Цифрлы аҡылһыҙлыҡ
Хәҙерге заман технологиялары һәм социаль селтәрҙәр үҫеше менән быға тиклем булмаған яңы психик ауырыуҙар килеп сыҡты. Әле ун биш йыл элек был психик ауырыу тураһында бер кем дә белмәне. Һүҙем – цифрлы аҡылһыҙлыҡ тураһында. Интернетҡа, телефонға, социаль селтәргә бәйле булғанға уны шулай атағандар. Техника үҫеше кеше аңына нисек тәьҫир итә һуң?
Бынан утыҙ йылдар самаһы элек, беҙ бәләкәй саҡта, телевизорҙы оҙаҡ ҡараған балаларҙың проблемаһы тураһында һөйләй торғайнылар. Был мәсьәлә күберәк ҡала ерендә йәшәгән байыраҡ кешеләргә ҡағылды. Ул заманда ауылда ни бары бер генә канал эшләне, уныһын да һирәк ҡарай торғайныҡ. Шул ваҡытта психологтар телевизорға мөкиббән кешене, үҙ донъяһында ғына, ысынбарлыҡтан ситтә йәшәй, тип ҡылыҡһырлай ине. Телевизорҙы көнө-төнө ҡараған һәм уға һирәк күҙ һалған балаларҙы сағыштырып, зәңгәр экранға иҫе киткәндәрен, тормошҡа яраҡһыҙ, тинеләр.
Нимәһе менән әүрәтә һуң кешене был фильмдар? Ундағы тормош тамашасыға үҙенекенән күпкә ҡыҙығыраҡ, ваҡиғаларға тағы ла байыраҡ тойола. Ә бит бөгөнгө хәлдәр менән сағыштырғанда, был ваҡ мәсьәлә һымаҡ!
Күптән түгел тормошобоҙға «клиплы фекерләү» тигән һүҙбәйләнеш килеп инде. Социаль селтәрҙә әүҙемдәр, психологтар был хаҡта яҡшы белә. Нимә ул «клиплы фекерләү»? Тиҫтә йыл элек бер сәғәтлек һәм унан да оҙағыраҡ барған фильмдарҙы ҡарарға сыҙамлығы етмәгән кешеләр тураһында һөйләй башланылар. Улар ни бары 10, 15 йә 20 минут ҡына ҡарай ала, аҙаҡ түҙемлеге бөтә икән.
«Клиплы» фекерләгән әҙәм бер һорауға 15 минуттан артыҡ ваҡытын бүлә алмай икән. Һәр фильм уның өсөн ҙур һынау: «Нисек инде бер нәмәне сәғәт буйына ҡарарға мөмкин?» – тип аптырай ул, 15 минуттан да артыҡ мейеһен эшләткеһе килмәй, ялҡауы килә!
Сәғәт дауамында иғтибарыңды бер нәмәлә генә тота алмаһаң, уйлана белмәһәң – был етди проблема. Тимәк, был кешенең иғтибарын күпмелер ваҡытҡа (ни бары бер сәғәткә) йәлеп итерлек түгел, шуның өсөн ул был донъяны бер бөтөн итеп күрә белмәй, бар нәмәне өҙөп-йолҡоп, тигәндәй, ҡабул итә.
Әммә Интернет киңлектәрендә ҡыҫҡа сюжеттар менән сикләнеүҙең зыянын минут һайын клип артынан клип алыштырыуҙың зарары менән сағыштырырлыҡ та түгел икән!
Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: күптәр киң таралған селтәргә инеү менән минут һайын роликтар алыштыра һәм туҡтай алмай, иғтибары ике-өс минутҡа ла етмәй!
Ҡартлыҡ деменцияһы тураһында йыш һөйләйҙәр бөгөн. Деменцияны шул уҡ аҡылға еңеләйеү тиергә мөмкин. Ҡайһы саҡта йәш кешелә лә осрай ул. Әммә социаль селтәрҙәрҙең баланың психикаһына йоғонтоһо менән сағыштырғанда, деменция улай уҡ ҡурҡыныс түгел. Интернетта бер сәғәттән ашыу ултырған баланың һәм ауыр авариянан һуң башын йәрәхәтләгән кешенең мейеһен төшөрһәк, икеһенең дә снимоктары бер төрлө буласаҡ. Йәғни, балаһына смартфон тотторған кеше уға “баш һөйәге-мейе йәрәхәте” кеүек ҙур зыян килтерә!
Ҡай саҡта ата бесәй үҙ балаларын ашап ҡуя. Урыҫтар быны, инә бесәйҙең иғтибарын көҫәп, көнләшеүе арҡаһында, ти. Аварҙар метафора менән аңлата: «Ас булыу арҡаһында түгел, киләсәктә ауырлыҡ күрмәһен, тип йәлләп, көсөктәрен ашай». Шулай итеп, был әйтемде улар балаларын йәлләп, эш ҡушмайса, тормошҡа яраҡһыҙ булып үҫтергән, бер һүҙ менән әйткәндә, уларҙың киләсәгенә балта сапҡан ата-әсәләргә миҫал итеп килтерә.
