Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

Йыш ҡына ҡайһы бер кешеләрҙең икенселәрҙе мыҫҡыллауҙары тураһында ишетәм. Диндә уға ҡарата ниндәй фекер?

Дин күҙлегенән кешене мыҫҡыллау икенсе кешенең абруйын кәмһетеү һәм уға түбәнһетеп ҡарау, әлбиттә, хәрәм булып һанала.

Хәсән әл-Басриҙан еткерелгән хәҙистә Аллаһ Рәсүле ﷺ әйткән: «Ҡиәмәт көнөндә башҡаларҙан көлгән кешегә Ожмахтың бер ишеге асылыр һәм уға: «Ин, ин», − тип әйтерҙәр. Ул, бошоноп, ҡайғырып, шул ишеккә ынтылған сағында, ишек уның алдында ябыласаҡ. Шунан икенсе ишек асылыр, уға тағы ла: «Ин, ин», − тип әйтерҙәр. Ул тағы ла, бошоноп, шул ишеккә ынтылыр, әммә ул ишек тә уның йөҙө алдында ябылыр. Һәм артабан, был кеше Ожмахҡа инеүенә өмөтөн өҙгәнсә, шулай дауам итәсәк. Аҙаҡ уға йәнә алдағы ишек асылыр ҙа, уға: «Ин,ин», − тиерҙәр, әммә ул бер урында тик торор». (әл-Бәйһаҡи).

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ һүҙҙәре беҙҙе тик яҡшы һыҙаттарға эйә булырға өндәй, икенсе кешене оялтыу, түбәнһетеү – Аллаһтың ризалығын юғалтыу һәм Ҡиәмәт көнөндә сауаптарҙан мәхрүм ҡалыу.

Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Ысынында, һеҙҙең арала иң яҡшыһы − күркәм холоҡлоһо», − тигән (әл-Бохари, Мөслим).

Башҡаларҙы мыҫҡыллаған һәм уларҙың бәҫен төшөргән кеше − күркәм холоҡтан ныҡ алыҫ.

 

 

Ҡатын кеше, күрем килеүе сәбәпле, Рамаҙан айының бер аҙналыҡ ураҙаһын торғоҙоп ҡалдырҙы. Киләһе Рамаҙан айына тиклем ҡатын шул көндәрҙе ҡаза итеп тотоп өлгөрмәһә, уға шуның өсөн штраф түләргә кәрәкме?

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса, уға бер ниндәй ҙә штраф түләргә кәрәкмәй. Ҡатынға тик шул ҡалдырған көндәрен ҡаза итеп тотоп бөтөрөү мотлаҡ. Иң яҡшыһы − аҙаҡҡа тиклем һуҙмай тотоу, сөнки киләһе минутта беҙ нимә булырын белмәйбеҙ. Ҡалған ураҙаларҙы ҡаза итеп тоторға өлгөрәбеҙме, юҡмы − ҙур һорау. Аҙаҡ Раббыбыҙ алдында, ерҙә саҡта мөмкинлек булып та, бурыстар менән тороуы ныҡ ҡыйын буласаҡ. («Виҡая»)

 

 

Ҡулың бинт менән бәйләнгән булһа, нисек тәһәрәт алырға?

Әгәр ҙә ҡулдың һыныуы, яраланыуы һәм ҡан сығыуы арҡаһында, бәйләмес (повязка) һалынһа, һәм кеше ул яра урынын йыуа алмай икән, был осраҡта ул бәйләмес өҫтөнән еүеш ҡулдары менән үтә, йәғни мәсех ҡыла ала. Бер тапҡыр һыпырыу етә, шул уҡ уҡ ваҡытта бөтөн бәйләмес өҫтөнән мәсех ҡылыу шарт булып тормай. Иң мөһиме, күберәк өлөшөн һөртөү.

Әгәр ҙә бәйләмес эргәһендәге тән өлөшөнә һыу тейҙереү яраға насар тәъҫир итеп, һаулыҡҡа зыян килтереү хәүефлеге булһа, ул урынды ла еүеш ҡул менән генә һыпырырға була. Әгәр ҙә бинт аҫтында һау тире лә ҡалһа, тәһәрәт алғанда, бинты ысҡындырып (яраға зыян булмаһа ғына), шул урынды йыуырға кәрәк. Әгәр һыу яраға зыян килтермәһә, уны ла һөртөргә була.

Әгәр ҙә бинтты бушатыу яраға зыян килтерһә, йәки кеше төрлө сәбәптәр арҡаһында уны яңынан бәйләй алмаһа, был осраҡта бәйләмес өҫтөнә мәсех ҡылырға рөхсәт ителә. Был хөкөм яраға йәбештерелгән пластырға ла ҡағыла.

Бәйләмес өҫтөнән һөртөү тәһәрәтте (ғөсөлдө) алыштыра, шуға күрә бында мәсехтең сикләнгән ваҡыты булмай һәм еүеш ҡул менән һөртөр өсөн айырым ниәт кәрәкмәй.

Шулай уҡ мәсех ҡылыр өсөн кеше мотлаҡ рәүештә тәһәрәтле булырға тейеш түгел.

Бинт кеше һауығыр алдынан яранан шылып төшһә, мәсех боҙолмай. Ул яраға яңынан бинт урарға кәрәк.

Яра йүнәлгәндән һуң бинт төшһә, һәм кеше тәһәрәтле булһа, был осраҡта уға шул йүнәлгән урынды ғына йыуырға кәрәк. Яңынан тулыһынса тәһәрәт яңыртыу кәрәкмәй.

Әгәр ҙә кеше бәйләмесен яңыртырға йыйынһа, ул уны эшләй ала. Был осраҡта яңы бинт өҫтөнә мәсех кәрәкмәй. Әммә яңынан еүеш ҡул менән һөртөү яҡшыраҡ буласаҡ.

