Сәй эскәндә, мөнәжәттәр көйләгәндә… хәләл ефетемде иманға әйҙәнем

Миңә гел генә, һеҙгә рәхәт, икегеҙ ҙә иманлы йәшәү рәүеше алып бараһығыҙ. Тормош иптәшегеҙҙе лә нисек дингә ылыҡтыра алдығыҙ һуң, тигән һорауҙы йыш бирәләр. Һөйләйәсәк һүҙем ошо хаҡта булыр.
Ғәҙәттәгесә, ҡараҡаршы ултырып, ирем менән иртәнге сәйҙе эсеп ултырабыҙ. Сынаяғына яһаған арала уға күҙ һаламын. Кәйефе юҡҡа оҡшай. Күптән түгел генә хаҡлы ялға сыҡҡайны. Күңеле болоҡһой, өҫтәүенә, ваҡыты менән сырхап та ала. Уның хәленә кермәксе булып, нисәнсе мәртәбә намаҙ тураһында һүҙ сығарам:
− Аллаһу Тәғәлә ризалығы өсөн әллә намаҙға баҫһаң, былай булып ултырмаҫ инең. Күңелеңдәге бушлыҡ та юҡҡа сығыр ине… Эргәңдә өйрәтергә кешең булмаһа, бер хәл (Әлхәмдүлилләһи шөкөр, 1993 йылдың 15 мартында намаҙға баҫҡайным)…
Аллаһу Тәғәләнең рәхмәтенә өмөт иткән ике хеҙмәттәшебеҙ, оло ғына еңгәбеҙ намаҙға эйелгәнде, һин алып китә алмаҫмын, тип уйлайһыңмы?
− Ярай, берәй ваҡыт уҡырмын, тик әле донъя эше менән булып алырға кәрәк, − ти хәләлем. Ә мин шул арала мөнәжәтемде көйләп тә аламын: Камил тәһәрәтләнеп, намаҙға эйеләйек, Һигеҙ ожмах асҡысы – намаҙҙы үҙ итәйек. Ирем ишетһен тип, ҡабатҡабат ҡабатлайым. Бер мәл өйгә киленебеҙ килеп инде. Машинаға правоһы өйҙә юғалған. Ике көн эсендә тапмаһа, ул руль артына ултыра алмай. Нишләргә? Иртә менән тороп, ике рәҡәғәт хәжәт (үтенес) намаҙы уҡыным. Һуңынан “Әд-Доха” сүрәһен бер нисә мәртәбә ҡабатланым. Аллаһу Тәғәләнең рәхмәте киң. Төшкә табан, ирем правоны үҙенең тимер-томорҙар һаҡлаған ҡумтаһынан килтереп сығармаһынмы…
Шуға оҡшаш тағы бер хәлде һөйләмәксемен. Йәә Аллаһ Раҡиб (һаҡлаусы, күҙәтеүсе) тип, ете мәртәбә әйтеп, үҙем көтөүгә ҡыуған бер һарығыбыҙ кисен ҡайтманы ла ҡуйҙысы. Мал ҡайтҡас, өй һайын тигәндәй йөрөп, һораштырҙыҡ. Ахыры, иртә менән тороп, әлеге хәжәт намаҙын уҡығас, Әд-Доха, Йәсин сүрәләрен сыҡтым. Көтөү ҡайтты. Ҡайҙа һарығың, ти хәләл ефетем. Мин сым-сырыҡ, йәғни, бер һүҙ ҙә өндәшмәйем. Шул мәлдә генә Таңһылыу Ғүмәрованың мөнәжәте телгә килде: Сабыр итәйек, сабыр итәйек, Сабыр иткәндең күңеле хуш булыр. Сабыр итмәгән әҙәмдең ғәмәл дәфтәре буш булыр… Үҙебеҙгә яҙған, күрәһең, бер ай тигәндә, малыбыҙ ҡайтып килде. Минән бигерәк, диндең донъя эшенә лә тәъҫир итеүенә иремдең аптырауы… Ҡулына дини китаптарҙы алып, ҡыҙыҡһына башланы. Аллаһу Тәғәләнең исемдәренең береһен хәҙер икәүләп ҡулланып ҡарарға булдыҡ. Бер туған ҡустыһы кискеһен генә беҙгә килеп инде. Айнытырға теләйбеҙ.
