Нимә ул оялсанлыҡ?

Нимә ул оялсанлыҡ?

Исламдағы «хая» (оялсанлыҡ) тигән төшөнсә бер ҡасан да кешене насарлыҡҡа этәрмәҫ. Дин ғалимдары әйтеүенсә, хая – ул Аллаһу Тәғәлә алдында йәки кешеләр алдында ғәйеп эш ҡылып ҡуйыуҙан ҡурҡыу сәбәпле, күңелдә тыуған баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ. Был күркәм, юғары әхлаҡи сифат кешенең күңел таҙалығына, рухи һаулығына, намыҫ һәм дәрәжәһен һаҡларға тырышыуына ишара. Әммә башҡа бик күп изге сифаттар кеүек үк, оялсанлыҡ та тулыһынса маҡтаулы сифат була алмай. Мәҫәлән, уның бит дөрөҫ сиктәрҙә ҡулланылмауы, йәки шәриғәт ҡиммәттәренә ярашлы булмауы бар.

 

Хая бары тик изгелеккә өндәгән осраҡта ғына тәҡүәлеләр сифаты булараҡ ҡабул ителә. Әгәр ҙә инде ул фарыз ғәмәлдәрҙән ситкә алып китһә, хаҡлыҡ урынлаштырыуға ҡамасау итһә, ҡурҡыу, көсһөҙлөк кеүек сифаттарҙы йәшереү өсөн ҡулланылһа, яуызлыҡҡа булышлыҡ итһә – уны һәйбәт сифат тип атап булмай.

«Оялсанлыҡ – изгелектән башҡа бүтән нәмә бирмәй», – тиелә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ бер хәҙисендә (Әл-Бохари, Мөслим).

Имам Нәүәүи был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен ошолай итеп аңлата: «Был осраҡта һүҙ шәриғәт тарафынан хупланған хая тураһында бара, сөнки бындай оялсанлыҡ насар эштәрҙән аралай һәм изге эштәргә өндәй. Ул тышҡы ғәмәлдәрҙә сағылыш тапҡанға тиклем үк кешенең эске донъяһын таҙалай башлай».

Әлбиттә, Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ был һүҙҙәре кеше «оялыу» тип ҡабул иткән һәр нәмәнең хәйерле эш икәнен аңлатмай. Киреһенсә, хәҙистең мәғәнәһенә ярашлы: ысын оялсанлыҡ, әгәр ҙә ул дөрөҫ ҡабул ителһә, бер кемгә лә зыян килтерергә тейеш түгел. Әгәр ҙә инде «оялсанлыҡ» тип аталған әйбер хаҡ юлдан тайпылдырһа, ғәҙелһеҙлекте яҡлап сыҡһа, Аллаһ тарафынан йөкмәтелгән ғәмәлдәрҙән баш тартыуға алып килһә, уны оялсанлыҡ тип атап булмай.

Исламда оялсанлыҡ төшөнсәһе нимәнән ғибәрәт: иң тәүҙә – Аллаһу Тәғәләнән оялыу; артабан – Аллаһ Илсеһенән ﷺ, аҙаҡ – ҡылған ғәмәлдәребеҙҙе яҙып барыусы фәрештәләрҙән, шунан һуң ғына – кешеләрҙән оялыу. Һуңғыһы – шәриғәттә рөхсәт ителгән сиктән ашырға тейеш түгел. Ошо иерархия ныҡ тотолған саҡта ғына хая кире һөҙөмтәләргә килтермәй.

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ икенсе бер хәҙисендә: «Оялмаһаң – нимә теләйһең, шуны эшлә», – тиелә. Күренекле дин ғалимы Имам ән-Нәүәүи был хәҙискә ике төрлө аңлатма бирергә була, ти. Шелтәләү итеп тә: кеше оятын юғалтһа, уны бер нимә лә тотоп тыя алмай. Рөхсәт биреү мәғәнәһендә лә: ҡылған ҡылығың шәриғәт буйынса оятҡа ҡалырлыҡ булмаһа, нимә эшләһәң дә ярай. Ике осраҡта ла хая ҡушылғанды тыйылғандан айырыу өсөн әхлаҡи бизмән ролен үтәй.

Кеше тәбиғәтендәге оялсанлыҡ ыңғай сифатта булһа, ул уны түбәнһеҙлектән, намыҫһыҙлыҡтан, әхлаҡһыҙлыҡтан һаҡлай. Йәғни, был осраҡта хая ярҙамында кеше зина ҡылыуҙың, ялғандың, һаранлыҡтың, ике йөҙлөлөктөң һәм башҡа кире сифаттарҙың әшәкелеген яҡшы аңлай. Ялған һөйләүен белеп ҡалып фашлауҙарынан ҡурҡҡан кеше алдашыуға бармаясаҡ. Кемдер, ике йөҙлө булыуының фашланырын белһә, кеше алдында тәҡүәле булып ҡыланыуҙан тыйыласаҡ. Шулай яйлап оялсанлыҡ – инсандың эске һаҡсыһына әйләнә. Ул иманлы кешенең йөрәген насар ғәмәлдәрҙән кәртәләп ҡуя. Шуның өсөн дә Аллаһу Тәғәлә алдында оялыу тойғоһо кисергән кеше хәйерле бәрәкәткә һәм рухи таҙалыҡҡа ирешә.