Кешенең күҙҙәре эренләһә, һәм мосолман табибы, күҙҙәрҙе йыуырға ярамай, тиһә, йәки кеше үҙе, һыуҙан күҙҙәргә зыян булыуы ихтимал, тигән фекерҙә булһа, тәһәрәт ваҡытында күҙҙәрҙе йыумаҫҡа була. 

Әгәр ҙә кешенең тырнағы һынһа, һәм ул унда дарыу һөртһә йәки пластырь йәбештерһә, уның өҫтөнә мәсех ҡылырға мөмкин. Сөнки кире пластырҙы алыу һаулыҡҡа зыян килтереүе мөмкин. Әгәр ҙә еүеш ҡул менән яраға һөртөү зыян килтерһә, ул урынды ҡоро ҡалдырырға кәрәк.

(«Хәшийәтү Тәхтәүи»)

 

 

Христиан динендә булған ҡатын менән мосолман ирҙең никахы дөрөҫ буламы?

Ғалимдарҙың күбеһе, мосолман менән христан ҡатыны араһындағы никах ысын никах булып һанала, тип иҫәпләй. Был турала «Әл-Фиҡһ үл-Исләмийү үә әдилләтүһ» китабында әйтелгән. Имам Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса, христиан ҡатыны менән никах рөхсәт ителгән, гәрсә уның динендә яңылышлыҡтар булһа ла. Әммә ундай никах мәкрүһ булып иҫәпләнә. Был төп фекер.

 

 

Мин кибеттә ванилинды яңылыш иҙәнгә төшөрөп ебәрҙем. Ҡулымда күп тауар булыу сәбәпле, мин уны кире урынына һала алманым. Миңә был гонаһ буламы? Аҙаҡ киренән кибеткә барғас, ул ванилин өсөн аҡса бирергә мөмкинме?

Әгәр ҙә һеҙ ул ванилинды яңылыш боҙһағыҙ, йыртһағыҙ, әлбиттә, уның хаҡын түләргә кәрәк. Башҡа осраҡта, уны яңылыш төшөрөп ебәреп, һәм, мөмкинлек булмағанлыҡтан, кире күтәреп һалмаған өсөн гонаһ булмай. Һәм уның өсөн аҡса түләргә кәрәкмәй. Был осраҡта кибет эшселәренә әйтергә мөмкин йәки, кире әйләнеп, уны иҙәндән күтәрергә кәрәк.

 

 

Рамаҙан айында күрем килһә, ураҙа тоторға ярамағанлығы миңә билдәле. Ураҙа ваҡытында көндөҙ күремем бөтһә, нимә эшләргә?

Көндөң ҡалған өлөшөндә ашауҙан, эсеүҙән, ураҙаны боҙа торған ғәмәлдәрҙән туҡталыу үәжиб булып һанала. («Мәрәҡ ил-Фәләх»)

 

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса.

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Хәсән Басри тураһында ҡиссалар

Шәкерткә ярҙам итеүҙең файҙаһы Көндәрҙән бер көндә Хәсән Басри болонға сыҡты. Бер оло һыу ситендә туҡталып ҡарап тора ине, күрҙе: бер баҡа, бер күгәүенде арҡаһына мендереп, ҡайҙалыр китеп бара. Хәсән Басри ҡарап торҙо ла: «Был күгәүен ҡайҙа барыр икән?» – тип, артынан китте. Күгәүен бер ағас...


Аллаһ ҡоло булыу − иң оло дәрәжә

Был һүҙҙе бәләкәйҙән ишетеп үҫтем: әсәйем ҡайһы саҡ, беҙ, балалар, берәй нәмәне яңылышыраҡ эшләһәк, асыуһыҙ ғына: «Иии Аллаһ ҡоло, нишләп улай иттең инде?», – тиер ине. Был һүҙ миңә «иии балаҡайым» һүҙенә синоним һымаҡ булып хәтерҙә ҡалған. Тик, үҫә төшкәс, ҡолдоң...


Мейе һелкенеүҙе Ҡөрьән аяттары менән дауалау

Ҡөрьән аяттары – шифалы, бөтә ауырыуҙарҙан дауа. Аллаһтың һүҙе, Изге Китабы менән дауалау борондан билдәле. Мәҫәлән, башҡорт халҡы элек-электән шифалы аяттар менән өшкөргән, имләгән, бүҫер ҡыуған, быуын ултыртҡан һәм башҡа сирҙәрҙән дауалаған, хәлдәрен шәбәйткән. Мәҫәлән, Миәкә яҡтарында...


Яулыҡ ябыныу − күркәм ғәҙәт

Беҙ бәләкәйҙән ишетеп үҫкән «Ағас күрке – япраҡ, кеше күрке − сепрәк» тигән мәҡәл кейемде нисек һайларға кәрәк икәнлеген өйрәтә. Кейем-һалым ҡиәфәтеңә килешле лә, уңайлы ла, өҫ-башыңды ҡапларға ла тейеш. Ә инде мосолман ҡатын-ҡыҙы матур кейенеп кенә ҡалмай, башын да ҡапларға тейеш икәнлеген һәр кем...


Әжәл менән яғалашҡанда

Бер кем дә үлемдән ҡасып ҡотола алмай һәм уның ҡасан килерен дә белә алмай. Иртәгә, иртәнән һуңға килергә мөмкин. Бушҡа ғына әйтмәгәндәрҙер, вафатың − күҙең менән ҡашың араһында, тип. Тимәк, был фани донъя һәр кемдең ваҡытлыса йәшәйеш урыны, ә Әхирәт – мәңгелек йортобоҙ.   Шуның...