Тик нисек итергә? Бер дини календарҙа яҙылғанды эшләп ҡарарға булдыҡ: тегенең бер сәс бөртөгөн һорап алдыҡ. Меңәр мәртәбә, йәә Аллаһ Шәһид (бөтә хәлгә шаһит булыусы), тип, уның сәсенә уҡыныҡ. Беҙҙә булғанда тик айыҡ йөрөнө. Ҡайтып киткәс, беҙ тәнәйҙән ҡыуаныслы хәбәр өмөт итәбеҙ. Шайтаны көслө булып сыҡҡан. Өйөнә ҡайтып еткәс, йәнә эскән дә ҡуйған Аңламаҫһың был кешене: килен дә мәсеткә йөрөй. Айыҡ йәшәү рәүеше алып бара… Күрәһең, хәмер йөрәгендә ныҡ тамыр йәйгән. Йәнә аш өҫтәле янындабыҙ. Ипләп кенә һүҙ сығарам. Ауылға имсе килгән, тиҙәр. Әллә күренеп ҡарайыңмы? Тамсы тама-тама ташты тәки тиште бит. Дауаланғанда, ғәҙәттәге медицина алымдарын да, халыҡ дауаларын да ҡулланып ҡарау ҡамасауламаҫ, тимәһенме. Әҙәм балаһы ниәтләй. Аллаһу Тәғәлә нимә тип бойора бит! Ул-был сәбәп табылып, икебеҙ ҙә ул көнө бара алманыҡ. Иртәгеһен ҡалаға юлға сығырға тура киле. Ҡуйы томанлы иртә. Ауыл осонда берәү ҡул күтәрә. Ултыртып алдыҡ.
− Һеҙ кем, ҡайҙан килдегеҙ, тип һорай ҡуям.
− Ишетмәнегеҙме, ни, мин бит кисә һеҙгә килгән Н. булам… Ауылдаштарығыҙҙы ҡабул иттем. Ихласлыҡ көслө. Тик, ҡайһы берәүҙәр, тәһәрәтте ғәҙәттәге йыуыныу менән бутайҙар. Бер нисә ҡатынға уның тәртибен өйрәттем. Даими эшләһәләр, хәҙер өйрәнерҙәр. Мәсеткә йөрөһәләр, белерҙәр ине, ти. Ауылығыҙ бик матур, күркәм… Зәйнулла ишан рухы тарафынан ҡурсаулы ла. Төйәгенә килеп йөрөй икән… − Нисек инде? Уның вафатына нисәмә йыл...
− Изгеләрҙең йәне мәңгелек. Улар бер юлы етмеш урында була алалар. Ярай әле, заманында оло быуындан яҙып алған хикәйәт иҫемә төшә: тройка егеп, үҙенең ғаиләһе менән шәкерттәренә борон килеп йөрөгән. − Тикмәгә түгел икән шул, үҙалдына һөйләнгәндәй һығымта яһап та ҡуйҙы, − Һеҙҙең менән йәнә осрашырбыҙ әле, − тип беҙҙең менән йылы ғына хушлашып, Уральск ҡасабаһында төшөп ҡалды. Ҡабаттан осрашыу хәләл ефетемә лә, минең ижади тормошома ла ыңғай йоғонто яһаны. Оло эштәр атҡарыр алдынан ҡорбан салырға, ата-бабаларҙың фатихаһын алырға кәрәк, тип әйткәйне әлеге имсе. Тыуған ауылым Иҫтамғолға барып, активистар, ауыл хакимиәте менән һөйләшеп, әрүәхтәр рухына ун өс ҡорбан салдыҡ. Ауылдаштар ярҙамында ҙур байрам яһаныҡ. Бына шул эштәрҙе атҡарғандан аҙаҡ, ижади эшем йәнләнде: бер-бер артлы шәжәрәләр тураһында китаптар донъя күрҙе. Н. миңә ҡот ҡойоп бөтөүгә, тышта урам ҡапҡаһы асылған тауыш ишетелде. Бер ир кеше килә, тәһәрәте дөрөҫ түгел, ти. Бүлмәгә хәләл ефетем килеп инде. Имсе уның ҡулына тәһәрәт тәртибе яҙылған ҡағыҙ тотторҙо. Шунда яҙылғандар буйынса йыуынып бөткәс кенә, уға яңынан килергә ҡушты. Мин уның килеренә икеләнеберәк тора инем. Ҡушҡанын теүәл үтәгән, буғай. Ҡырҡ көн намаҙ уҡы. Артабан дауам итергәме-юҡмы икәнлеген үҙең ҡарарһың, тип, оҙатып ҡалған. Шулай итеп, мин намаҙға эйелгәнгә ун туғыҙ йыл тигәндә, хәләл ефетем 2012 йылдың көҙөндә намаҙға баҫты. Ҡаршылыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, ул ғибәҙәтен ҡалдырмаҫҡа тырышты. Һәм дини әҙәбиәттәрҙе йотлоғоп уҡырға тотондо.
