм тиерлек, сөнки ирем һәр ваҡыт вахтала эштә. Бер декреттан сығып өлгөрмәнем, икенсеһе башланды. Йыш ҡына асыуымды балаларыма төшөрәм. Был агрессияны нисек еңеп сығырға икән?» − тип, минән ярҙам һораны.

«Һәр бер тиҫкәре тойғоноң сәбәбе бар, йыш осраҡта ҡатындың нимәгәлер мохтаж-лығы салына унда. Әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙҙың күңел талабын аныҡ ҡына аңлау мөмкинлеге булмаһа, агрессия туплана, һәм үҙенә нимә кәрәклеген аңғармаған ҡатын, асыуын сығарып, яман хистәрҙән бушанырға тырыша. Шуға күрә теләгәнеңде ваҡытында бойомға ашырып тороу яҡшы», – ти психолог Зарина Мөхәмәтова.

Шуны аңлау мөһим: теләгәнде ғәмәлгә ашырыу, сарыф ителгән ресурстарҙы тулыландырыу өсөн беҙ, өлкәндәр, үҙебеҙ яуаплы. Йәш ҡатын, үҙен, ашауын, ял итеүен онотоп, йоҡоһон бүлеп, бала баға. Ошо арыу йыйыла барған һайын асыуы бик тиҙ тоҡана башлай. Һәм юҡ ҡына сәбәп арҡаһында ҡайһы саҡ шартлар сиккә етә.

Әлбиттә, бала табыу ғаилә структураһын, ир менән ҡатын мөнәсәбәтен үҙгәртә, яңы бурыстар өҫтәй. Шуға ла йәштәргә яңы шарттарға яраҡлашыу, баланс табыу өсөн аҡыллы ҡарарға килергә кәрәк. Сөнки йәш әсәгә лә үҙе тураһында ла ҡайғыртырға мөмкинлек ҡалырға тейеш. Яҡындарығыҙға ярҙам һорап өндәшергә оялмағыҙ, был бигерәк тә йәш балалы әсәләр өсөн мөһим.

Асыуыбыҙ ҡабарып, аң-зиһенебеҙҙе томаламаҫ борон, был тиҫкәре тойғоға кәртә ҡуйып өлгөрөргә кәрәк. Уның өсөн тәнебеҙ сигналдарына иғтибар итергә кәңәш итә психологтар. Хистәрҙең аҙып китеүен теләмәһәң:

  • тын алышыңды күҙәтеп, унға тиклем һана;
  • насар тойғоно ҡуҙғытҡан кешенән йырағарыҡ китеп, бүлмәнән сығып, тәҙрә янына барып, урамдағы күренеште күҙәтә башла;
  • иғтибарҙы үҙеңә йүнәлт;
  • тәрән итеп тын алыу ярҙамында «парҙы сығарырға» тырыш;
  • һалҡын һыу менән йыуын;
  • физик күнегеүҙәр эшләп ҡара;
  • шулай уҡ үҙеңдең хис-тойғоларыңды, хәлеңде, нимәгә мохтажлығыңды һөйләп бирергә тырыш.

Күҙҙәрең аларып, кемгәлер ташланырға әҙер торғанда, асыуыңды үткәрә белеү һәләтенә өйрәнергә мөмкин! Көндәлек дәфтәргә ошо яман ҡылыҡҡа килтергән бөтә сәбәптәрҙе, уҫаллыҡтың тәү билдәләрен теркәп, күҙәтеп барығыҙ. Шунан инде ярһыулыҡҡа килтерә торған билдәләрҙе үҙегеҙҙә асыҡлап, эште ҙурға ебәрмәй, үҙегеҙҙе ҡулға алырға өйрәнерһегеҙ.

Ярһыған мәлдә бығаса әйтелмәй килгән үпкә һүҙҙәрен, үпкә тойғоһон тышҡа сығарыуыбыҙ бар. Был осраҡта ошо хәлгә килтергән сәбәпте үҙегеҙгә ишетерлек итеп әйтеү килешә ("Үҙемә – хәбәр" тип исемләнгән алым буйынса): «Минең асыуым килә. Арыным. Бер нәмә аңлашылмай һәм миңә ҡурҡыныс. Мин борсолам». Шулай итеп, һеҙ асыулы икәнегеҙҙе, был тойғоноң һеҙҙең өсөн дә бик яҡын булыуын иҫбатлайһығыҙ. Шунан инде ошо хәлдән сығыу ниәте менән был тойғоно контролгә алып, еңергә тырышаһығыҙ.

Балаға агрессия эҙемтәһенән ҡотолорға ярҙам итеү өсөн, беренсенән, үҫмерҙе яҡларлыҡ, уға теге йәки был ваҡытта нимә эшләргә кәрәклеген асыҡ аңлата алырлыҡ берәй өлкән кеше аша хәүефһеҙ мөхит булдырыу мөһим.

Ҡатын-ҡыҙ шуны белһен: һәр әсә үҙ ғүмерендә төрлө тойғолар кисерә. Балаға асыуын йыш төшөрөп, был хәлдең дөрөҫ булмауын аңлаһа, уға был проблеманы танырға, кире тойғоноң сәбәбен асыҡларға, әгәр ҙә был мәсьәлә еңел генә хәл ителмәһә, белгестәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

 

Нәйҙә Ғәлиева

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...


Яҡты йондоҙ булып балҡыны ла...

«Райондашым, ауылдашым Балаҡатай егете Фәнил Байышевҡа 15 ғинуарҙа 70 йәш тулған булыр ине. Шул тиклем яҡшы кеше, зур өмөттәр бағлаған йәш ғалимдың ғүмере ҡыҫҡа булды, ижадының башында тиерлек өҙөлдө. Әммә ул, күптәр үҙ ғүмерендә тиҫтә йылдар буйы атҡарған эште бер нисә йылда эшләп, үҙенең...


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Аҡмулла, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яҡтарын һағына.   1872 йылдың көҙөндә Мифтахетдиндың тыуған ауылына ҡайтыуын яҡташтары, быуындан-быуынға күсереп, әле лә һөйләйҙәр. Тыуған ауылы эргәһендәге шишмә янында йөрәген ярып сыҡҡан тәрән һүҙле шиғырҙарын ҡағыҙға төшөрә.   Аңлауыбыҙса,...


Шәғбән айының биҙәге – Бәраәт кисәһе

Шәғбән – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ айы, шуның өсөн күп тапҡырҙар салауат әйтеү, истиғфар ҡылыу, «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡыу тәҡдим ителә. Шәғбән айының 14-се кисенән 15-се көнөнә ҡаршы кисе Бәраәт кисе тип атала.   Быйыл ул 2-3 февралгә тура килә. Был көндә ғәмәл дәфәтеребеҙ алмашына. Шуға ла Бәраәт кисәһендә...