ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Ҡатындарға битендәге йөн бөртөктәрен, ҡаштарын йолҡорға яраймы?

Ҡатын-ҡыҙҙың танауы аҫтында, эйәгендә йә битендә йөн йә сәс үҫһә, уға шуларҙы йолҡоп алырға ярай. Ҡашҡа килгәндә, рәттән сығып торған ҡайһы бер сәстәрҙе бөхтәлек өсөн йолҡорға була, әммә ҡаштың формаһын үҙгәртергә ярамай. Матурлыҡ өсөн керпекте оҙонайтыу йә ҡалынайтыу ҙа тыйыла. Үрҙә килтерелгән хәлдәрҙең айырмаһы шунда: керпек менән ҡаш та Аллаһыбыҙ яратҡан ағзаларҙың береһе. Ә һаҡал-мыйыҡ был категорияға инмәй, һәм уларҙы йолҡоу ҡатын-ҡыҙ өсөн тыйылмай. Шул уҡ сәбәп буйынса аяҡтағы йөндө ҡырып ташлау ҙа рөхсәт ителә. Бөйөк ғалим Ибне Әбидин һаҡал менән мыйыҡтың ҡатын-ҡыҙ тәбиғәтенә хас булмауын, һәм, әгәр ҙә үҫә башлаһа, уларҙан ҡотолоу хупланған ғәмәлгә инеүен хәбәр итте. Күпселек ғалимдар, әгәр ҡатын-ҡыҙға ире рөхсәт итһә, иптәшенә оҡшар өсөн ул гүзәл затҡа хас булмаған йөндән, артыҡ сәстәрҙән ҡотола ала, тигән фекерҙә. Ә хәҙистәге тыйыу сит ирҙәрҙе йәлеп итеү маҡсатында эшләнгән осраҡтарға ҡағыла. Тимәк, тәндәге сәстәрҙе ҡырырға, ҡырҡырға мөмкин. Урынын һәм күпме икәнен һәр кем үҙе хәл итә. Ҡаш йолҡоуға килгәндә, Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хәҙисе бар: «Аллаһтың ләғнәте булды шул кешеләргә, кемдәр ҡаштарын йолҡтолар, йолҡоттолар». Һәм ғалимдар, ошо хәҙистән сығып, ҡаш йолҡоу тыйылған, тип әйтә. («Дүрарүл-Мөхтәр»)

 

 

 

Әсә ҡарынында үлеп киткән балаға ҡарата ниндәй йолаларҙы үтәргә кәрәк?

Йыназа намаҙынан тыш, һуңғы юлға оҙатыу йолаларының барыһы ла үтәлә. Әсә ҡарынында тыумаҫ борон үлеп киткән баланы йыуындырып, кәфенләйҙәр, исем ҡушалар һәм йыназаһыҙ ерләйҙәр. («Мәрәкил-Фәләһ»)

 

 

 

Ҡөрьәндең тышын матур, ҡиммәтле итеп биҙәргә яраймы?

«Дүрарүл-Мөхтәр» хеҙмәтендә Ҡөрьәнде ололау ниәтенән сығып, биҙәргә ярай, тиелә.

 

 

Пәйғәмбәргә ﷺ ҡарата һөйөүҙе нисек арттырырға?

Аллаһ Рәсүле Мөхәммәдкә ﷺ ҡарата һөйөүебеҙҙе көсәйтеү өсөн уның тормошон, хәҙистәрен даими өйрәнергә, сәхәбәләрҙең уға күрһәткән һөйөүен, ихтирамын тойорға, был турала яҙған тәҡүәле ғалимдарҙың рухи мираҫы менән танышып барырға, бөтә яҡлап Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ, уның аҫыл Сөннәтенә эйәрергә тырышыу кәрәк! Көнөн дә, төнөн дә салауаттар әйтергә. Изгелеккә, яҡшылыҡҡа тоғро булған йөрәктә был һөйөү, һис шикһеҙ, көсәйер, артыр, нурланыр. (Тәнбиһ)

 

 

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ йоҡо алдынан ниндәй доға уҡыған?

Йоҡлар алдынан Пәйғәмбәребеҙ ﷺ шундай доға уҡыған: «Аллаhүммә ҡинии ғәҙәәбәкә йәүмә тәбғәҫү ғибәәдәк» (мәғәнәһе: «Эй Аллаh! Мине бәндәләреңде ҡайтанан терелтә торған көндәге ғазабыңдан һаҡлай күр»). Аллаһ Илсеһе ﷺ, йоҡлағыһы килһә, уң ҡулын баш аҫтына ҡуйып, ошо һүҙҙәрҙе әйтә торған ине, тип, Хафса еткергән (Әбү Дауыт).

Шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ йоҡларға ятыр алдынан, ҡулдарын күтәреп, «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен уҡыған да, устарына еңелсә өргән. Шунан устары менән тәнен баштан-аяҡ һыпырған. Был Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сихыр-боҙомдан, ендәрҙең һөжүменән һаҡлаусы Сөннәте. Шулай уҡ йоҡлар алдынан «Аятел-Көрси»ҙе уҡыу мөстәхәб һанала. («Хәшийәтү Тәһтәүи»)

 

 

 

Иптәшем имам булған йәмәғәт намаҙында ҡатнашҡым килә. Имамдың (иптәшемдең) ҡайһы яғынан баҫырға тейешмен?

Имамға ойоп намаҙ уҡырға йыйынған ҡатын ире артына барып баҫа. Намаҙ ваҡытында имамға уңайһыҙлыҡ килтермәҫ өсөн, мөмкин тиклем артҡараҡ баҫыу яҡшы.