Ниндәй «оялсанлыҡ» хая булыуҙан туҡтай?

Әгәр ҙә оялсанлыҡ тип аталған әйбер ғәҙелһеҙлек алдында ҡаушап ҡалыуға, йәки хаҡлыҡтан ваз кисеүгә килтерһә, был осраҡта маҡтаулы хая шелтәләнгән көсһөҙлөккә әүерелә. Хаяны ябай оялсанлыҡтан айыра белергә кәрәк: кеше тәбиғәте буйынса өндәшмәҫ, аҙ һүҙле булырға, әммә ысын тәҡүәле оялсанлыҡҡа эйә булмаҫҡа мөмкин һәм киреһенсә – ул һәр кемгә асыҡ, аралашып барыусан, ә эстән генә Аллаһтың ҡушҡандарын теүәл үтәмәйемдер, тип ҡурҡып, оялып йөрөүе мөмкин.

Кешеләр алдындағы оялсанлыҡ кешеләр оят тип иҫәпләгән әйберҙәрҙән тыйып тора. Әммә Аллаһу Тәғәлә алдындағы хая ул юғарыраҡ та, тәрәнерәк тә, сөнки ул Уның яҡынлығына һәм бар нәмәне Күреп, Белеп тороуына нигеҙләнгән. Раббыбыҙ әйтә бит (мәғәнәһе): «Белегеҙ: Аллаһ һеҙҙең күңелегеҙҙәген белә! Унан һаҡланығыҙ» («Әл-Бәҡара», 235-се аят). Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Оялсанлыҡ (хая) – Имандан», – тигән (Әл-Бохари, Мөслим). Икенсе бер хәҙистә: «Һәр диндең күҙгә ныҡ ташланып торған фазиләте бар. Ислам диненең фазиләте – оялсанлыҡ (хая)» – тиелә (Ибне Мәджә). «Иман һәм оялсанлыҡ бер ептә. Уның берәүһен өҙөп ырғытһаң, икенсеһе лә юҡҡа сыға», – тигән фекер ҙә йөрөй. Имам ән-Нәүәүи был хәҙистәргә ошондай аңлатма бирә: «Ояттың кәмеүе – имандың көсһөҙләнеүенең күрһәткесе, артыуы иһә имандың көсәйгәненә ишара». Шулай итеп, хая имандың юлдашы булып ҡына ҡалмай, ул уға көс өҫтәүсе мөхит. Мәҫәлән, Раббыһынан ҡурҡҡан кеше, ғәйбәт һөйләүҙә, башҡа кешеләрҙең йөҙөнән көлөүҙә ҡатнашмаясаҡ, хатта ки тирә-яғындағы һәр кем үҙен шулай тотһа ла, ул уларға эйәрмәйәсәк. Үҙенең намыҫһыҙҙар араһында булыуын теләмәгән хеҙмәткәр, юғары табыш килтерә торған булһа ла, шикле килемдәрҙән баш тартасаҡ, сөнки ул Ғаләмдәр Хужаһының хаҡ ҡарашы тураһында онотмай.

Икенсе бер осраҡ: кемдер, оялсанлыҡ арҡаһында, интим теманы ҡуҙғатырға тартынып, дин ғалимына фиҡһҡа ҡағылышлы һорауҙар бирергә уңайһыҙланырға мөмкин. Бындай оялсанлыҡ һис маҡтаулы түгел, сөнки, һөҙөмтәлә. ул наҙанлыҡта ҡаласаҡ.

Ысын хая яуызлыҡты фаш итеүҙән, ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы тороуҙан ҡурҡыу тигәнде аңлат-май. Киреһенсә, ул ҡыйыулыҡ һәм төплө аҡыл менән йәнәш тора: инсан Аллаһтың асыуын килтергән нәмәләрҙән ояла һәм шуға ла күҙ алдындағы ғәҙелһеҙлеккә күҙ йомоп ҡарай алмай.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ иң-иң оялсан кеше булған, ләкин шул уҡ ваҡытта һәр ваҡыт хаҡлыҡты яҡлап сыҡҡан: «Аллаһ менән ант итәм, улар минең уң ҡулыма ҡояшты һалып, һул ҡулыма айҙы һалһалар ҙа, мин Хаҡиҡәттән тайпылмаясаҡмын» (Сахих әл-Бохари).

Ысын оялсанлыҡ – яуаплылыҡтан ҡасыу һәм көсһөҙлөктө йәшереү, тигәнде аңлатмай. Ул яуызлыҡтан тыйып, хәйерле эштәргә йүнәлеш биргән эске көс.

Раббыбыҙ беҙҙең барыбыҙҙы ла хаҡиҡәтте ҡалдырмай, яуызлыҡҡа күҙ йоммай торған оялыусыларҙан ҡылһын!

 

Ғайса Исхаҡов

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...