Ғаилә мөнәсәбәтен боҙа торған ғәҙәттәр

Ғаилә мөнәсәбәтен боҙа торған ғәҙәттәр

Ғаилә мөнәсәбәтен боҙа торған ғәҙәттәр

Ғаилә мөнәсәбәттәре − бик нескә әйбер ул. Холҡобоҙҙағы үҙебеҙгә ғәҙәти һәм тәбиғи булып күренгән ҡайһы бер ҡылығыбыҙ арҡаһында ғаиләбеҙҙә йә низағ тоҡанып китә, йә төрлө аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыға, шулай үсегешеп йөрөй торғас, бер-беребеҙгә һыуына башлайбыҙ. Шуның һымаҡ күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн, беҙгә ниндәй ғәҙәттәрҙән арыныу яҡшы? Әйҙәгеҙ, шуны асыҡлап үтәйек.

1. Иптәшеңә әүрәп, үҙ-үҙеңде онотоу. «Һин минең өсөн бөтә донъянан артыҡ!» − тип бер туҡтауһыҙ иҫбатлап тороуығыҙ тәү ҡарамаҡҡа ғына романтика кеүек. Ысынында, мелодрама өсөн тап-таман, ә тормошҡа − яраҡһыҙ. Ирҙең беҙҙән ҡәнәғәт һәм риза булыуы Аллаһтың Ризалығына тиң. Шундай бәхеткә мөнәсәбәттәребеҙҙе динебеҙгә таянып ҡорғанда ғына ирешәсәкбеҙ. Тәү нәүбәттә йөрәктә − Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәләгә ҡарата ихлас һөйөү булырға тейеш. Шул саҡта ғына ғаиләбеҙҙә иҫ киткес гармония һәм мөхәббәт хакимлыҡ итер.

2. Һәр ваҡыт элемтәлә булыу. Аралашыу − шәп нәмә ул! Иреңдең хәл-әхүәлен белешеп тороу, тауышын ишетеү бик шәп, әлбиттә! Саманы белгәндә генә... Ә беҙ, ҡатындар, һөйөклө ирҙәребеҙҙең телефондарына әйләнгән һайын: «Һин ҡайҙа?», «Ҡасан ҡайтаһың?» һорауҙарын бер туҡтауһыҙ яуҙырып, теңкәһенә тейеп, маҙаһыҙлайбыҙ ғына. Беренсе пунктҡа әйләнеп ҡайтайыҡ. Йән йәрегеҙгә көнсөл СМС ебәрер урынға, Раббыға ялбарып, артабан да бер-береңә хөрмәт күрһәтеп һәм аңлашып, терәк-таяныс булып йәшәүегеҙҙе һорап, доға ҡылыу, һис шикһеҙ, хәйерлерәк булыр.

3. Кәйеф төшһә, ни эшләргә һуң? Балалар сирләй, эш муйындан, өй эсе ҡот осҡос, йыйыштырылмаған, поликлиникала табипты көткәндә, әрләш-талаш ишетеп ҡайтыу, яңы пәлтәңә кемдер машинаһы менән бысраҡ сәсрәтеп үтеп китте, уф, киске аш та әҙер түгел... Бындай «мажаралар"ға бай көндә кикрегең үҙенән-үҙе шиңер, әлбиттә! Кәйеф тигәнеңдән бер нәмә лә ҡалмай, нулдән түбәнерәк төшөп китмәһә әле! Ошо мәлдә күҙ алдында УЛ... хәләл ефетебеҙ пәйҙә була. Ул беҙҙән нығыраҡ арып ҡайтҡан. Күҙ ҡарашы уҫал, ҡорһағы ас үҙенең! Был осраҡта аҡыллы ҡатын ни эшләр? Асыулы репликаларына яуап урынына өндәшмәҫ, йөрәгенә ҡыйын булһа ла, йылмайырға тырышыр. Сөнки пыр туҙып бәхәсләшеүҙән һуң төшөнкө кәйефтең тағы ла нығыраҡ ҡырылып, шыпа хәлһеҙ ҡаласағын яҡшы белә зирәк ханымдар!

