ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Ҡатындың иренә намаҙ уҡырға бойорорға бер ниндәй хоҡуғы юҡ, тип ишеттем. Был дөрөҫмө?

Юҡ, дөрөҫ түгел. Ҡатын кешенең намаҙ уҡыр өсөн кәңәш биреү, намаҙға саҡырыу хоҡуғы бар. Ир менән ҡатын бер-береһенә бөтә яҡлап ярҙам итергә тейеш. Үҙенең гүзәл ҡылығы, аҡылы, матур әхлағы менән иренә матур өлгө күрһәткән, намаҙға һөйөү уята алған ҡатын-ҡыҙҙар күп кенә. Һәм киреһенсә, ҡатынының насар ғәҙәттәре арҡаһында эсеүгә һәм башҡа ҙур гонаһҡа ылығып киткән ирҙәр етерлек. Тимәк, ҡатындан күп нәмә тора. Яҡшы ҡатын – ике донъя бәхетенә асҡыс.

 

 

 

Әгәр һыу булмаһа, нәжесте башҡа шыйыҡса менән йыуып төшөрөргә мөмкинме?

Нәжесте йыуып төшөрә алырлыҡ шыйыҡсалар менән ярай. («Мәраҡи әл-Фәләх»)

 

 

 

Бер-береһенә ҡағылған ир менән ҡатындың тәһәрәте боҙоламы?

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса, был осраҡта икеһенең дә тәһәрәте боҙолмай. Хатта мәхрәм булмаған сит ҡатынға, шәһүәт менән йәки, киреһенсә, шәһүәтһеҙ ҡағылһа ла, боҙолмай. Шулай уҡ, кәүҙәнең теләһә ҡайһы өлөшө менән үҙеңдең йә сит кешенең енси ағзаларына ҡағылһаң, тәһәрәт боҙолмай. Енси ағзаларҙың бер-береһенә бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ ҡағылыуы ғына тәһәрәтте боҙа. («Дурару-Хуккәм»)

 

 

 

Витр һәм тәһәжжүд намаҙҙары нисә рәҡәғәттән тора?

Витр намаҙы өс рәҡәғәттән тора. Һәр рәҡәғәттә «Әл-Фәтиха» һәм бер сүрә уҡыйҙар. Шулай уҡ тәүге рәҡәғәттә «Әл-Фәтиха»нан һуң «Әл-Әғлә» сүрәһен, икенсеһендә – «Әл-Кәфирун»ды, һуңғы рәҡәғәттә «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡыу яҡшы. Витр намаҙҙа шулай уҡ, өсөнсө рәҡәғәттә ҡыҫҡа сүрә уҡылып бөткәс, рөҡуғҡа китер алдынан «Ҡунут» доғаһы уҡыла.

Тәһәжжүд намаҙының баһаһы юғары. Ул ике, йә дүрт, йә алты, йә һигеҙ рәҡәғәтле сөннәт намаҙы. Иң яҡшыһы – ике тапҡыр дүртәр рәҡәғәт итеп, йәғни, һигеҙ рәҡәғәт итеп уҡыу. («Хәшийәтү Тахтауи»)

 

 

 

Ҡулланылған һыу эләккән һыу менән тәһәрәтләнергә яраймы?

Тотонолмаған һыуҙың күләме ҡулланылғандан күберәк булһа, мөмкин. Әгәр таҙа һыу менән тотонолған һыуҙың күләме бер иш йәки һуңғыһыныҡы күберәк икән, был һыу тәһәрәтләнеү өсөн яраҡһыҙ. («Хәшийәтү Тахтауи»)

 

 

 

Әгәр эт салбарыма мороно менән ҡағылһа, мин ни эшләргә тейеш?

Әгәр эттең танауы ҡоро булһа, салбарығыҙҙы сайырға кәрәкмәй. Эт тәбиғәте (тәне) менән нәжес түгел, уның шайығы ғына нәжес һанала, уны һыу менән йыуыу ҙа етә. («Мәраҡи әл-Фәләх»)

 

 

 

Васыятнамә төҙөүҙең ҡағиҙәһе бармы?

Кеше васыятнамәне үҙ ҡарамағы буйынса төҙөй ала, һәм унда ул вариҫтарына ҡалдырған мөлкәтте ни эшләтергә кәрәклеген күрһәтергә тейеш. Васыятнамәнең йөкмәткеһе шәриғәт нормаларына, Аллаһ Илсеһенең ﷺ кәңәш-нәсихәтенә тап килергә тейеш.

Мөлкәттең өстән бер өлөшөнән (1/3) күберәк өлөшөн васыят итеү тыйыла. Йәки башҡа вариҫтарҙың рөхсәте менән бер генә кешегә ҡалдырырға мөмкин. Әгәр ҙә мәрхүмдең бурыс-тары ҡалһа, һәм бурысҡа биреп тороусылар уны ғәфү итмәһә, васыятнәмә тип һаналмай. Әгәр ҙә бурысҡа биреп тороусылар был кешене ғәфү итһә, был осраҡта васыятнамә үҙ көсөндә ҡала. («Лүбәб»)

 

 

 

Кеше мәрхүм булғас, ҡайғы уртаҡлашыу өсөн уның ихатаһында нисә көн йыйылырға рөхсәт ителә?

