ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Мине тренажер залы тураһында ике һорау борсой:

1. Күп кенә егеттәр тренажер залына йөрөй, ә унда динебеҙ ҡушҡанса кейенеп килгәндәр һирәк, шулай уҡ шундай урындарҙа ҡыҙҙар күп.

Шул залға йөрөүҙән туҡтағыҙ, тип, ата-әсәләр үҙҙәренең балаларын тыя аламы? Үҙенең иренең шундай залға йөрөп шөғөлләнеүенә ҡаршы булған ҡатын-ҡыҙға ни эшләргә?

2. Тик гүзәл зат ҡына йыйылған залда шөғөлләнгән булһалар, ундағы ҡыҙҙарҙың күбеһе ҡыҫҡа ғына топикта һәм һылашып торған трикола күнегеүҙәр үтә.

а) Ҡатынына, апаһына йә һеңлеһенә бындай урындарға йөрөүҙе тыйырға тейешме ир кеше?

б) Был осраҡта ир кешегә асыуланыу урынлымы?

в) Һау-сәләмәт, һомғол кәүҙәле булырға теләгән ҡатын-ҡыҙҙарға нимә кәңәш итә алаһығыҙ?

Һомғол буйлы, гүзәл булып ҡалыу теләге менән ошондай йәшәү рәүешенә инеп киткән кешенең яңылышыуы бар. Шуға күрә фитнесты айырып һәм тренажер залдарының үҙенсәлектәрен айырып ҡарарға, ыңғай һәм кире яҡтарын барларға кәрәк.

Физик форманы һаҡлау (фитнес) – тәнебеҙҙе сәләмәт тотоу аманатын үтәү. Был аҡыл, тән һәм Аллаһҡа ҡарата бурысыбыҙ араһындағы бәйләнеш. Фитнесты тренажер залынан тыш та үтәп була, уның өсөн халыҡ менән аралашыу мотлаҡ түгел. Барыһы ла кешенең теләгенә һәм дисциплинаһына бәйле.

Тренажерһыҙ йәки өй шарттарында шөғөлләнеүгә арналған китаптар бихисап. Әммә күбеһе был ысулды өнәп етмәй, «күңелһеҙ» тип һанай.

Тренажер залында ҡорамалдарҙың ниндәйе генә юҡ, ҡараһаң, күҙ ҡамаша. Ә дини күҙлектән ҡарағанда – тайпылыштар ғәйәт күп. Үҙенә күрә һомғоллоҡҡа илтеүсе шыуғалаҡ юл.

Бында шөғөлләнеүсегә нимә янай, һанап үтәйек:

  1. Ирҙәрҙең һәм ҡатындарҙың бер бүлмәлә, бер залда шөғөлләнеүҙәре, күнегеүҙәре ты-йыла, сөнки был зина кеүек ауыр гонаһҡа булышлыҡ итә.
  2. Бындай урындарҙа кейенеү ҡағиҙәләре лә динебеҙгә тап килмәй.
  3. Хатта бындай урында гүзәл зат ҡына шөғөлләнгән булһа ла, күбеһе кәүҙәләренә һылашып торған кейемдә күнегеү үтә. Ислам күҙлегенән был ярамай. Оялсанлыҡ бындай кейемдән генә түгел, ә оятһыҙ ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенән баш тартыуҙы ла күҙ уңында тота.
  4. Шулай уҡ музыка – бындай залдарҙың айырылғыһыҙ бер өлөшө.
  5. Бындай тәртипкә йәлеп ителгәндәрҙең холҡонда тәкәбберлек, маһайыу, үҙенә үҙе һоҡланыу, маҡтаныу, эгоизм һәм нарциссизм кеүек сифаттары көсәйеп китә. Әҙәм балаһын әҙәпле, тыйнаҡ булырға саҡырған динебеҙҙең ҡапма-ҡаршыһы бит был!

Һәм был кире яҡтарҙың ҡайһы берәүҙәре генә.

Бындағы тәртип, нигеҙҙә, Раббының асыуынан ҡурҡмаған кешеләр тарафынан пропагандаланған, гонаһты, оятһыҙлыҡты кире ҡаҡмаған диндар өсөн ҡыҙыҡлы булып сыға. Бер яҡтан, дингә ынтылышы бар, ә күңеле һаман ниндәйҙер дәрәжә, ихтирам яуларға теләй. Икенсе яҡтан, йөрәгенең ҡайһылыр бер өлөшө оятһыҙлыҡҡа һоҡлана, кешенең ике йөҙлөлөгө сағыла.

Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, ата-әсәләрҙең төп бурысы – балаларын тренажер залдары субкультураһынан (тәртибенән) аралау. Ошо трендҡа әүрәп китмәҫ борон, яҡындарыбыҙға кәңәшебеҙҙе еткереп өлгөрәйек. Һәм, әлбиттә, дин ҡанундарына тап килмәгән урынға ҡатын-ҡыҙға йөрөү тыйыла.

 

 

Нисек гонаһтарыма тәүбә ҡылырға?

Әгәр, элекке гонаһтарығыҙға үкенеп, ихлас күңелдән тәүбә ҡылып, уларға башҡаса әйләнеп ҡайтмаҫҡа теләһәгеҙ, Аллаһҡа тәүәккәл ҡылығыҙ, сөнки Ул Рәхимле һәм Мәрхәмәтле.

