Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

Йәмәғәт намаҙында, имамға ойорға ниәт ҡылғас, миңә биш намаҙҙа ла Ҡөрьән сүрәләрен уҡыу кәрәкмәйме?

Йәмәғәт намаҙында, имам Ҡөрьән уҡыған саҡта, шым торорға кәрәк. Быға дәлил итеп, изге Ҡөрьән аяты килтерелә: «Һәм Ҡөрьән уҡылғанда шымығыҙ, һеҙгә рәхимлек күрһәтһендәр өсөн» («Әл-Әғраф» сүрәһе, 204-се аят).

Быны шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хәҙисе лә иҫбатлай. Уны Әбү Муса әл-Әшәри еткерә: «Имам Ҡөрьән уҡый башлаһа, шымығыҙ. Ул намаҙҙа ултырғас, тәүге уҡыуығыҙ − тәшәһһүд (әт-тәхиәт) булыр» (Ибне Мәждә).

Ошоларға нигеҙләнеп, намаҙҙа Ҡөрьән уҡылған саҡта, имам артынан эйәргән кешегә һүҙһеҙ генә имамды тыңларға кәрәк, тигән фәтүә сығарыла. Имам артынан аяттарҙы уҡырға ярамай, сөнки был кәраһәт-тәхрим булып һанала. Намаҙ эсендәге башҡа тәсбихтәрҙе һәм доғаларҙы, мәҫәлән рөҡуғ, сәждә ваҡытында ғәҙәттәгесә уҡырға кәрәк («Дурар»).

Ни өсөн Хәнәфи мәҙһәбе буйынса намаҙҙа «әмин» һүҙен ҡысҡырып әйтергә рөхсәт ителмәй?

Намаҙҙа «Әл-Фәтихә» сүрәһенән һуң «әмин» тип әйтеү сөннәт булып һанала. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм уның сәхәбәләре шулай эшләгән. Аллаһ Рәсүленең ﷺ бер хәҙисендә: «Имам «әмин» тип әйтһә («Әл-Фәтихә» сүрәһенән һуң), һеҙ ҙә «әмин» тип әйтегеҙ. Сөнки, «әмин» һүҙе фәрештәләрҙең әмине менән бергә тап килһә, Аллаһ ул кешенең гонаһтарын ғәфү итер» − тигән (әл-Бохари).

Был килтерелгән хәҙис буйынса «Әл-Фәтихә» сүрәһенән һуң «әмин» тип әйтеү мөһим сөннәт (мүәккәд) булып һанала. Әммә ғалимдар араһында «әмин» һүҙен үҙ аллы йәки ҡысҡырып әйтеү буйынса ғына төрлө фекерҙәр бар. Ләкин был «әмин» һүҙенең рөхсәт ителеү йәки ителмәүенә ҡағылмай. сөнки бөтөн мәҙһәб ғалимдары (имам Әбү Хәнифә, имам Шәфиғи, имам Мәлик, имам Әхмәд) бер фекерҙә: был һүҙҙе әйтергә мөмкин һәм уға бер ниндәй ҙә тыйыу юҡ.

Әммә, Хәнәфи һәм Мәлики мәҙһәбтәре буйынса, бөтөн намаҙҙарҙа ла «әмин»де үҙ аллы әйтеү яҡшыраҡ. («Фикһүл Ислам»)

Намаҙҙа «Әт-тәхиәт» доғаһын уҡығанда, ҡайһы урында бармаҡты күтәрергә кәрәк?

«Әт-тәхиәт» доғаһын уҡығанда, ҡулдарҙы алға һалып, бармаҡтарҙы ҡиблаға йүнәлтеп ултырырға кәрәк. Шәһәҙәт уҡыуға барып еткәс, «ләә иләһә» һүҙҙәрендә уң ҡулдың һуҡ бармағын күтәреп, «илләЛЛаһ» һүҙендә төшөрөү, сөннәт булып һанала. Ҡалған бармаҡтар ҡыбырламай, шул уҡ хәлдә ҡалалар. Әгәр ҙә мосолман ниндәй ерҙә бармаҡты күтәрергә икәнен белмәһә, әттәхиәтте уҡығанда, бармаҡтарын бөтөнләй ҡыбырлатмаһын. («Хәшиәтү Тәхтәүи»)

Минең аҡсаларым ата-әсәйем ҡулында булды. Мин өйҙә булмағанда, улар аҡсаны үҙҙәренә тотоноп бөткән. Мин уларҙан аҡсаны кире ҡайтарыуҙарын талап итә аламмы? Ғөмүмән, улар кире ҡайтарырға тейешме?

