Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!
Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо сифаттарға эйә булмаған егеттәр ҙә бар бит. Әгәр ҙә йыуаш, йомшаҡ характерлы ир-егеткә, уның баһаһын төшөрөрҙәй, көслө характерлы кәләш насип булһа? Ирҙәргә Аллаһу Тәғәлә тарафынан бирелгән өҫтөнлөктәре уларҙан бер ҡайҙа ла китмәй бит инде ул, әммә улар ҡай саҡ үҙҙәрен ошо өҫтөнлөктәре булмаған кеүек итеп тотоп алып китәләр.
Киләсәктә ир ҡатыны булырға тура килһә, ошо сикте үтмәй, нисек итеп хәләлең менән дөрөҫ мөғәмәлә ҡорорға?
С., Мәскәү ҡалаһы.
Был бик тәрән йөкмәткеле һорау һәм уға ҡыҫҡаса ғына яуап биреү мөмкин түгел. Ошо юҫыҡта фекер йөрөтөр алдынан ғибрәтле бер хикәйәткә күҙ һалайыҡ. Сүл буйлап каруан китеп барған. Уны әйҙәп алып барған юлсы иң көслө яугир ҙа, иң шәп һыбайлы ла булмаған. Каруансы ябай бер кеше булған, ә уның сәфәрҙәштәре араһында унан да етеҙерәк, унан да ҡеүәтлерәк ир-егеттәр булған. Әммә тик ул ғына алда нисә ҡоҙоҡ барлығын, уларға тиклем күпме юл үтергә кәрәклеген һәйбәт белгән. Һәм бары тик ул ғына, юлдар айырымланып, йүнәлеш һайлағанда, һуңғы фекерҙе әйткән. Каруан юлдан яҙлыҡһа ла, юлсыларҙан кемдер артта тороп ҡалһа йәки эҫе ҡомлоҡта һәләк булһа ла, бары тик ул ғына Аллаһу Тәғәлә алдында яуап тотҡан.
Кешеләр уның артынан ул һәр береһенән ниндәйҙер сифаттары менән өҫтөн булғаны өсөн түгел, ә уға ошо яуаплылыҡ һалынғаны өсөн, һәм ул ошо яуаплылыҡты ҡабул иткәне өсөн эйәргәндәр. Был миҫал Аллаһтың әйткән һүҙҙәре менән дә тап килә. Ғаләмдәр Хужаһы, һәр ир-егет ҡатын-ҡыҙҙан үҙенең аҡылы, рухи көсө, ойоштороу һәләттәре, лидерлыҡ сифаттары менән өҫтөн тора, тип әйтмәй. Ул ирҙәргә айырым яуаплылыҡ бойоролғанын әйтә. Улар икеһе ике төрлө әйбер.
Ҙур караптың капитанын күҙ алдына килтерегеҙ. Уның экипажында двигателде капитандан да яҡшыраҡ белгән инженер булыуы бар, йондоҙҙар буйынса юлды һәйбәтерәк билдәләгән штурман булыуы бар. Йәки – табип, уны ла бит капитан үҙе менән алмаштыра алмаясаҡ. Ләкин карап штормға эләкте ниһә, һәр ҡабул ителгән ҡарар өсөн бары тик капитан ғына яуап бирә.
Ислам буйынса ғаилә лә ошо рәүештә ҡорола. Мәсьәлә теге йәки был сифаттар буйынса ғаиләлә кемдең лидер булыуында түгел. Мәсьәлә – Аллаһтың кемгә яуаплылыҡты тапшырыуында. Ә яуаплылыҡ – ул бүләк түгел. Ул вазифа.
Тап ир кеше Аллаһу Тәғәлә алдында яуап тотасаҡ: ғаиләһен Барса кәрәк-яраҡтар, ризыҡ менән тәьмин иткәнме, хәүеф-хәтәрҙән һаҡлағанмы, ғаилә ағзаларының динле булыуы тураһында хәстәрлек күргәнме, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул иткәнме, үҙенә тапшырылған ышанысты аҡлағанмы.
Шуның өсөн ир менән ҡатын, кәңәш ҡороп та, бер фекергә килә алмаһалар, ир кеше һуңғы һүҙҙе әйтеү хоҡуғына эйә.
