«Янғын һүндереүсе», «дрессировщик» әллә «ыңғай педагог»һыңмы?

«Янғын һүндереүсе», «дрессировщик» әллә «ыңғай педагог»һыңмы?

«Янғын һүндереүсе», «дрессировщик» әллә «ыңғай педагог»һыңмы?

Баланың донъяға килеүе – һис шикһеҙ, һәр ғаилә өсөн иң бәхетле, иң шатлыҡлы ваҡиға.

Йәш парҙың иң ҙур теләге бойомға аша. Һәм уларҙың иңдәренә оло яуаплылыҡ ята. Шулай итеп, шатлыҡ-һөйөнөс менән яңы тыуған сабыйҙы аяҡҡа баҫтырғансы матур тәрбиә бирә аламмы-юҡмы, үҫмер осорон нисек имен-аман ғына үткәреп ебәрергә, кәңәшем зыян итмәҫме, тигән көйәләнеү-борсолоуҙар ҙа алып килә был бәхет.

 

Әҙәби классик Лев Толстой: «Ата-әсә балаһының һәр бер теләген сабый сағынан үтәп, самаһыҙ иркәләп, тәбиғәттән бирелгән һәләтенә зыян итә лә, шунан инде аҙаҡ үҙ ҡулдары менән ағыулаған шишмәнең әсе тәменә ғәжәпләнгән була», – тип яҙған. Ғөмүмән, ата-әсә – бала өсөн иң яҡын кеше, иң ҙур авторитет. Йәш быуынды дөрөҫ тәрбиәләү өсөн ата-бабаларыбыҙҙың алтын аҡылына, тормош тәжрибәһенә, шулай уҡ педагогикаға ла таянып эш итергә кәрәк ир менән ҡатынға. Шул саҡта ғына матур һөҙөмтәгә ирешеп була. Ата-әсә нимә тураһында хыяллана? Һис шикһеҙ, Аллаһтан тик яҡшыһын һорайҙар, балабыҙ бәхетле, үҙ аллы, игелекле, сәләмәт булһын, тип теләйҙәр.

Ғәрәп яҙыусыһы, доктор Мостафа әбү Саад шундай классификация килтерә. Уның фекеренсә, ата-әсәләрҙе һәм уларҙың тәрбиә ысулдарын өс төркөмгә бүлергә мөмкин. Тәүгеһендә «янғын һүндереүсе» ата-әсәләр, икенсеһендә – «дрессировщиктар», өсөнсөһөнә – «позитив педагогтар». Доктор Мостафа әбү Саадтың күҙәтеүҙәре буйынса, ата-әсәләрҙең дүрттән өс өлөшө «янғын һүндереүсе», 24% – «дрессировщиктар» һәм бары тик 1% ғына – «позитив педагогтар» булып сыға.

Һәр бер төрөн айырым ҡарап сығайыҡ. «Янғын һүндереүсе», балаһы тыңлашмай, өлкән кешегә ҡарышып, йә тиҫтерҙәре менән һуғышып, башҡалар өсөн проблема тыуҙыра башлаһа ғына, урынынан ҡуҙғала, ниҙер хәл итергә маташа, хәүеф-хәтәр янағанда ғына хәрәкәткә килә. Ҡыҫҡаһы, көрсөккә килеп терәлгәс кенә, тәрбиәгә тотона. Һәм ундай ата-әсәләр бихисап.

