Бала тыуғас башҡарылған йолаларҙы үтәүҙең әһәмиәте
(дауамы)
Алтынсынан, ғәфү үтенә белеү. Балағыҙҙың нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, хатта бер йәшлек булһа ла. Ата-әсә үҙенең хаҡ түгеллеген белһә, уға кисекмәҫтән, үҙенең яңылышҡанлығын аңлатып, баланан ғәфү үтенеү кәрәк.
Етенсенән, балаларҙы «тыңлау». Һеҙҙең өсөн проблема булмаған нәмә, бер йәшлек бала өсөн «ҙур» проблема булыуы мөмкин. Тәүҙә, ауыр булһа ла (ваҡыт юҡ, юҡ нәмә менән башты ҡатыра һ.б.), баланың «проблемаһын» аҙағына тиклем тыңлап бөтөрөгөҙ, һуңынан кәңәш бирегеҙ, «проблеманан» сығыу юлын әйтегеҙ, тынысландырығыҙ, һәм бала, өлкәнәйгәс тә, һеҙҙең менән кәңәшләшәсәк, һеҙ уның өсөн ғүмерлеккә «авторитет» (абруйлы) булып ҡаласаҡһығыҙ.
Һигеҙенсенән, балаларҙы бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтереү. Бала атлай башлағас та, уның ҡулынан килерлек «эш» ҡушыу: дөгө ярмаһын таҙартҡанда, он менән булышҡанда йәки баҡсала, үҙенә бәләкәй генә түтәл эшләп, кишер, сәскәләр сәсеп, һыу һибергә баланы «ярҙамға» саҡырыу.
Туғыҙынсынан, балаларға сәләм бирергә, күрешергә өйрәтегеҙ. Балаларҙан йәше буйынса беренсе булып сәләмләүе талап ителһә лә, уларҙы өлкән кеше башлап сәләмләүҙә зыян юҡ. Әгәр бала, белмәү, оялыу, ҡурҡыу, онотоу йәки башҡа сәбәптән, башлап сәләмләмәһә, «Әҙәпһеҙ, ата-әсәйең өйрәтмәнеме» кеүек һүҙҙәр менән уны һәм уның ата-әсәһен әрләү ярамай, ә үҙегеҙ башлап сәләмләгеҙ, тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хәҙисендә.
Унынсынан, балаларҙы йышыраҡ ҡосаҡлап үбегеҙ, был баланың йөрәгендә мәрхәмәтлелек, йомшаҡлыҡ барлыҡҡа килтерә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ балаларҙы һәр ваҡыт ҡосаҡлап үпкән. «Аллаһ Рәсүленән башҡа балаларға ҡарата иң мәрхәмәтле, шәфҡәтле һәм йомшаҡ күңелле кешене күргәнем юҡ», – тигән Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сәхәбәһе.
Ун беренсенән, балаларға: а) Аллаһу Тәғәлә тураһында һөйләгеҙ, ләкин «Аллаһ бабай» тигән көфөр һүҙ ҡуланыу тыйыла, сөнки балалар һүҙҙе тура мәғәнәһендә аңлай һәм улар күҙ алдына аҡ һаҡаллы, башына түбәтәй кейгән, таяҡҡа таянған бабайҙы килтерәсәк, ә быны һөйләгән ата-әсәгә, олатай-өләсәйгә ҙур гонаһ яҙыла; б) Бала алдында һәр ваҡыт һеҙгә аҡыллы, батыр (матур һ.б.) бәпес биргәне өсөн Аллаһҡа рәхмәт әйтегеҙ; в) Бергә йыйылғанда, бигерәк тә өҫтәл янында, йоҡларға һалғанда, пәйғәмбәрҙәр тарихын, ҡиссалар һөйләгеҙ, бала менән бергә ҡыҫҡа сүрәләр, доғалар уҡып, баланы өшкөрөгөҙ; г) Әхлаҡ ҡағиҙәләрен ҡыҫҡаса ғына аңлатығыҙ, мәҫәлән, ашап-эскәндә, йоҡлағанда, урамда йөрөгәндә һ.б. Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ үрнәк итеп ҡуйырға кәрәк, сөнки бала үҫә килә үҙенә тиңләшер, үрнәк алыр өсөн берәй «кумир» эҙләй башлай, һәм быны ул күрһәтеп гонаһ эштәр эшләгән, алама һүҙҙәр һөйләгән, мәғәнәһеҙ һәм оятһыҙ йырҙар йырлаған, кафыр булған артистан һ.б. кешенән табасаҡ. Быларҙы балаларға, бәйләнсек булмай, әрләмәй генә, аңлайышлы телдә (һеҙҙең аҡыллы, ҡатмарлы һөйләмдәрегеҙ уларға ҡыҙыҡ түгел), ҡыҫҡаса ғына аңлатырға кәрәк.
