Яулыҡ ябыныу − күркәм ғәҙәт

Яулыҡ ябыныу − күркәм ғәҙәт

Беҙ бәләкәйҙән ишетеп үҫкән «Ағас күрке – япраҡ, кеше күрке − сепрәк» тигән мәҡәл кейемде нисек һайларға кәрәк икәнлеген өйрәтә. Кейем-һалым ҡиәфәтеңә килешле лә, уңайлы ла, өҫ-башыңды ҡапларға ла тейеш. Ә инде мосолман ҡатын-ҡыҙы матур кейенеп кенә ҡалмай, башын да ҡапларға тейеш икәнлеген һәр кем белә, аңлай. Беҙҙең өләсәйҙәрҙең башынан яулыҡ төшмәне: өйҙә лә, эштә лә, байрамда ла һәр саҡ яулыҡта. Һәм шуның менән беҙгә өлгө булып торалар.

 

Яулыҡ ябыныу – ул тәртип. Сәс-баш туҙып, бысранып йөрөмәй. Ҡолаҡтар ҡаплаулы, башҡа ла йылы, тиҙ өшөп бармайһың. Йәй көнөндә иһә барыбыҙға ла баш ке-йемен кейергә ҡушалар, табиптар ҙа эҫе көндәрҙә башты ҡапларға кәңәш итә. Яулыҡта үҙеңде нисектер ыҡсым тотаһың. Әйтерһең дә, яулыҡ һинең башыңды ғына ҡапламай, ә нәфсеңде лә теҙгенләй, тыйнаҡ булырға өйрәтә. Яулыҡһыҙ ҡатын-ҡыҙҙың һәр сәс бөртөгөн шайтан туҙҙырып, бутап ултырған кеүек тойола миңә.

Ә инде мосолман әҙәбенә ярашлы яулыҡ ябыныу – күркәмлек ул. Уның бер ниндәй ҙә ояты ла, кәмселектәре лә юҡ. «Миңә иртәрәк яулыҡ ябынырға, ваҡыт етмәгән әле» − тип әйтеүселәр ныҡ яңылыша. Иртәме, һуңмы икәнлеген бары бер Аллаһ ҡына белә. Ә ваҡыт бер ҡасан да килеп етмәй. Ваҡыт тик китеп кенә бара!

Миңә ҡалһа, яулыҡта үҙемде бик уңайлы тоям. Әлбиттә, башта күптәр, аптырап, сәйерһенеп ҡараны (ни эшләйһең инде, шундай йәмғиәттә йәшәгәс). «Килештереп яулыҡ ябынған» тиеүселәр ҙә аптыратманы, киреһенсә, минең яулыҡҡа иғтибар итеүҙәре ҡыуандырҙы ғына. Яулыҡ ябыныуҙың бик күп файҙаһын да әйтер инем: сәс-баш таҙа, тиҙ бысранмай, туҙып йөрөмәй. Көн һайын, прическа эшләйем, тип баш ватмайһың, ваҡыт әрәм итмәйһең. Эштә лә, төрлө тантаналы, мәҙәни сараларҙа булырға тура килһә лә, бер кем дә: «Бар, яулығыңды сис!» − тип әйтмәне әле. Ә бит иң тәүҙә, кеше нимә әйтер, тип уйлайбыҙ, ҡурҡабыҙ. Беҙҙең ҡылған изге ғәмәлдәрҙән, хатта кейгән кейемдәрҙән тик Аллаһ риза булһын – бары шул ҙур мәғәнәгә эйә.

Хәҙер бит яулыҡтарҙың ниндәйе генә юҡ, һәр күлдәккә, һәр кейемгә килешле итеп һайлап алырға була, теләк кенә булһын. Ә иң мөһиме – яулыҡлы ҡатын-ҡыҙ тәрбиә лә, өлгө лә, матурлыҡ билгеһе лә. Раббыбыҙ бит ҡатын-ҡыҙҙы шуның өсөн яратҡан: киләсәк быуынға тәрбиә бирергә, тирә-яҡтағыларға өлгө булырға һәм үҙенең гүзәллеген ыҡсым итеп күрһәтергә.

 

Айһылыу Сирбаева, Дыуан районы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....