ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Тыумайынса, әсә ҡарынында үлгән баланы ни эшләтергә?

Әсә ҡарынында үлгән баланы йыуалар, кәфенлеккә төрәләр, исем ҡушалар һәм йыназа уҡымайынса ерләйҙәр. Тыуып үлгән сабыйҙы иһә йыуалар, кәфенлеккә төрөп, исем ҡушалар, йыназа уҡып, ерләйҙәр. («Мәраки әл Фәләх»)

 

 

Күптән түгел тәрбиәгә бала алдыҡ. Ике айҙан уға ике йәш тула. Опекундары, йәғни беҙҙең менән (мәһрәмгә әйләнеп) туғанлашһын өсөн был балаға күпме күкрәк һөтөмдө эсерергә кәрәк? Мин уға ни бары бер нисә тамсы ғына тамыҙып бирә алдым, күберәк кәрәк булһа, булдыра алмам, тип ҡурҡам, сөнки һөтөм әҙ.

Мәһрәм булыу өсөн балаға бер нисә тамсы һөт биреүегеҙ ҙә етә, шунан инде һеҙҙе туғандар (мәһрәм) тиергә мөмкин. Хәҙер инде туғанлашҡас, ул үҫеп еткәс, уның алдында һеҙгә яулыҡ ябынып йөрөү һәм башҡа ҡағиҙәләрҙе үтәү бурысы булмаясаҡ. («Бәдәи ғүҫәнәи»)

 

 

 

Мәйетте ергә ҡуймайынса, ултырғыс йәки шуның һымаҡ әйберҙең өҫтөнә ятҡырып уҡылған йыназа намаҙы дөрөҫ һаналамы?

Был осраҡта, йыназа намаҙы башҡарылған, тип һанала. Әммә мәйет етди сәбәпһеҙ кеше ҡулында йә меңге ат йә башҡа малҡай өҫтөндә булһа, йыназа намаҙы үтәлде, тип һаналмай. («Мәрәки әл-Фәләх»)

 

 

 

Намаҙ уҡыусы алдынан үтеп китһәң, уның намаҙы боҙолмаймы?

Дүрт мәҙһәбтең (дини-хоҡуҡи мәктәптәрҙең) ғалимдары, был осраҡта намаҙ боҙолмай, тигән фекерҙә. Әммә үтеп барған кешене иҫкәртмәһәк, намаҙҙың әжере кәмей. Әбү Сәйет әл-Худри  еткергән хәҙис быға дәлил булып тора: «Берәйһенең намаҙын бер ни ҙә боҙа алмай. Әммә намаҙ уҡыусының алдынан үткәндәрҙе был ғәмәлдең насар, гонаһлы икәнен иҫкәртеп тороғоҙ» (Әбү Дауыт). Ғалимдар әйтеүенсә, был кәңәш йәмәғәт намаҙын етәкләгән имамға ла, намаҙҙы яңғыҙ уҡыусыға ла ҡағыла.

Әбү Дауыттың хәҙистәр йыйынтығында имамдың алдына ҡуйылған берәй билге (сүтрә) уға ойоусылар өсөн дә кәртә (сүтрә) булып һанала тиелгән. Был турала килтерелгән хәҙистә шулай тиелә: «Намаҙ уҡығанда алдыбыҙҙан быҙау үтмәһен, тип, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ артынан теҙелгән беҙгә лә ҡибла яғына ҡараған диуарға терәлеп тиерлек баҫырға тура килде, шулай баҫҡас, был малҡай арттан уҙып китте».

