Бәхетле булыу мөмкинме?

Бәхетле булыу мөмкинме?

Һәр ваҡыт ниҙер өйрәнгән, оҫталығын, һөнәрҙәрен арттырған кеше башҡаларҙан нимәһе менән айырыла? Күп яғы менән: үҙ өҫтөндә эшләгән кеше был тормошта күп нәмәгә ирешә.

 

Үҙ-үҙеңде үҫтереү (саморазвитие) – маҡсатыңды тормошҡа ашырыу өсөн башҡарған көндәлек хеҙмәтең. Әлбиттә, бер кем дә шунда уҡ ҙур уңыштар вәғәҙә итмәй. Оло юлға аяҡ баҫҡан кешегә ең һыҙғанып эшләргә, тырышып уҡырға, ҡай саҡ хаталанып та, ҙур тәжрибә тупларға кәрәк. Башҡарған эше кемгәлер бик ябай булып күренер, икенсеһенә  – ҡатмарлы, ә өсөнсөһө иһә  – ярты юлда ҡул һелтәп, башлаған эшен ташлап китәсәк.

Ышанаһығыҙмы-юҡмы, хәләл көс менән яуланған уңышҡа бер ни ҙә етмәй икән! Ваҡытың, һәләтең, түгелгән тирең бушҡа сарыф ителмәгән, тимәк! Маҡсатҡа өлгәшеүҙең шатлығы ныҡ сағыу, емеше бик татлы була икән! Тырыш хеҙмәттең һөҙөмтәһе барыһын ҡанатландыра, үҙ-үҙеңә ышанысың арта, күңел офоғоңда яңы уй-маҡсаттар ҡабынып китә. Ниәттәрҙе ғәмәлгә ашырыу буйынса пландар ярала.

Уңышҡа ирешәм, һәләтемде арттырам, тигән уй-маҡсат менән янған уҡыусыбыҙға түбәндәге кәңәштәребеҙ, һис шикһеҙ, ярҙам итер, тип ышанабыҙ. Тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртеп, матур ғәҙәттәргә өйрәнеп була ул! Бының өсөн бер аҙ көс туплап, үҙтәрбиәне бөгөндән башлау хәйерле.

  1. Һәр иртәне рәхмәт һүҙҙәренән башлағыҙ. Барыһы өсөн шөкөр итегеҙ. Бер төн эсендә күпме кеше яҡты донъя менән хушлашҡан, күпмеһе ауырыуға һабышҡан, ә кемдер ауырлыҡ кисереп, төнөн бөтөнләй керпек ҡаҡмаған. Кемдер өйһөҙ интегә, ауыҙына тәғәм ризыҡ эләкмәй, асыҡҡан кешеләр ҙә бихисап. Әлхәмдүлилләһ, һин дә ярҙамға мохтаж булып йөрөмәйһең, ауыр хәлдә түгелһең!
  2. Иртән уянғас та, бер сынаяҡ йылы һыу эсегеҙ. Һыу эске ағзаларығыҙҙы эшләтеп ебәрер, төн эсендә йыйылған токсиндарҙы, бактерияларҙы "йыуып" төшөрөр. Бер стакан йылы һыу шулай уҡ көс тә бирә. Ябығам, тип тырышҡан кешегә лә был шәп «лайфхак».
  3. Көн һайын ғилем алыуға ла етди иғтибар бүлеп, көнөнә, исмаһам, китаптан 20-30-шар бит уҡып сығырға тырышығыҙ. Уҡыуҙан һеҙ күп файҙа аласаҡһығыҙ:

– телебеҙҙең лексикаһын өйрәнеп, һүҙ байлығы артасаҡ;

– уҡыу шулай уҡ баш мейеһе эшенә ыңғай йоғонто яһай. Китап уҡыған кешенең Альцгеймер ауырыуы барлыҡҡа килеү ихтималлығы әҙерәк булыуы иҫбатланған;

– китап яратҡандың хәтере шәбәйә;

– уҡыған кешенең ваҡыты файҙалы үтә, белемен арттыра, донъяны танып белергә ярҙам итә.

  1. Ниндәй ҙә булһа спорт төрө менән шөғөлләнә һәм дөрөҫ туҡлана башлағыҙ. Һаулыҡты һаҡлау бик мөһим. Күберәк емеш-еләккә, йәшелсәгә һәм йәшел тәмләткестәргә өҫтөнлөк бирегеҙ. Көнөнә 5-6 стакан һыу эсегеҙ һәм көнөнә 15 минут ваҡытығыҙҙы спортҡа, төрлө күнегеүҙәргә бүлегеҙ, йәйәүләп йөрөй башлағыҙ.
  2. Юҡ-бар менән булып, интернетҡа әүрәп, ваҡыттығыҙҙы бушҡа үткәрмәгеҙ. Баланыҡын ғына түгел, гаджетҡа исраф ителгән ваҡытты үҙегеҙ өсөн дә сикләргә тырышығыҙ. Youtube-та нимәлер ҡарағығыҙ килһә, бары тик фәһемле яҙмаларға, фильмдарға өҫтөнлөк бирегеҙ: был видеолар ике донъя өсөн дә файҙа килтерерлек булһын.
  3. Көн һайын саф һауала йөрөргә тырышығыҙ. Көндәлек мәшәҡәттән арыныу өсөн ярты сәғәт ваҡыт та етә.
  4. Көн һайын өс яҡшы ғәмәл эшләгеҙ (өсәүҙән күберәк булһа, тағы ла яҡшыраҡ). Изгелек эшләп, тәү сиратта үҙегеҙ, ә унан инде башҡаларҙы ла бәхетле итәсәкһегеҙ.
  5. Йоҡларға иртә ятығыҙ. Был ғәҙәткә өйрәнеп китһәгеҙ, кәрегеҙ ҙә артыр, иртән тороуы ла еңел булыр, етмәһә, башығыҙ эшләр.
  6. Маҡсатығыҙҙы ҡағыҙға яҙып, уны бойомға ашырыу буйынса план төҙөгөҙ. Кис һайын үткән көнгә йомғаҡ яһағыҙ. Ваҡытығыҙ нимәгә сарыф ителгән, шуға һығымта яһағыҙ.
  7. Кешеләрҙә тик яҡтылыҡ һәм яҡшылыҡ күрергә өйрәнегеҙ. Беҙ бер кемде лә хөкөм итергә тейеш түгел.

Бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡҡа ҡарамаҫтан, бөгөндән үк үҙтәрбиә эшен башлағыҙ. Әҙәм балаһы нәҡ һынау-ҡаршылыҡтар аша ғына үҫә, рухи яҡтан сыныға бит! Күптән түгел күҙемә салынған бер китапта шундай сағыштырыу иғтибарымды йәлеп итте, миңә ныҡ оҡшаны ул. Унда сүп-сар баҫҡан фатир менән рухи халәт сағыштырыла. Кәрәкмәгән иҫке әйберҙәрҙән ҡотолған кеүек һеҙ иң башта күңелһеҙ уйҙарҙан арынырға тырышаһығыҙ. Шунан инде иҫке обойҙар, йәғни, үпкә-ғәйептәр, һыҙырып ташлана. Аҙаҡ инде иҙәнегеҙҙе тигеҙләйһегеҙ: асыуланыу, рәнйеү кеүек тойғоларҙан баш тартығыҙ. Өйҙө рәтләп бөткәнсе түҙегеҙ инде, башта бысраҡ, шыҡһыҙ күренгән донъяғыҙ тырышҡан һайын үҙгәрер, таҙарыр, сынъяһау һәм бөхтәгә әйләнер. Төҙөлөштән ҡалған ҡый-ҡыпырҙы ғына сығарып түгергә онотмағыҙ! Диуарығыҙға яңы обойҙар йәбештерәһегеҙ. Йышылған иҙәнгә лак буяла: йөрәгегеҙ урынына ултыра, тыныслана. Ҡайтанан төҙөкләндереү эштәре тамамланып, фатирығыҙҙың йәмләнеп, матурайып киткәнен күргәс кенә күңелде ҡәнәғәтлек, оло эште, ниһайәт, башҡарып сыға алдым, тигән күтәренке уйҙар биләп алыр. Бөхтә, таҙа, уңайлы фатирҙа йәшәүе лә кинәнес! Камиллашыу, үҙтәрбиә йүнәлешен үҙ иткән кешенең тормошонда ла нәҡ шундай ыңғай күренештәр генә буласаҡ.

Шуға күрә иҫегеҙҙә тотоғоҙ: үҙегеҙҙе һәм йәшәү рәүешегеҙҙе һеҙҙең өсөн бер кем дә – ата-әсәйегеҙ ҙә, дуҫтарығыҙ ҙа үҙгәртә алмай. Был һеҙҙең өсөн генә кәрәк.

 

Бәһистан Сәғәҙулаева,

Светлана Ғәлиуллина тәржемәһе

 

 

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Башлаған проектым уңышһыҙлыҡҡа осраны

Эшҡыуарлыҡ буйынса бер лекторҙың сығыштарын оҙаҡ ваҡыт тыңланым, уның бер нисә түләүле курстарын үттем. Әйткәндәренән илһамланып, ниһайәт, үҙ эшемде башлап ебәрҙем. Әммә, уның бөтә кәңәштәренә таянып эш итеүемә ҡарамаҫтан, башлаған эшем уңыш килтермәне, ҙур бурысҡа баттым. Был хәлдән һуң күңел...


Ни ҡылаһың – шул ҡайта

Мәктәптә барыбыҙ ҙа математика дәрестәрен уҡыныҡ. Унда, иҫәпләп, һанарға ғына өйрәнмәнек, төрлө математик закондарҙы ла үҙләштерҙек. Миңә иң ныҡ иҫтә ҡалған закон – пропорционаллек, йәиһә ике дәүмәл араһында математик бәйлелек. Бында бер дәүмәлдең артыуы икенсеһенең артыуына килтерә. Тимәк,...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң унан ниҙер һорарға яраймы? Әгәр юҡ икән, мәүлит ваҡытында нәзмдә: «Йә Рәсүлүллаһ, ишфәнә йәүмә ннүшүр (Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең өсөн шәфәғәтсе бул)», – тип уҡыла торған һүҙҙәр нимә аңлата? Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ фанилыҡта ла һорарға...


Ни өсөн Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратырға кәрәк?

14 августа Рәбиғел айы башлана. Уны Мәүлит айы тип тә йөрөтәләр, йәғни, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо айҙың 12-се көнөндә, дүшәмбелә, сәхәр ваҡытында донъяға килә. Күркәм ай алдынан һәр беребеҙҙең йөрәгендә йәшәгән оло мөхәббәт тураһында һөйләшеп алайыҡ.   Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ яратыуы-быҙҙың...


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...