Аллаһ ҡоло булыу − иң оло дәрәжә
Был һүҙҙе бәләкәйҙән ишетеп үҫтем: әсәйем ҡайһы саҡ, беҙ, балалар, берәй нәмәне яңылышыраҡ эшләһәк, асыуһыҙ ғына: «Иии Аллаһ ҡоло, нишләп улай иттең инде?», – тиер ине. Был һүҙ миңә «иии балаҡайым» һүҙенә синоним һымаҡ булып хәтерҙә ҡалған. Тик, үҫә төшкәс, ҡолдоң ирекһеҙ, хоҡуҡһыҙ, кемдеңдер ҡул аҫтында, тулыһынса уға буйһоноп йәшәүсе кеше икәнен белгәс, билдәле, был һүҙ фәҡәт кире мөнәсәбәттә генә ҡабул ителде.
Эйе, бәндәнең бәндәгә ҡол булыуы кешене түбәнһетә, кәмһетә. Йәнә нәфсе ҡолона, шайтан ҡолона әйләнеү әҙәм балаһын тағы ла түбәнерәк кимәлгә төшөрә, был бигерәк тә хурлыҡлы һәм ҡурҡыныс.
Ә инде үҙен тик Аллаһ ҡоло итеп кенә тойған, тик Аллаһҡа хеҙмәт иткән, Уның ризалығы өсөн генә йәшәгән кеше башҡа бер кемгә һәм бер нәмәгә лә ҡол була алмай. Ни өсөн?
Аллаһ Ҡөрьәндә (мәғәнәһе): «Беҙ кешене иң гүзәл ҡиәфәттә яраттыҡ», − тигән («Әт-Тин» сүрәһе, 95-се аят). Әҙәмде бар ҡылғас, фәрештәләргә уға сәждә ҡылырға ҡушҡан. Иблистән башҡа бөтә фәрештәләр ҙә Әҙәмгә сәждә ҡылған. Әҙәмде, тыйылған емеште ашап, хата эшләгәндән һуң, Аллаһ ергә төшөргән. Әҙәм Уға, Ожмахта ҡалдырыуын һорап, бик инәлгәс, Ул, Мин һине ергә Үҙемдең хәлифем (вәкилем) итеп ебәрәм, ундағы барса нәмә кешеләр өсөн яратылды, тигән. Әйтелеүенсә, ер һәм күк һәм ундағы нәмәләр бөтәһе лә кешелек өсөн яратылған. «Ул көндө һәм төндө, ҡояш һәм айҙы һеҙгә буйһондорҙо. Йондоҙҙар ҙа Уның әмере менән (һеҙгә) буйһондоролған» («Ән-Нәхл» сүрәһе, 12-се аят). Ә кешенең үҙен Аллаһу Тәғәлә ни өсөн яратҡан һуң? «Мин ен һәм кешене Миңә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн генә яраттым» («Әҙ-Ҙәриәт» сүрәһе, 56-сы аят). Тимәк, ерҙәге һәм күктәге барса нәмә кешегә Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылырға ярҙам итеү өсөн барлыҡҡа килтерелгән.
Тимәк, беҙ был ергә Аллаһ ҡушыуы буйынса, фәҡәт Ул ҡушҡандарҙы үтәр өсөн, йәғни, Уға ғына ҡоллоҡ итеү өсөн килгәнбеҙ. Сөнки Ул беҙҙе, ошо ерҙә һынау үтеп, яңынан Үҙенең Ожмахына ҡайтарырға теләй. Ғөмүмән, Ул беҙҙең ике донъяла ла бәхетле булыуыбыҙҙы теләй. Бының өсөн Ул беҙгә бөтә мөмкинлектәр тыуҙырған, тулы инструкция биргән. Беҙгә бары тик шул инструкция буйынса ғына йәшәргә кәрәк. Әммә кеше йыш ҡына Аллаһҡа түгел, башҡа нәмәгә ҡоллоҡ итә башлай. Шуның беренсеһе − беҙҙең нәфсебеҙ.
Нисек нәфсегә ҡол булмаҫҡа?
Яңыраҡ миңә интернет селтәрендә «Үҙеңде танып бел» («Познай себя») тигән тапшырыуҙар циклында мосолман психологы Торабек Бекбаевтың һөйләгәндәрен тыңларға тура килде. Ул күп һорауҙарға ябай, аңлайышлы һәм үҙенсәлекле итеп яуап биреүе менән иғтибарҙы йәлеп итте. Уның ҡайһы бер фекерҙәре менән һеҙҙе лә таныштырғы килә.