«Дрессировщик» тигәнде аңлатырға ла кәрәкмәй, был һүҙҙең айышына шундуҡ төшөнәһең. Ундайҙың төп маҡсаты – баланы бер һүҙһеҙ тыңлаусан һәм буйһоноусан итеп үҫтереү. Күндәм бала кәрәкме һеҙгә? «Ултыр» тиеү менән – шундуҡ ултыра, «йүгермә» тигән бойороғоңдо ла тиҙ генә үтәй. Бойорорға яратһағыҙ, һеҙ – «дрессировщик». Әммә был осраҡта һаҡ булығыҙ: бөтә манипуляцияғыҙ – ҡысҡырып, көс ҡулланып янауығыҙ арҡаһында тыңлаусанға әйләнгән бала эсенә йомолоп, боҫоп йөрөй ҙә берәй көндө бомба ише шартлап, тормошоғоҙҙо аҫтын өҫкә килтереп ҡуйыуы бар. Ошо классификация авторының һүҙҙәренә ҡарағанда, нәҡ шундай ғаиләлә үҙ көсөнә ышанмаған ҡыйыуһыҙ бала үҫеп сыға.

Бала үҙ һүҙле икән – быға һөйөнөгөҙ генә! Киләсәктә уның үҙ аллы ҡарар ҡабул итеп, яҙмыш һынауын лайыҡлы үтеүен, рухи яҡтан үҫешкән шәхес булыуын теләһәгеҙ, баланы һындырырға, бәҫен төшөрөргә ашыҡмағыҙ!

Ниһайәт, ата-әсәләрҙең өсөнсө төрө – ыңғай педагог. Уны үрҙә һаналғандан өс нәмә айыра. Бала менән матур мөнәсәбәттә булыу. Мәҫәлән, ғәзизегеҙ яратҡан вазағыҙҙы ватһа, йә машинағыҙҙы сыйһа йә тағы берәй мутлыҡ эшләһә лә – уға тауыш күтәрмәйһегеҙ, берәйһе менән сағыштырып, тәнҡитләмәйһегеҙ! Позитив мөнәсәбәт тик ыңғай хис-тойғоларға таяна.

Икенсе айырма: балаһының тиҫкәре һәм артыҡ хәрәкәтсән булыуына бындай ата-әсә аңлап ҡарай, бында сабый күңелендәге проблемаһының сағылышын күрә. Мәҫәлән, балағыҙ һуғыш суҡмары, башҡаларҙы ҡыйнарға ғына тора икән, ти. Был уның эске агрессияһына ишара. Был саҡта нишләргә? Ярһыулыҡты туҡтатыр өсөн нимә кәрәк? Төп сәбәбен белгәс, аҡырып йә ҡул күтәреп түгел, был көсөргәнештән тыныс ҡына сығыу юлын ҡарайһығыҙ.

Яҡшы педагогтың тағы бер билдәһе. Ундай ата-әсәнең тәү маҡсаты – көслө, булдыҡлы, уҡыуҙа ла тормош көткәндә лә, шәп, итәғәтле шәхес тәрбиләләү. Шул уҡ ваҡытта бындай ғаиләлә тәрбиә алған балалар, йомшаҡлығы арҡаһында, тормоштоң әсе ыҙғыр буранына сыҙай алмай, бирешеп барыусан. Сөнки шәхес үҫешеп етмәгән, ә сибек йәнгә бойороҡ биреүе еңел. Шулай булғас, иң башта беҙ көслө шәхес тәрбиәләргә тейешбеҙ.

 Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарығыҙға ике яңылыҡ, яҡшыһынан әллә яманынан башлайыҡмы? Һәйбәтен әйтәйек: донъяға килгән һәр сабый көслө шәхес булып тыуа. Һәм Аллаһ Биргән потенциалды ата-әсәләрҙең төрлө юл (сағыштырып, мыҫҡыл итеү, төрлө янау, әр-битәр, туҡмаҡ) менән тапап һалыуы, юҡ итеүе насар. Аҙаҡҡы һөйләмдә һанап үтелгән «тәрбиә» алымдарын урап үтһәк, һис шикһеҙ, ғаиләбеҙҙә көслө шәхес үҫеп сығасаҡ.