Ислам кейәүгә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙы аҡыллы, инициативалы булыуҙан, ойоштороу һәләттәренә эйә булыуҙан сикләмәй. Өммәтебеҙҙәге иң яҡшы ҡатын-ҡыҙҙар араһында көслө характерлы шәхестәр ҙә күп булған. Мәҫәлән, Хәҙисә уңышлы, төплө аҡыллы, оло ихтирамға лайыҡ ҡатын булған. Әммә ул үҙенең көсө һәм ҡеүәте буйынса Аллаһ Илсеһе ﷺ менән уҙышыуҙы бер ҡасан да маҡсат итеп ҡуймаған. Шуның өсөн эргәлә көслө ҡатының булыу – ул проблема түгел. Проблема – никахты беренселек өсөн көрәш майҙанына әүерелдереүҙә. Был мәсьәләнең һирәк телгә алынған тағы бер яғы бар. Ғаилә психологтарының күҙәтеүе буйынса, ир кеше ғаиләлә тотҡан урыны өсөн ныҡ борсола. Күпселек ирҙәр өсөн үҙҙәренең ғаиләлә кәрәкле кеше булыуын, уларға таянырға теләүҙәрен, уларҙы ихтирам итеүҙәрен һәм ғаилә башлығы булараҡ, уларҙың яуаплылығын таныуҙары бик мөһим.
Әгәр ҙә ғаиләлә ир кешегә ҡарата ышаныс булмаһа, уның ҡылған эштәренә, ҡарарҙарына ҡатыны кәмһетеүле ҡарашта булһа, ғаиләлә беренселек өсөн көрәш йәйелдерелһә, был яйлап ир кешенең үҙ-үҙенә ышанысын кәметә һәм хатта ир менән ҡатын араһындағы яҡынлыҡҡа ла йоғонто яһай. Шуның өсөн аҡыллы ҡатын бер ҡасан да ире өҫтөнән баш булырға йәки унан аҡыллыраҡ һәм көслөрәк булыуын иҫбатларға тырышмай. Юҡ, көсһөҙ булғаны өсөн түгел! Ул үҙенең төплө аҡылы менән кеше тәбиғәтен бик һәйбәт аңлай һәм иренә көслөрәк булырға булышлыҡ итә.
Ҡатын кеше иренең яуаплылығына ихтирам менән ҡараһа, ғаилә хужаһы ла үҙенең роленә етдиерәк мөнәсәбәттә була. Ул ғаиләһе өсөн күберәк тырыша башлай. Нығыраҡ ҡурсалай. Үҙенә күберәк яуаплылыҡ ала.
Был, әлбиттә, ир һәр саҡ хаҡ тигәнде аңлатмай. Ҡатын-ҡыҙҙың ул йәки был һорау буйынса ире менән кәңәшләшергә лә, бәхәскә инергә лә, килеп тыуған мәсьәләнең һәйбәтерәк сиселешен тәҡдим итергә лә хаҡы бар. Ир менән ҡатындың ихлас кәңәшләшеп, килешеп эш итеүе – ғаиләнең ҡеүәтен күрһәтә.
Һәм иң мөһиме! Ҡатын-ҡыҙҙан бар яғы менән дә өҫтөн булған ирҙе эҙләргә кәрәкмәйҙер. Ундай кешеләр юҡ тиерлек. Уның урынына Аллаһу Тәғәләнән ҡурҡҡан, үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ ала белгән, үҙенең хаталарын таный алған, кәңәшләшеп эшләргә өйрәнгән, ҡатынын кәмһетмәгән һәм үҙенә йөкмәтелгән вазифаларҙан ҡасып китмәгән ир-егетте һайларға кәрәктер.
Һәм шулай уҡ ҡатын кешегә лә иренең яуаплылығын таныу үҙ шәхесе, интеллекты, инициативаларынан баш тартыу тигәнде аңлатмай.
Ни бары иреңә уға Аллаһу Тәғәлә тарафынан аманат итеп тапшырылған яуаплылыҡты ышанып тапшырырға һәм уның эргәһендә иң яҡын кәңәшсе, ярҙамсы, терәк булып ҡалырға ғына кәрәк.
Ғаилә – бер-береңде еңер өсөн көрәш майҙаны түгел. Ғаилә – ҡатын-ҡыҙға ла ир кешегә лә Аллаһу Тәғәлә тарафынан йөкмәтелгән изге вазифаларҙы үтәүҙә бер-береңә терәк була торған урын.