ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бармаҡтарҙы шартылдатырға (хрустеть) яраймы?
Имам Ғәләүетдин әл-Хәскәфи «Әд-дүрр әл-Мөхтәр» тигән китабында былай ти: «Бармаҡтарҙы (намаҙ ваҡытында) шыртлатырға һәм ҡаушырырға (скрещивать) ярамай. Шулай уҡ намаҙҙан тыш ваҡытта, әйтәйек, мәсеткә юлланғанда ла быларҙы эшләүҙән тыйылырға кәрәк, сөнки быға Пәйғәмбәребеҙ e яғынан тыйыу бар. Әгәр был хәрәкәттәргә мохтажлыҡ булһа, намаҙҙа тормаған саҡта эшләргә мөмкин, мәкрүһ булмай».
Имам Ибне Ғәбидин әл-Хәскәфиҙең һүҙҙәренә былай тип аңлатма бирә: «Мохтажлыҡ” тигәнде бармаҡтарға ял биреү, уларҙы яҙыу, йомшартыу тип аңларға кәрәк. Әгәр ҙә сәбәпһеҙ, әйтәйек, ҡыҙыҡ өсөн, бармаҡтарҙы шартылдаталар икән, ул саҡта был ғәмәл мәкрүһ, йәғни кәрәхәттәнзих булып һанала».
Ир кешегә оҙон сәстәрен башына бәйләп, намаҙ үтәү мәкрүһ, тип яҙылғайны. Быны нисек аңларға?
Билдәле ғалим Хәсән ибне Ғәммәр әш- ителә», − тип яҙылған. Шүрунбүләли үҙенең «Мәрәҡ әл-Фәләх» исемле китабында былай тип яҙа: «Сәстәрҙе бәйләү − елкәлә йәки түбәгә йыйып, бәйләп ҡуйыу тигәнде аңлата. Намаҙ уҡығанда был мәкрүһ булып һанала, сөнки Аллаһ Рәсүле ﷺ намаҙ үтәгән ирҙең эргәһенән үтеп барғанда: «Сәстәреңде шул килеш ҡалдыр (йәғни ялбырат), улар ҙа намаҙҙа һинең менән бергә сәждә ҡылырҙар», − тигән.
Әгәр ир, эштә булыу сәбәпле, хәләл ефетен бер йыл буйы күрмәһә, уларға яңынан никах уҡытырға кәрәкме?
Ир кеше ниндәй генә сәбәп арҡаһында һәм күпме генә ваҡыт өйҙә булмаһын, әгәр ул талаҡ бирмәһә, никахты яңынан уҡыуҙың кәрәге юҡ. («Лүбәб фи Шәрхи Китаб»)
Ҡатын-ҡыҙға намаҙҙы ялан аяҡ үтәргә буламы?
Ҡатындар, аяҡтарын ҡаплап, намаҙ уҡыһалар, яҡшыраҡ булыр. Сөнки, был һорауға ҡарата ике фекер бар. Беренсе фекер буйынса, ҡатынҡыҙҙың табаны ғәүрәт булып һанала, һәм намаҙ ваҡытында табандың дүрттән бер өлөшө асылһа, намаҙ боҙола. Икенсе фекер буйынса, ҡатындың табаны ғәүрәт булып иҫәпләнмәй. («Әл-Лүбәб»)
Ололарҙан, ҡулдарҙы янбашҡа ҡуйырға ярамай, тип ишеткәйнем. Шул дөрөҫме?
«Әл-Фәтәүә әл-Һиндийә» китабында: «Шулай уҡ намаҙҙан тыш ваҡытта ҡулдарҙы янбашҡа ҡуйыу мәкрүһ булып һанала», − тиелгән. Имам Ғәләүетдин әл-Хәскәфиҙең «Әд-дүрр әлМөхтәр» китабында: «Ҡулдарҙы янбашҡа ҡуйыу кәрәкмәгән ғәмәл (кәрәхәт тәнзих), әммә рөхсәт ителә», − тип яҙылған.
Әгәр ғөсөлләнгән саҡта таҙа һыуға ҡулланылған һыу тамһа, ул һыу менән тәһәрәт алырға буламы?