 

 

 

Иртәнге намаҙ уҡылмай ҡалһа, был намаҙҙың бер ыңғайы сөннәтенә лә, фарызына ла ҡаза ҡылырға мөмкинме?

Иртәнге намаҙ, ҡояш сыҡҡансы уҡылмай ҡалып, өйлә ваҡыты еткәнсе, ҡаза ҡылынһа, сөннәте лә, фарызы ла уҡылыр. Әгәр өйлә ваҡыты еткәс, ҡаза ҡылынһа, фарызы ғына үтәлер.

 

 

 

Витр намаҙын ултырған килеш уҡырға яраймы, һәм элегерәк уҡылмаған витр намаҙҙарға ҡаза ҡылынамы?

Витр намаҙы вәжиб һанала, йәғни үтәлергә тейеш ғибәҙәт. Әгәр уны етди сәбәпһеҙ ултырып ҡылһаҡ, намаҙ тейешле кимәлдә башҡарылманы һәм уның ҡабул ителеүе шик аҫтында, тигән һүҙ. Фарыз намаҙҙарға ҡылынған кеүек витр-намаҙына ла ҡаза ҡылына.

 

 

 

Руль артында булғанда, һул ҡул менән ашарға яраймы?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водителдәрҙең күбеһе, юлда руль артында ҡапҡылап ултырыуҙың ни тиклем хәүефле икәнен онотоп, ашаныуын бер ни булмағандай дауам итә. Ошондай иғтибарһыҙлыҡ, яуапһыҙлыҡ йыш ҡына ҙур фажиғәгә килтерә. Динебеҙҙә ҡайһы ҡул менән ашап-эсеүгә ҙур әһәмиәт бирелә. Һул ҡул менән ашау – бик насар, хатта ҡайһы бер ғалимдарҙың фекеренсә, гонаһлы ла.

Күп кешеләр ашаған ризығына, туҡланыу әҙәбенә әһәмиәт бирмәй. Ғүмәр бине Әбү Сәләмә еткергән хәҙистә шулай тиелә: «Үҫмер сағымда Пәйғәмбәребеҙ ﷺ йортонда һыйланырға тура килде, мин уртаға ҡуйылған батмустың төрлө мөйөштәренән ашай башланым. Быны күреп ҡалған Аллаһ Рәсүле ﷺ миңә: «Эй, малай, «Бисмилләһ» тип әйт, уң ҡулың менән аша һәм ашамлыҡтың үҙеңә яҡыныраҡ булғанын ал», – тине» (Ибне Мәджәһ). Икенсе хәҙистә шулай тиелә: «Һул ҡул менән ашамағыҙ, сөнки шайтан, ашаған һәм эскән сағында, һул ҡулын ҡуллана» (Мөслим). Үрҙә килтерелгән хәҙистәрҙең беренсеһендә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ иң башта Аллаһ исемен әйтеп, уң ҡул менән ашарға ҡуша, икенсеһендә иһә һул ҡул менән ризыҡланыуҙы тыя. Алда әйтеп үтелгәнсә, ошо хәҙистәрҙән сығып, һул ҡул менән ашап-эсеүҙең гонаһлы булыуын иҫбатлаған ғалимдар бар. Ибне Хәзм, Ибне Ғәбдил-Бәрр кеүек дин әһелдәре шундай фекерҙә булған. Тажетдин әс-Сөбки ҙә атаһы Тәкийүтдиндең дә шундай һығымтаға килеүен телгә ала.

Руль артында күп ваҡыт уҙғарған, оҙаҡ эшләгән водителдәргә әйтер һүҙем – һул ҡул менән ашамағыҙ ҙа, эсмәгеҙ ҙә! Әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләренә битараф булмағыҙ.

 

 

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса

Мөхәммәт Ғәзимов әҙерләне

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөков тураһында хәбәрсебеҙ Светлана Әбсәләмованың «Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..» исемле мәҡәләһен «Әс-Сәләм» гәзитенең 2024 йылдың август һанында баҫып сығарғайныҡ. Былтыр Йылайыр тарафтарына юл төшкәс, Фазылйән әүлиәнең улдары Ҡаһарман һәм...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң унан ниҙер һорарға яраймы? Әгәр юҡ икән, мәүлит ваҡытында нәзмдә: «Йә Рәсүлүллаһ, ишфәнә йәүмә ннүшүр (Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең өсөн шәфәғәтсе бул)», – тип уҡыла торған һүҙҙәр нимә аңлата? Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ фанилыҡта ла һорарға...


Ни өсөн Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратырға кәрәк?

14 августа Рәбиғел айы башлана. Уны Мәүлит айы тип тә йөрөтәләр, йәғни, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо айҙың 12-се көнөндә, дүшәмбелә, сәхәр ваҡытында донъяға килә. Күркәм ай алдынан һәр беребеҙҙең йөрәгендә йәшәгән оло мөхәббәт тураһында һөйләшеп алайыҡ.   Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ яратыуы-быҙҙың...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе – Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындары менән танышып сыҡҡас, изге сәфәребеҙҙе ойоштороусы диндәштәребеҙ беҙҙе Бохара яғына алып сығып китте. 255 саҡрым юлды дүрт сәғәттә уҙҙыҡ.   Сал тарихлы төйәккә аяҡ баҫҡанда, дөм ҡараңғы төн ине, шуға ҡарамаҫтан,...