Баш мейеһе үҫешһен өсөн, тойоу-һиҙеү ағзаларының бишәүһен дә үҫтереү мотлаҡ. Мәҫәлән, бәләкәй балабыҙ илай башланы икән, ти. Тынысландырыр өсөн бит минут һайын әүрәтеп торорға, нимәлер уйлап сығарырға кәрәк, ә был бик ҡатмарлы – минең уға ваҡытым юҡ, йә иғтибар иткем килмәй! Мә, бәпесем, һиңә телефон, шуны ҡара ла ултыр, ә мин үҙемдең сәхифәмде аса торайым! Балағыҙ йәнһүрәтте башынан аҙағынаса тиклем ҡараймы һуң? Юҡ икән, смартфондан башҡа бер нәмә лә ҡыҙыҡһындырмаһа – был ҡатмарлы мәсьәлә.
Смартфон менән ултырған баланың тойоу-һиҙеү ағзалары эшләйме? Шәптән булмаһа ла, күреү, ишетеү ағзалары ғына эшләй икән! Күреү һәләтен юғалтмаҫ өсөн, күҙ мускулдарын нығытыр өсөн ваҡыты-ваҡыты менән ҡарашыбыҙҙы йыраҡҡа төбәргә ҡуша беҙгә окулистар. Гел сағыу әйбергә ҡараһаҡ, күҙҙең селтәрсәһе зыян күрә. Шуға экрандың яҡтылығын кәметергә кәңәш итәләр. Гаджеттар ишетеү һәләтенә бик тәьҫир итмәһә лә, смартфонда ултырырға яратҡан баланың күреү һәләтенә хәүеф янай. Ә башҡа тойоу-һиҙеү ағзалары бөтөнләй үҫешмәй! Баланың аяғын ике-өс айға бәйләп ҡуйыу нимәгә килтерә? Мускулдарының атрофияһына! Кеше мейеһе менән дә шул уҡ хәл, гаджетта ултырған баланың еҫ һиҙеү, тәм тойоу, тактиль тойоу өсөн яуаплы мейе өлөштәре атрофиялана, үҫешмәй.
Психиатрҙар әйтеүенсә, цифрлы аҡылһыҙлыҡ ошо йәһәттән үҙен, балаһын сикләмәгән һәр беребеҙгә янай. Ғәрсә бөтә ағзалары үҫешкән өлкәндәр өсөн был ҡурҡыныс түгел, ә бала өсөн үлемгә тиң.
Беҙ һөйләгән нәмәләр тураһында психиатрҙар, психологтар, төрлө белгестәр борсолоуҙарын белдереп яҙа, сығыш яһай. Балаға ҡарата булған һөйөүебеҙ «мә ал да, икенсе донъяла йәшә», тип гаджет биреүҙә генә сағылмаһын ине.
Ә һуң үҙебеҙсе? 40 йәште уҙған ир башым менән социаль селтәргә инһәм, шул арала нимәгәлер әүрәп, ике-өс минуттан нимәгә кергәнемде онотам. Ә бала нисек үҙен тоторға тейеш? Беҙ уға: «Бер үк насарҙы ҡарама, телефонды файҙаға тотон», – тигән булабыҙ. Мин 40 йәшемдә тотона алмайым, ә һин тотон!
Әйҙәгеҙ, тормошҡа айыҡ ҡарайыҡ! Һуңғы йылдарҙа китап уҡыусылар һирәгәйҙе, ни бары 5 процент тирәһе генә уҡый, ти социологтар. Һәм тиҙҙән уҡымышлы быуынды бер нәмә лә эшләй белмәгән булдыҡһыҙ, әҙергә-бәҙер булып йәшәргә өйрәнгән «ҡулланыусылар» быуыны алыштырасаҡ! Был яңы проблема, коронавирус кеүек яңы сир. Һәм был күпкә етдиерәк.
Йәшерен-батырын түгел, өлкән кешенең мейеһенә лә ныҡ зыян итә «интернет» тигәнең: иғтибар тупларға, нимәлер ятларға, ябай нәмәләрҙе иҫкә төшөрөүе ауыр. Шуға мейене эшләтергә, күнектерергә – Ҡөрьән уҡырға, сит телдәрҙе өйрәнергә кәрәк.
Элек нисек ине? Бынан 10 йыл самаһы элек йоҡлар алдынан үткән көнөмә анализ яһай торғайным, бөтәһе лә улай эшләмәй, әлбиттә, әммә кешеләрҙең өстән бер өлөшөнә хас һыҙат. Ә хәҙер кеше телефонын ҡосаҡлап йоҡлап китә. Әҙ генә булһа ла анализ яһарға мөмкинлеге юҡ, тимәк. Иртән тороу менән тағы ла телефонға текәлә, кисен шул уҡ хәл. Һәм шулай 20, 30 йыл ғүмере уҙып та китә! Кешегә, тирә-яғындағыһын күрер өсөн, ҡаты сир менән ауырып китергә йә башҡа етди сәбәптәр кәрәк. Элек, мөмкинлек була тороп та, ҡәҙерле ваҡытты әрәмгә үткәргәнбеҙ. Әҙәм балаһын тамуҡҡа илтеүсе иң шәп сара – уны тормош, йәшәү, үлем тураһында уйланыу һәләтенән мәхрүм итеү. Шуға күрә, зинһар, үҙебеҙҙе, балаларыбыҙҙы контролдә тоторға өйрәнәйек! Цифрлы аҡылһыҙлыҡ кеүек ҙур бәләгә юл ҡуймайыҡ!