Мәрхүмде ерләгәс, өс көн дауамында уның яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашыу яҡшы, айырыуса тәүге көндәрҙә. Өс көндән һуң ҡайғы уртаҡлашыу өсөн йыйылыу кәраһәт (ярамай). Әгәр шул ваҡытҡа алыҫта йәшәгән туғандары килеп етә алмаһа, өс көндән артып китергә мөмкин. Мәрхүмдең туғандарына һәм яҡындарына дин ҡағиҙәләрен үтәп (буш хәбәрҙәргә әүрәмәй, ләстит-ғәйбәт һөйләмәй, һ.б.) өйҙөң ишек алдында йыйылырға мөмкин. («Дурару-Мөхтәр»)

 

 

 

Фарыз йәки сөннәт ғөсөлдән һуң кесе тәһәрәт алырға кәрәкме?

Фарызмы ул йәки сөннәтме, ғөсөл ҡойоноу тәһәрәтләнеүҙе лә үҙ эсенә ала. Башҡаса әйткәндә, тәһәрәте боҙолған килеш кеше ғөсөлләнһә, унан һуң тәһәрәт алыу мотлаҡ түгел. («Ихтыяр»)

 

 

 

Ҡатын-ҡыҙға намаҙҙы нәскиһеҙ уҡырға яраймы?

Намаҙ уҡығанда, ҡатын-ҡыҙҙың аяғында нәскиҙәр булһа, яҡшыраҡ. Сөнки, гүзәл заттың аяғы (табаны) ғәүрәткә инәме әллә инмәйме, тигәнгә ике төрлө фекер бар. Ғәүрәт, тип һанаған ғалимдарҙың фекере буйынса, ҡатын-ҡыҙ аяғының 1/4 өлөшө асылһа, бындай намаҙ ҡабул ителмәй. («Мәраҡи әл-Фәләх»)

 

 

 

Мосолман булмаған йәки иҫерек кеше менән ҡул бирешеп күрешһәм, тәһәрәтем боҙоламы?

Иҫерек йә Раббыһына ышанмаған әҙәм менән ҡул бирешеп күрешкәндә, шулай уҡ тәнеңә бысраҡ (нәжес) эләкһә, тәһәрәт боҙолмай.

Тәһәрәтте боҙа торған нәмәләр:

1) артҡы юлдан газ сығыуы, кесе һәм оло хәжәтте үтәү, енес ағзаһынан мәни бүленеп сығыу һәм башҡаһы.

2) тәндән ҡан, эрен һәм һары һыу сығыуы (яраның ситенә сыҡҡан осраҡта);

3) ауыҙ тултырып ҡоҫоу;

4) ятып йә һөйәлеп йоҡлау, һушты юғалтыу, иҫереү, аҡылдан яҙыу;

5) намаҙ ҡылғанда башҡалар ишетерлек итеп көлөү.

Әммә йыназа намаҙы ваҡытындағы йә тиләүәт сәждәһен ҡылғандағы көлөү тәһәрәтте боҙмай. («Лүбәб»)

 

 

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса

Мөхәммәт Ғәзимов әҙерләне

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Әжәл менән яғалашҡанда

Ғәмәлдә, әсә менән ҡыҙ серҙәш була, тиҙәр. Бәлки, күпселектә шулайҙыр ҙа. Ә бына, һикһән йәшкә еткәнсе, оҙон ғүмер юлы үткән кешегә төрлөһөн осратырға тура килде.   Нуриман районының Яманйылға урман хужалығында эшләп йөрөгәнемдә, дөйөм ятаҡханала урман хужалығы техникумында үҙ аллы уҡып...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Ни өсөн Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратырға кәрәк?

14 августа Рәбиғел айы башлана. Уны Мәүлит айы тип тә йөрөтәләр, йәғни, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо айҙың 12-се көнөндә, дүшәмбелә, сәхәр ваҡытында донъяға килә. Күркәм ай алдынан һәр беребеҙҙең йөрәгендә йәшәгән оло мөхәббәт тураһында һөйләшеп алайыҡ.   Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ яратыуы-быҙҙың...


Милли кейем

Милли кейем – ул халҡымдың Сағылышы, йөҙө. Оҫта ҡулы, көс-ҡеүәте, Сәсәнлеге, һүҙе. Ҡыҙҙарының гүзәллеге, Ир-атының сәме. Ағинәйҙәр аҡылы ла, Аҡһаҡалдар ғәме. Милли кейем – ул халҡымдың Ҡабатланмаҫ йәме. Бал, ҡорото, сәксәгенең, Ҡымыҙының тәме. Меңдәр янында танытҡан Рух...


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...