Юҡ, ата-әсәгеҙ тотонолған аҡсаларҙы кире ҡайтарырға тейеш түгел, һәм һеҙгә ул хаҡта һүҙ ҡуҙғатыу дөрөҫ булмаясаҡ. Әммә, шәриғәт буйынса, ата-әсәгә балаһының күсемһеҙ мөлкәтен уның ризалығынан тыш һатырға ярамай. («Әт-тәсһил әд-Дурури ли-мәсәил ил-Ҡудури»)

Юҡ, ата-әсәгеҙ тотонолған аҡсаларҙы кире ҡайтарырға тейеш түгел, һәм һеҙгә ул хаҡта һүҙ ҡуҙғатыу дөрөҫ булмаясаҡ. Әммә, шәриғәт буйынса, ата-әсәгә балаһының күсемһеҙ мөлкәтен уның ризалығынан тыш һатырға ярамай. («Әт-тәсһил әд-Дурури ли-мәсәил ил-Ҡудури»)

Ниндәй эштәрҙе тәһәрәтһеҙ башҡарырға ярамай?

Тәһәрәт боҙолһа, түбәндәге ғәмәлдәрҙе үтәү тыйыла:

1. Бөтөн намаҙҙарҙы һәм шул уҡ шарттарҙы (тәһәрәтле булыуҙы) талап иткән башҡа ғибәҙәттәрҙе, мәҫәлән, Ҡөрьән уҡығанда сәждә ҡылыуҙы (сәждә тиләүә) үтәргә ярамай.

2. Ҡәғбәне урау (тәүәф). Тәүәф үтәлгән булып иҫәпләнә иҫәпләнеүен, әммә кәфәрәт (штраф) түләргә кәрәк була.

3. Ҡөрьәнгә, хатта уның бер хәрефенә лә тейергә ярамай. Әгәр Ҡөрьән футляр эсендә һаҡланһа, футлярға ҡағылырға мөмкин. («Хәшиәтү Тәхтәүи»)

Әгәр күрем ғәҙәттәгенән оҙағыраҡ килһә, намаҙҙы нисек үтәргә?

Әгәр ҙә ҡатындың күреме ғәҙәттәгесә ете көн дауам итеп туҡтаһа, ҡатын ғөсөл ҡойоноп, намаҙҙарын үтәй башларға тейеш.

Әгәр ҙә күрем туҡтамайынса ун көн йәки унан кәмерәк ваҡыт килһә, был − ҡатындың ғәҙәттәге күрем көндәре үҙгәрҙе, тигән һүҙ.

Әгәр ҙә күрем ун көндән артыҡ дауам итһә, был истихаза тип һанала башлай. Йәғни, ауырыу сәбәпле булған бүлендек. Был осраҡта ҡатынға, ғөсөл ҡойоноп, намаҙҙарҙы үтәй башларға кәрәк. Шулай уҡ ете көндән ашып киткән көндәрҙең намаҙҙарын да ҡаза итеп ҡылырға тура килә. Сөнки уның ғәҙәттәге мөҙҙәте ете көн. («Дурар Хүккәм»).

Намаҙ ваҡытында күҙ ҡарашы ҡайҙа төбәлергә тейеш?

Намаҙға баҫҡас, ҡарашты сәждәгә киткәндә маңлай тейәсәк урынға йүнәлтергә кәрәк. Рөҡүғ ваҡытында аяҡ бармаҡтарына ҡарарға кәрәк. Сәждәлә саҡта танау осона ҡарау хуплана. Ултырғанда, итәккә (тубыҡ араһына) ,сәләм биргәндә, яурындарға ҡарарға. («Мәрәҡ ил-Фәләх»)

Әсә кеше балаһын тәрбиәләүҙән баш тартһа, баланың туғандары ла уны тәрбиәләргә теләмәһә, нимә эшләргә кәрәк?

Был осраҡта әсә кешегә үҙ балаһын ҡарарға һәм тәрбиәләргә тигән вазифа йөкмәтелә. («Әт-тәсһил әд-Дурури ли-мәсәил ил-Ҡудури»)

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса. Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....