«Нәфсе − ул йәндең эгоистик торошо (эгосостояние души), йәнебеҙҙең ниндәй баҫҡыста торғанын күрһәтеүсе ҡорал (инструмент), йәндең «градуснигы», ундағы иң юғары температура − ете градус (нәфсе ете баҫҡыстан тора). Ул йәнә ете каналлы радиоалғысҡа оҡшаш. Йән әле үҫеш осоронда булмағанда, нәфсе − беренсе каналда. Беренсе каналдан тик шайтан ғына сығыш яһай. Ул беҙгә тик беренсе каналдан инә ала, сөнки уға шул иң түбән канал ғына рөхсәт ителгән. Һәм һәр көндө иртән ул йырлай башлай: «Йоҡла, йоҡла...» Ни өсөн йоҡларға, дәлиле лә бар: «Кистән күп уҡының, арының, бер тапҡыр намаҙыңды ҡалдырғандан бер ни ҙә булмаҫ, биш минут ҡына ятып ал...» һ.б. Маҡсаты − нисек тә һине намаҙға торғоҙмаҫҡа. Ул үҙе йоҡламай, һәр ваҡыт эш өҫтөндә. Ошо ваҡытта уның менән көрәшергә кәрәкмәй, ә паузаға баҫырға ла һорау бирергә кәрәк:
− Кем өсөн мин йоҡлап ҡалырға тейеш? (Һорау биреү менән нәфсе ҡаса, һорау биргәнде ул яратмай.) Һорау биреп, фекер итә башлау менән, яуап табабыҙ.
− Мин кем?
− Мин − Аллаһ ҡоло. Тимәк, мин Аллаһ ҡушҡанды ғына үтәргә тейеш.
Кешенең фекер йөрөтөүен нәфсе яратмай, шуға ул һәр саҡ беҙҙе ашыҡтыра − кеше һорау биреп өлгөрмәһен һәм фекер итмәһен, уйлап өлгөрмәһен өсөн. Сөнки фекер иткән кеше янында ул көсһөҙ. Ул уйланмаған, фекер итмәгән кеше менән генә идара итә ала. Кеше уйланмай икән, ул нәфсеһе нимә ҡуша, шуны эшләй. Кеше, үҙем шулай уйлайым, тип уйлай. Ә ысынбарлыҡта уны шайтаны (нәфсеһе) ҡоторта.
Мәҫәлән, руль артында барғанда, минең юлды икенсе берәү киҫә икән, нәфсе һайрай башлай: «Һүгеп ташла шуны! Асыуыңды шулай сығар, эсеңдә ҡалмаһын!» Ул һине ҡабаландыра, уйларға ирек бирмәй. Әгәр ошо ваҡыт паузаға баҫып, һорау бирә башлаһам, яуап шунда уҡ килә, ә нәфсе шым ҡала:
− Мин кем?
− Аллаһ ҡоло.
− Ә Аллаһ кемделер әрләргә, һүгенергә, асыуланырға ҡушҡанмы?
− Юҡ. Уның ундай әмере юҡ.
Һәм шул саҡта асыу үҙенән-үҙе юҡҡа сыға, күңелгә рәхәтлек килә.
Әгәр һорау бирмәйем икән, асыу еңә − мин шайтанға буйһонам, уға ҡоллоҡ итәм.
Ә асыу тойғоһо кешегә ни өсөн бирелгән?
Ғаләмдәге (ерҙәге һәм күктәге) барса нәмә кеше өсөн яратылған − фәҡәт Аллаһу Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылырға ярҙам итеүсе инструмент булараҡ. Шулай уҡ беҙҙең тәнебеҙ, барса ағзаларыбыҙ, хис-тойғоларыбыҙ, хатта көнсөллөк, тәкәбберлек, асыу кеүек кире тойғоларыбыҙ ҙа − Аллаһҡа хеҙмәт итеү өсөн инструмент. Әйтәйек, кеше асыуы килгәндә, әйткәнемсә, һорау биреп, үҙенең Аллаһ ҡоло икәнен иҫенә төшөрөп, нәфсегә (шайтанға) эйәрмәй, асыуын еңә икән − был ғибәҙәт булып яҙыла. Сөнки ул Аллаһ ризалығы өсөн асыуын еңде. Күреүебеҙсә, асыу Аллаһҡа хеҙмәт итергә, Уның ризалығын алырға ярҙам итте. Шул рәүешле фекер иткәндә, беҙ бөтә нәмәнең дә фәҡәт Уға ғына ғибәҙәт ҡылыр өсөн яратылғанын аңлай алабыҙ. Ысын ғибәҙәт кешегә еңеллек, рәхәтлек, ләззәт бирә. Аллаһ беҙгә насарлыҡ теләмәй, Ул һәр саҡ хәйерлеһен бирә. Әгәр беҙҙе нимәлер борсой икән, беҙ һорауҙар биреп, сәбәбен аңларға һәм, был хәлде уның ысын Хужаһына − Аллаһҡа тапшырып, тыныслана алабыҙ.