Ун икенсенән, баланы ҡурҡытмау. Ислам динендә кешене, шаяртып булһа ла, ҡурҡытыу тыйылған. Күп ата-әсә балаһын тыңлатыу өсөн мөйөшкә ҡуя, «Ана бапаҡ килә, һине ашай», «Бабай килә, һине алып китә» йәки Аллаһу Тәғәләнең яза биреүе менән («Аллаһ һине утта яндыра», «Аллаһ башыңа һуға») һәм башҡа һүҙҙәр менән ҡурҡыта. Былай эшләү, беренсенән, алдау була, ә был ҙур гонаһ, икенсенән, Аллаһ Үҙенең бар иткән йән эйәләренең араһында иң яратҡаны – кеше, шулар араһынан иң һөйгәне – балалар. Өсөнсөнән, балаларҙы сабый саҡтан ҡурҡытыу баланың психик торошона йоғонто яһай, ти мосолман ғалимдары, сөнки ҡурҡҡан саҡта ен-шайтанға кешегә инеп урынлашыуы иң уңайлы һәм еңел ваҡыт, йәғни, кешенең шул ваҡытта психикаһы, үҙен тотошо йомшара, ә был бигерәк тә бала булһа. Шул сәбәпле хәҙерге ваҡытта табиптар күп балаларға гиперактив, мыжыҡ, тыңлауһыҙ, аҡыл үҫешенең тотҡарланыуы һәм башҡа диагноздар ҡуя.
Ун өсөнсөнән, ғаиләләге бөтә балаларға ла бер тигеҙ мөнәсәбәттә булыу. Әгәр ата-әсә балаларына ҡарата тигеҙ мөғәмәлә һаҡламаһа, был золом итеү, ғәҙелһеҙлек булып һанала, ти Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьәндә («Ән-Нәхл» сүрәһе, 90-сы аят), ә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ был турала үҙенең хәҙисендә лә әйткән. Балалар араһында ғәҙел булыу бөтә өлкәгә лә ҡағыла: бүләк биреүҙә лә, кейем-һалым йәки ризыҡ бүлеүҙә лә, хатта балаларҙы яратып, ҡосаҡлап үбеүҙә лә. Шулай уҡ балаларҙы күберәк маҡтарға (ләкин сәбәпһеҙгә түгел), сөнки маҡтау баланы яҡшы, сауаплы эштәр эшләргә этәрә.
Ун дүртенсенән, бергә йыйылыу: өҫтәл янында бергә ултырып ашау; урманға йәки күл буйына барыу; өҫтәл йәки ярыш уйындары ойоштороп тороу; китаптар уҡыу; ҡул аҫтындағы әйберҙәр менән ваҡ-төйәк нәмәләр эшләү (был шөғөлдө бөтә балалар ҙа бик яратып башҡара); тыуғас та яҙып барған «ҡыҙыҡ-мәҙәктәрен» уҡып ишеттереү. Әйткәндәй, психологтар баланың тәүге айҙарынан уҡ уның «мәҙәктәрен» яҙып барырға ҡуша, бала үҫә төшөп, аңлай башлағас, баланың был «ҡыҙыҡтарын» бергәләп уҡыу ғаиләне берләштерә, яҡынайта, күңелле, яҡшы тәьҫораттар ҡалдыра, ти белгестәр.
Балаға белем алырға ярҙам итеү баланың ун икенсе хоҡуғы. Ата-әсә, балаһының был донъялағы һәм әхирәттәге киләсәге тураһында ҡайғыртып, уға донъяуи һәм дини белем алырға ярҙам итергә бурыслы. Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьәндә әйтә (мәғәнәһе): «Үҙ ғаиләңә намаҙ ҡылырға ҡуш, уға түҙемлек күрһәт...» (Та-һә» сүрәһе, 132-се аят). Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хәҙисендә: «Бала бәлиғ булғанға тиклем, намаҙ уҡырға өйрәтеүҙәрен, шулай уҡ яҙырға, уҡырға, һыбай йөрөргә һәм тик таҙа, хәләл ризыҡ менән туҡландырыуҙы талап итергә хоҡуҡлы», – тигән.
Шулай уҡ баланың ун өсөнсө хоҡуғына – ата-әсәнең, балалары бәлиғ йәшенә еткәс, ғаилә ҡорорға ярҙам итеүе инә. Был турала Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Балаһын бәлиғ йәшенә еткәс өйләндереү (кейәүгә биреү) атаның бурысы», – тигән. Икенсе бер хәҙисендә әйткән: «Кемдеңдер балаһы тыуһа, ул уға матур мәғәнәле, күркәм исем һәм яҡшы тәрбиә бирһен. Ваҡыты еткәс, өйләндерһен. Әгәр кеше бәлиғ йәшенә етеп, өйләнергә мөмкинлеге булып та, ниндәйҙер сәбәп менән быны үтәй алмаһа йәки теләмәһә, әгәр ул бер гонаһ эш эшләһә, был гонаһ уның атаһына яҙыла».
(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)