Балағыҙ цирктағы йәнлек түгел, «дрессура» уны боҙасаҡ ҡына. Ғәзизегеҙҙе ҡурҡытып, әгәр тауышланһа, уға ҡысҡырып йә һуғып, бер туҡтауһыҙ тумыртҡа кеүек нотоҡ уҡып, башын ҡатырмағыҙ. Өс сәғәтлек лекциянан, оҙаҡ аңлатыуҙан фәтеүә юҡ. Нәсихәткә аҙнаһына ярты минут ваҡыт бүлеү ҙә етә! Ахыр сиктә, улар өсөн әйткән һүҙебеҙ түгел, ә холҡобоҙ, үҙебеҙҙе тотошобоҙ иң яҡшы үрнәк.

Шулай итеп, беҙ бөгөн һеҙҙе ата-әсәләрҙең өс төрө менән таныштырҙыҡ. Һығымтаны үҙегеҙ яһағыҙ. Иң мөһиме – ата-әсәй булыу бәхетенә ирешкәс, иңебеҙгә оло яуаплылыҡ ятҡанын онотмайыҡ! Аллаһу Тәғәлә тапшырған аманатты нисек ҡәҙерләйбеҙ, сабый күңелен нимә менән һуғарабыҙ, ниндәй һыуҙар менән сафлайбыҙ, кеше итер өсөн ниндәй саралар күрәбеҙ – барыһы өсөн дә Уның алдында ғына яуап бирәсәкбеҙ. Бәрәкәтле булһын ғүмерҙәре, изгелекле, шәфҡәтле булһын булмыштары балаларыбыҙҙың! Ин шәә Аллаһ!

 

Сәмиә Ғүмәрова

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Кейем кейгәндә «Әл-хәмдү лил-ләәһил-ләҙии кәсәәнии һәәҙәҫ-ҫәүбә үә разәҡанииһи мин ғайри хәүлин миннии үә ләә ҡуүүәһ». Мәғәнәһе: «Мин үҙем көс менән ҡеүәткә эйә булмаһам да (йәғни, ошо кейемде үҙем таба алырлыҡ көс менән ҡеүәткә эйә булмаһам да), миңә ошо кейемде кейҙергән һәм...


Нимә ул оялсанлыҡ?

Исламдағы «хая» (оялсанлыҡ) тигән төшөнсә бер ҡасан да кешене насарлыҡҡа этәрмәҫ. Дин ғалимдары әйтеүенсә, хая – ул Аллаһу Тәғәлә алдында йәки кешеләр алдында ғәйеп эш ҡылып ҡуйыуҙан ҡурҡыу сәбәпле, күңелдә тыуған баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ. Был күркәм, юғары әхлаҡи сифат кешенең күңел...


Файҙалы эликсир

Бары тик өс компоненттан торған был эсемлек бик күп ауырыуҙарға ҡаршы көслө ҡорал. Һарымһаҡ, бал һәм алма һеркәһенән торған ҡушымта – дауалау эликсиры. Ул иммунитетты нығыта һәм ҡанды насар холестериндан таҙарта. Күп ауырыуҙар аша һынау үткән. Ике аҙна өҙлөкһөҙ ҡулланғандан һуң, төрлө...


Еңеүселәр билдәләнде!

Алдағы һандарҙа Ҡөрьән уҡыу буйынса «Бәхет» онлайн-мәктәбе (етәксеһе Ләйсән Бәхтиева) үткәргән ғәрәп каллиграфияһы буйынса уҙғарылған конкурс тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ошо көндәрҙә бәйгегә йомғаҡ яһалды һәм конкурста еңеүселәр билдәләнде.   Ойоштороусылар әйтеүенсә, Ҡөрьәнгә...


Иманлы силсәүит

«Батырҙың даны алдан йөрөй» тигән бик шәп бер мәҡәл бар башҡорт халҡында. Батырҙың ғына түгел, йүнле етәксенең дә даны алдан йөрөйҙөр, тип уйлайым. Һәр хәлдә үҙе менән осрашҡанға тиклем Йылайыр районының Ҡашҡар ауыл биләмәһе башлығы Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы Зәйнуллина тураһында күптән хәбәрҙар...