Төрлө гонаһтар ҡылған, һуңынан ихлас тәүбә иткән кешеләр тураһында Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьән-Кәримдә әйтә (тәфсире): «...Ямандан тәүбәгә килеп, иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙың яманлыҡтарын изгелеккә алмаштырыр (ҡылған гонаһтарын ярлыҡап, сауаплы эшкә күндерер). Аллаһ – Ярлыҡаусы, бик тә Мәрхәмәтле» ( «Әл-Фурҡан» сүрәһе, 70-се аят).

Был аятҡа комментарий биреп, Хәсән әл-Басри: «Аллаһ уларҙың насар эштәрен яҡшыһына, ике йөҙлөлөгөн – ихласлыҡҡа, әҙәпһеҙлектәрен – сафлыҡҡа, иманһыҙлығын – ысын иман менән алыштырыр», – тигән ( Ибне Кәсир «Тәфсир»е).

Хәҙерге көндә Аллаһ ҡушҡанса йәшәргә, гонаһтарығыҙға әйләнеп ҡайтмаҫҡа тырышыуығыҙ – тәүбәгеҙҙең ҡабул булыуы, иманығыҙҙың билдәһе.

Был көслө доға сәйидүл-истиғфәр (Аллаһу Тәғәлә алдында тәүбә итеүҙең төп формулировкаһы) булараҡ билдәле һәм, ихлас уҡығанда, кеше ғәфү ителә. Доға шулай әйтелергә тейеш: «Аллааһүммә әнтә раббиии ләә иләәһә илләә әнт. Халәҡтәнии үә әнәә ғәбдүкә үә әнәә ғәләә ғәһдикә үә үәғдикә мәстәтағтү. Әғүүҙү бикә мин шәрри мә санәғтү әбүү у ләкә би ниғмәтикә ғәләййә үә әбүү у ләкә би ҙәнбии, фәғфирлии. Фә иннәһү ләә яғфиру ҙҙүнүүбә иллә әнт». Мәғәнәһе: «Эй Аллаһ! Һин – минең Раббым! Һинән башҡа ғибәҙәт ҡылырға лайыҡлы зат юҡ. Һин мине барлыҡҡа килтерҙең, мин – Һинең ҡолоң, һәм мин, булдыра алғанса, Һинең әмереңде үтәйем. Үҙем ҡылған насарлыҡтан Һиңә һыйынам, һәм миңә биргән ниғмәтеңде таныйым. Шулай уҡ үҙем ҡылған гонаһымды таныйым, мине ғәфү ит, Һинән башҡа бер кем дә гонаһтарҙы ғәфү итмәй».

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: «Кем, кис менән был доғаны уҡыһа һәм үлеп китһә, Йәннәткә инер. Йәки, иртән уҡып, шул көндө үлһә, Йәннәт әһеле булыр» (әл-Бохари).

 

 

Буласаҡ кәләшем менән икебеҙ ике ҡалала йәшәйбеҙ. Никах йолаһын ватсаптағы видеоэлемтә аша үткәрә алабыҙмы?

Никахтың фарызы (рөкөнө) – ул ижәп һәм ҡабул һүҙҙәре. Йәғни, шаһиттар (ике ир йәки бер ир һәм ике ҡатын) алдында: «Ҡыҙымды һиңә кәләш итеп бирҙем» һәм «Ҡыҙығыҙҙы кәләш итеп алдым», – тигән (йә шуға оҡшаш) һүҙҙәр менән «никах килешеүе» төҙөлөргә тейеш.

Ватсапта инде барыһының бер урында булыу шарты үтәлмәй. Ике яҡ та төрлө урында, шулай уҡ был килешеүҙә ҡатнашҡан шаһиттар ҙа юҡ.

Вариант булараҡ, ҡыҙ икенсе кешене егет яғында үҙенең вәкиле итеп тәғәйенләй ала, һәм үҙенең яғында ике шаһит алдында егеттең тәҡдимен ҡабул итә ала.

Был осраҡта буласаҡ кәләшегеҙ ике шаһит (ике ир йә ир менән ике ҡатын) алдында һеҙҙең тәҡдимегеҙҙе ҡабул итер өсөн һеҙҙең ҡалала йәшәгән дуҫтарығыҙҙың берәүһен үҙенең вәкиле итеп тәғәйенләһен. Шул саҡта никах уҡыу тәртибе үтәлгән була. («Бәдәиу Сәнәи»)

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса Мөхәммәт Ғәзимов әҙерләне

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң унан ниҙер һорарға яраймы? Әгәр юҡ икән, мәүлит ваҡытында нәзмдә: «Йә Рәсүлүллаһ, ишфәнә йәүмә ннүшүр (Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең өсөн шәфәғәтсе бул)», – тип уҡыла торған һүҙҙәр нимә аңлата? Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ фанилыҡта ла һорарға...


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...


Ни ҡылаһың – шул ҡайта

Мәктәптә барыбыҙ ҙа математика дәрестәрен уҡыныҡ. Унда, иҫәпләп, һанарға ғына өйрәнмәнек, төрлө математик закондарҙы ла үҙләштерҙек. Миңә иң ныҡ иҫтә ҡалған закон – пропорционаллек, йәиһә ике дәүмәл араһында математик бәйлелек. Бында бер дәүмәлдең артыуы икенсеһенең артыуына килтерә. Тимәк,...


Шайтан яҙмалары

Йоҡлай бир   Роя иртәгә математиканан им-тихан бирергә бара. Шуға ла ул бөгөн баш күтәрмәй әҙерләнергә тейеш ине, ә мин уға ҡамасауланым. Һа-һа-һа! Бөгөн иртән әсәһе телефондан шылтыратҡанда ла, уға торорға ирек бирмәнем. Ҡолағына: «Роя! Әле үк уҡып ыҙаланма! Кискә тиклем ваҡыт күп бит...