Беренсе канал йәнә һаҙлыҡҡа оҡшаған. Ул һаҙлыҡ − рухи бысраҡлыҡ. Йәғни, беҙ асыуланғанда, кемделер һөйләгәндә, кемдәндер ғәйеп эҙләгәндә, йәнебеҙ бысрана − сөнки беҙ беренсе кимәлдә, насарлыҡҡа ҡотортоусы нәфсе (шайтан) артынан эйәрәбеҙ, уның йырын тыңлайбыҙ. Беҙ һаҙлыҡта йәшәйбеҙ, үҙебеҙ быны һиҙмәйбеҙ. Һаҙлыҡтан сығыу өсөн беренсе аҙым − һорауҙар бирә башлау. Һорау − Аллаһу Тәғәләнең беҙҙе ҡотҡара торған бауы. Әгәр бауҙы ысҡындырмайбыҙ икән, йәғни, һорау артынан һорау биреп, фекер итәбеҙ икән − һаҙлыҡтан сығабыҙ, өҫкө ҡатҡа күтәреләбеҙ. Һорау биреү − ул процесс, ағым йылға кеүек, һинең аңыңды таҙарта, туҡталһаң, яңынан беренсе ҡатҡа төшәһең, һаҙлыҡҡа әүереләһең. Өҫкө ҡатҡа күтәрелеү менән һин − кеше. Сөнки фекер итәһең, аҡылды эшкә ҡушаһың. Хайуандарҙан беҙ бары аҡыл менән айырылабыҙ. Эт, мәҫәлән, фекер итә белмәй. Ә, дөйөм алғанда, беҙҙең йәшәү рәүеше уларҙыҡы менән оҡшаш. Улар ҙа беҙҙең кеүек үк ашай-эсә, үҙҙәренең территорияһын һаҡлай, йорт (оя) ҡора, үрсей, балаларына аҙыҡ таба, уларҙы үҫтерә, өйрәтә, уйнай, улар ҙа шатлана, ҡайғыра белә, үпкәләй, ауырыһалар, дауаланалар... Был − инстинкт. Баҡһаң, йәшәр өсөн аҡыл да кәрәкмәй икән. Һәм улар − бәхетле! Улай булғас, аҡыл нимәгә? Аҡыл Аллаһты танып-белер өсөн бирелгән. Сөнки беҙ Уға ғибәҙәт ҡылыр өсөн яратылғанбыҙ. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хәҙисе бар: «Кем үҙен танып-белгән, ул үҙенең Раббыһын таныған». Быны нисек аңларға? Беҙ Аллаһтың исемдәре (сифаттары) менән яратылғанбыҙ. Мәҫәлән, беҙҙә рәхимлек, миһырбанлыҡ тойғолары бар. Уны беҙгә кем биргән? Аллаһ! Тимәк, был тойғоноң Хужаһы –Ул. Ул уны Үҙенән бүлеп биргән. Унда рәхимлек сикһеҙ, ә беҙҙә ул татып ҡарар өсөн генә − нимә икәнен. Шулай уҡ ихтыяр көсөн Ул беҙгә самалап ҡына биргән, ә үҙләштерер өсөн түгел. Әгәр мин быны Аллаһтыҡы икәнен танымайым, Унан ярҙам һорамайым, бөтә нәмәне үҙем хәл итә башлайым икән, мин Уның ролен үҙләштерәм, үҙемде Хужа урынына ҡуям һәм Аллаһ ҡоло булыуҙан туҡтайым Шуға күрә, Аллаһ ҡоло икәнлегебеҙҙе бер секундҡа ла онотмайса, һәр бер эшебеҙҙе Уның ризалығы өсөн, Уның инструкцияһы бу-йынса, башҡарабыҙ икән, был − үҙебеҙҙең кешелек бурысын үтәйбеҙ, тигән һүҙ».
Аллаһ беҙҙе Үҙенең ҡоло булыу бәхетенән мәхрүм итмәһен! Әмин.