Имам әл-Әйни был турала шундай аңлатма биргән: «Йәмәғәт намаҙын етәкләгән имам алдынан үтеүе мәкруһ; ғибәҙәтен бер үҙе, йәки сүтрә алдында ҡылған инсан булһа ла, шул уҡ хәл. Намаҙ ҡылыусы алдынан үткән кешегә ҡарата Пәйғәмбәребеҙ ﷺ шулай тигән: «Әгәр намаҙ уҡыусы алдынан үтеүсе кеше үҙен ниндәй бәләләр көткәнен белгән булһа, ул уның намаҙ уҡып бөтөргәнен ҡырҡ йыл баҫып көтөр ине» (әл-Бохари). Был хәҙис намаҙ уҡыусы алдынан үтеүҙең гонаһы бик ҡурҡыныс булыуы тураһында һөйләй. Шуға күрә, намаҙ уҡыусы алдынан үтеүҙән һаҡланһындар өсөн, ғибәҙәт ҡылыусының уҡып бөтөргәнен көтөргә йә намаҙға баҫҡансы бер билге ҡуйырға кәрәк. («Мөхтәсәр ғилми хәл»)

 

 

 

Әгәр намаҙҙа, ике рәҡәғәттән һуң «Әт-Тәхийәт»те уҡығас, өсөнсө рәҡәғәткә тороуҙы онотоп, салауат уҡыуға күсеп китһәк, аҙаҡ инде иҫкә төшөп тороп киткән хәлдә, беҙгә аҙаҡ ни эшләргә – сәһү сәждәһе ҡылырғамы әллә намаҙҙы яңынан башлап уҡырға кәрәкме?

Әгәр ҙә фарыз намаҙҙа «Әт-Тәхийәт»те уҡығандан һуң өс тапҡыр «Сөбхәнәллаh» тип әйтергә мөмкин булған ваҡытҡа торорға һуңлаһаң, ике тапҡыр сәһү сәждәһе, йәғни ике өҫтәмә сәждә, ҡылырға кәрәк. Ошо сәбәпле яңынан намаҙ уҡыуҙың кәрәге юҡ. («Лүбәб»)

 

 

 

Төшкө йоҡо (ҡайлүлә) тураһында һорауым. Был сөннәтте ҡасан – өйлә намаҙына тиклем әллә унан һуң үтәү яҡшыраҡмы?

Сөннәт буйынса ҡайлүлә – көн үҙәгендәге, йәғни төш ваҡытындағы йоҡо. Был хаҡта Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ бер хәҙисендә шулай тиелә: «Төштән һуң йоҡлап алығыҙ, ысынында, шайтан төштән һуң йоҡламай» («Мүжәм әл-Әүсәт»).

Ҡайлүлә ваҡыты – көн уртаһы, ҡасан булһа ла – төшкө ашҡа тиклем йә унан һуң, өйлә намаҙына саҡлы йә намаҙҙан һуң ятып алһаҡ – сөннәтте үтәү һанала. Ғәҙәттә, сәхәбәләр йома көндө төшкө аш ашап, йома намаҙын уҡып алғас ҡына ҡайлүлә йоҡоһон йоҡлар булған. Әнәстән  еткерелгән хәҙистә был турала шулай тиелә: «Төштән һуң йома намаҙын уҡығас ҡына йоҡларға ята инек» (әл-Бохари). («Фәтәүәл-Һиндийә»)

 

 

 

Элегерәк бер туған апайым менән аралашҡан егеткә кейәүгә сығырға яраймы миңә (улар араһында енси мөнәсәбәт булмаған)?

Был осраҡта мөмкин. Ҡыҙ кешегә апаһына өйләнгән иргә сығырға ярамай. Улар айырылышҡан осраҡта, ғиддә (айырылышҡандан һуң өс күрем циклы) ваҡыты үтмәйенсә, никахҡа инеү тыйыла. («Лүбәб»)

 

 

 

Зыяратҡа барғанда мәрхүмдәр менән аралашырға, уларға ниҙер һөйләргә яраймы?

Һөйләшергә ярай, был тыйылмай. Әммә мәрхүмдәр өсөн иң яҡшыһы – Изге Ҡөрьәндән сүрә-аяттар уҡып, уларҙың әжер-сауабын әрүәхтарға бағышлау (ирештереү). Шулай уҡ Аллаһу Тәғәләнән уларҙы ғәфү итеүен, шәфҡәт күрһәтеүен һорап доға ҡылыу – матур һәм сауаплы ғәмәл. («Хәшийәтү Тәһтәүи»)

 

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса

Мөхәммәт Ғәзимов әҙерләне

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...