Башта йомаға, намаҙы ҡабул булһын өсөн, тигән уй менән генә йөрөй торғайны. Аҙаҡ, имамдың вәғәздәрен тыңлап, күңеле хушландымы, йомаларҙы ҡалдырманы. Мәсеттең документацияһын эшләтеүҙә имамдың уң ҡулы булды. Бер нисә тапҡыр Өфөгә барып ҡайттылар. Тиҙҙән уны (Зиннур Ҡәләмовты) имтихан бирҙереп, ауылдың иман йортона мәзин итеп тәғәйенләнеләр. Бер көндө бик һуң, беҙ йоҡларға ятҡас ҡына, уға бер курсташы шылтырата. Эй ялҡытҡыс аһ-зарын теҙә теге.Уның бөтмәҫ монологы миңә лә ишетелә. Дингә күсһен, намаҙға баҫһын, тип хәләлемдең ҡолағына бышылдайым. Тегенең нәмә әйткәне, ул-был һылтау табып, үҙенә төрлө сәбәптәр килтергәненә ҡаршы, иптәшем дәлил килтерә: әлхәмдулиллаһ шөкөр, ул кәртәне үттем, бөгөн килеп хаҡ юлдамын. Һинең кеүек йыш уйлана торғайным. Нимәһе бар икән шул диндең, ни сәбәпле кеше уға ылыға икән, тип. Бар икән шул. Һәм эште нимәнән башларға кәрәклеге тураһында кәңәштәр бирҙе. Йәйге көндәрҙең береһендә, район гәзитендә, курсташының ауылдаштары менән берлектә мәсет төҙөтә башлауы тураһында мәҡәлә баҫылды. Бына ул курсташы бөгөн дә шылтыратып, үҙенең ниәттәре менән уртаҡлашты. Дауаханала ятһа ла, пландары елле генә икән, Тимәк, ул өмөт менән йәшәй.
Шөкөр, бөгөнгө көндәрҙә икебеҙ ҙә намаҙҙабыҙ. Нәфел намаҙҙарын: төндә тороп − тәһәжүд (ҡәбер ғазабынан аралаһын өсөн), бер оло эште атҡарғас − шөкөр (рәхмәт), мөһим эштәр планлаштырғанда, ярҙам һорап − истихара намаҙҙарын бергәләп уҡыйбыҙ, аяттарға йөрөйбеҙ. Ғәҙәттә, бындай ғибәҙәттәрҙән һуң, мөһим һорауҙарға яуап килә. Хәләл ефетем, исем-шәрифтәрен атап, әрүәхтәр рухына аяттар бағышлап бөткәс, үҙенә дини белем биреүҙә ярҙам иткән уҡытыусылары: миңә, Сәғиҙә Ғабдрахман ҡыҙына, Гөлгөл Һарун ҡыҙына рәхмәтен еткерә. Өс көн ғүмере ҡалһа ла, мосолман белем алырға бурыслы. Шуны иҫкә алып, бынан өс йыл элек, хаҡлы ялдағы ағинәйҙәрҙән төркөм ойоштороп, төштән һуң, үҙебеҙҙең мәктәпкә йыйылдыҡ. Дини һабаҡтар алыуҙы, күптән түгел генә РИУ тамамлаған мөғәллимә Гөлгөл Һарун ҡыҙы башлап ебәрҙе. Шул тиклем белемгә сарсағанбыҙ. Һәр һүҙен йотлоғоп тыңлайбыҙ. Ике сәғәттең нисек үткәне һиҙелмәй ҙә. Мөғәллимәбеҙ һөйләгәндәрҙән бер нисә һөйләм яҙып үтәйем:
• Аллаһу Тәғәләнән ҡурҡыу ямандарҙан йырағайта.
• Ғибәҙәттә ихласлыҡ булмаһа, уның һөҙөмтәһе юҡ.
• Ғалимдар әйтеп ҡалдырған: намаҙ хәрәкәте менән йөрәк хәле бергә булырға тейеш.
• Мөхәммәд r ҡара аттар араһында аҡ аттар асыҡ күренеп торор. Тәһәрәтле, намаҙ уҡығандар ҡиәмәт көнөндә − ап-аҡ хәлдә , иманһыҙ бәндәләрҙән айырылып торор, тигән.
• Берәйһе тәһәрәт алғанда, Аллаһу Тәғәләне иҫенә төшөрһә, уның тәне менән бергә күңеле лә таҙара..
• Ураҙа − тәндең зәҡәте.
• Дини ғилем алам, тип өйҙән сығыусыны барса мәхлүҡ хуплар… Аңлатҡанды иғтибар менән тыңлау − ғилем алыуҙың яр тыһы.
• Һөйләгән һүҙ ғәмәл менән нығытылһын…
ЗӨБӘЙҘӘ ҠӘЛӘМОВА.
Учалы районы
Сораман ауылы