Әгәр таҙа һыу ҡулланылған һыуға ҡарағанда күберәк булһа, мөмкин. Әгәр ҙә таҙа һыу менән ҡулланылған һыу бер үк миҡдарҙа булһа, йәки ҡулланылған һыу күберәк булһа, был һыу тәһәрәткә бармай. («Мәрәҡ әл-Фәләх»)
Антты боҙғанда нимә эшләргә?
10 ярлының һәр береһенә ярты сағ (йәғни ике ҡуш ус (1750 г) бойҙай бирергә кәрәк. Әгәр ундай мөмкинлек булмаһа, рәттән өс көн ураҙа тоторға кәрәк. Хәнәфи мәҙһәбендә антты боҙған саҡта, 10 ярлы кеше урынына, бер ярлы кешегә ун көн буйы яртышар сағ бойҙай бирергә йәки уның хаҡын түләргә була. («Лүбәб фи шәрхи китаб»).
Ҡатын-ҡыҙҙарға мәрхүм артынан зыяратҡа эйәреп барырға буламы?
Билдәле ғалим Хәсән ибне Ғәммәр әшШүрунбүләли үҙенең «Мәрәҡ әл-Фәләх» исемле китабында был турала: «Мәрхүм артынан ҡатын-ҡыҙға эйәреү ярамай (мәкрүһ)», − тип яҙа. Имам әт-Тәхтәүи был һүҙҙәрҙе аңлатып: «"ӘдДүрр-үл-Мөхтәр» китабында әйтелгәнсә, йәғни был мәкрүһ, хәрәмгә яҡын ғәмәл», − яҙған.
Мин ураҙа ваҡытында теш ҡаҙнаһынан сыҡҡан ҡанды яңылыш йоттом. Минең ураҙам боҙоламы?
Әгәр ауыҙҙағы төкөрөк ҡанға ҡарағанда күберәк булһа, ураҙа боҙолмай. Әммә ҡан төкөрөк менән бер тиң йәки күберәк булһа, боҙола. («Фәтәүә Һиндийә»)
Мосолмандарҙы мөшрик (мәжүси) тип әйтергә буламы?
Һуңғы осорҙа мосолмандарға ҡарата яла яғыу, уларҙы мөшрик тип атау күренеше халыҡ араһында йыш осрай башланы. Күп аллалыҡ, һынташҡа табыныу динһеҙлектең иң төп билдәһе. Аллаһҡа һәм Уның пәйғәмбәре Мөхәммәдкә ﷺ ышанғандарҙы, имандың алты бағанаһын танығандарҙы, Исламдың биш нигеҙен үтәгәндәрҙе нисек мөшрик тип атарға мөмкин? Улай тип әйткән кеше үҙенә ҙур гонаһ ала. Ул гонаһ үлтереү, зина ҡылыу, урлашыу, иҫерткес эсемлектәр эсеүгә ҡарағанда ла ауырыраҡ. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хәҙисендә әйтелгәнсә: «Әгәр кеше үҙенең дин ҡәрҙәшенә: «Эй, кафыр!», - тип өндәшһә, ул һүҙҙәр кемеһенәлер кире әйләнеп ҡайтасаҡ (әгәр ғәйепләнеүсе кеше ысынлап та шундай булһа, тимәк, әйтелгән һүҙҙәр хаҡ була, әгәр ҙә ул кафыр булмаһа, әйтелгән һүҙҙәре ғәйепләүсенең үҙенә әйләнеп ҡайтасаҡ)». (әл-Бәйһәҡи).
Бесәйҙең йөндәре нәжес булып һаналамы? Әгәр намаҙлыҡта бесәйҙең өс бөртөк йөнө булһа, намаҙ боҙоламы?
Хайуан тәнендәге ҡан йөрөмәгән теләһә ҡайһы өлөшө унан айырылһа, нәжес булыр һаналмай. Бында йөн, сәс, мөгөҙ, тояҡтар, ҡырҡып алынған ҡош ҡауырһыны, ҡанат, майһыҙ һөйәк инә (май нәжес булып тора). Шулай уҡ ҡоштоң йолҡонған ҡанатының төбө лә нәжес иҫәпләнә. Ә сусҡаның бөтөн ере нәжес була. («Мәрәҡ әл-Фәләх»)
Һығымта:
Бесәй йөнө нәжес булып һаналмай, шуға күрә, намаҙлыҡта йәки кейемдә уның йөнө табылһа, намаҙ боҙолмай.
ЛӘЙСӘН БӘХТИЕВА ТӘРЖЕМӘ ИТТЕ