4. Ирҙең хис-тойғоларына артыҡ ныҡ әһәмиәт биреү. «Мине күреүеңә шат түгелһеңме әллә?», «Ни өсөн һин шул тиклем етди?», «Һин мине башҡа яратмайһыңмы әллә?» – тип, һәр ваҡыт төпсөнөп тороуҙың кәрәге юҡ. Минең арҡала ғына ирем ҡайғыра, кәйефе борсоулы, һағышлы тип уйлау ҙа − ахмаҡлыҡ.

5. Бөтәһен дә бергә башҡарыу. Ишәй менән Ҡушай кеүек гелән бергәләп эшкә йөрөү, теш таҙартыу, ял итеү, ҡунаҡҡа барыу нимәгә килтерер һуң? Парлы булыуығыҙ уртаҡ тормош тигәнде аңлатмай бит әле. Шөғөлдәрегеҙ, биоритмығыҙ, ғәҙәттәрегеҙҙең төрлө булыуы мөмкин. Ғаилә − ул йәнкәй-йәнәшеңде тулыландырыу. Ҡайһылыр мәлдә уйҙарыбыҙҙы ипкә килтереү өсөн һәр беребеҙгә яңғыҙ булыуыбыҙ ҙа бик мөһим.

6. Гиперопека. «Иртән мотлаҡ бутҡа ашарға кәрәк», «урамда көслө ел, был куртҡала туңып ҡатырһың», «әгәр ҙә бөгөн стоматологҡа бармаһаң, мин һине үҙем эйәртеп алып барасаҡмын!». Ҡатының бәйләнсек, һәр аҙымыңды күҙәтеп, кәңәштәрен яуҙырған йөҙәткес бағыусыға әйләнһә, был ирҙең асыуын ғына килтерә. Яратҡан кешеңде хәстәрләү − сауаплы һәм матур күренеш, әлбиттә, әммә өлкән кешене алты йәшлек бала урынына ҡуйыу − аҡылһыҙлыҡ. Ризыҡты ҡайһы ваҡытта ашарға, нисек кейенергә икәнен һөйөклө иптәшегеҙ үҙе лә хәл итә ала.

7. Артыҡ шаран-яра булып, ғаиләгеҙ тормошон бөтә донъяға һөйләү. Заманыбыҙҙың бәләһе был. Социаль селтәрҙәр аша бөтә мирға бәхетегеҙҙе белгертергә ашығаһығыҙ. Сәхифәгеҙ көндәлек фотоһүрәттәргә, мөхәббәт хаттарына тулған. Бәхет тыныслыҡты үҙ итә, ярата икәнлеген онотоп ебәрмәгеҙ!

8. Кинәйәләр менән һөйләшеү. Тормош иптәшегеҙгә проблема тураһында асыҡтан-асыҡ әйтеү урынына, эштең айышына үҙе төшөнһөн тип, тырыша башлайһығыҙ. «Юҡ, бер ҙә үпкәләмәнем», − тиһәгеҙ ҙә, һын-һыпатығыҙ, ҡиәфәтегеҙ киреһен күрһәтә. Был − эсегеҙҙә йомарланған асыу (пассив агрессия). Шундай ҡыланышығыҙ иптәшегеҙҙең һеҙгә булған ышанысын ғына кәметер, етмәһә, асыуландырыр ҙа. Иң яҡшыһы − яҡын кешегеҙгә теләктәрегеҙ, шик-шөбһәгеҙ, борсоған проблемағыҙ тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләү.

Сафия Фокина

Светлана Әбсәләмова тәржемәһе

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң унан ниҙер һорарға яраймы? Әгәр юҡ икән, мәүлит ваҡытында нәзмдә: «Йә Рәсүлүллаһ, ишфәнә йәүмә ннүшүр (Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең өсөн шәфәғәтсе бул)», – тип уҡыла торған һүҙҙәр нимә аңлата? Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ фанилыҡта ла һорарға...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Шайтан яҙмалары

Йоҡлай бир   Роя иртәгә математиканан им-тихан бирергә бара. Шуға ла ул бөгөн баш күтәрмәй әҙерләнергә тейеш ине, ә мин уға ҡамасауланым. Һа-һа-һа! Бөгөн иртән әсәһе телефондан шылтыратҡанда ла, уға торорға ирек бирмәнем. Ҡолағына: «Роя! Әле үк уҡып ыҙаланма! Кискә тиклем ваҡыт күп бит...