ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

 

 

 

Йәмәғәт менән уҡыған намаҙҙың өҫтөнлөгө нимәлә?

Йәмәғәт менән уҡыған намаҙ көслө сөннәт (мөәккәдә сөннәт) булып тора. Бындай намаҙҙы фарыз тип һанаусы ғалимдар ҙа бар.

Яңғыҙ уҡыған намаҙға ҡарағанда йәмәғәт менән башҡарылған ғибәҙәт өсөн сауап күберәк.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ йәмәғәт менән уҡылған намаҙҙың яңғыҙ уҡылған намаҙға ҡарағанда 27 тапҡыр өҫтөнөрәк икәнлеген һәм шул саҡлы әжере буласағын хәбәр иткән (әл-Бохари).

Сөннәт һәм нәфел намаҙҙар йәмәғәт менән уҡылмай. Тәрауих намаҙ яңғыҙ ҙа, йәмәғәт менән дә уҡыла. Беҙҙең мәҙһәб буйынса вәжиб витр намаҙы Рамаҙан айында йәмәғәт менән, башҡа ваҡыта яңғыҙ уҡыла. Шулай уҡ йома һәм байрам намаҙҙары йәмәғәт менән башҡарыла. («Хәшийәтү Тахтауи»)

 

 

Мәйетте ерләгәндән һуң икенсе ергә күсерергә рөхсәт ителәме?

Үлгән кешенең кәүҙәһен ерләгәндән һуң күсерергә рөхсәт ителмәй. Һәм был ғалимдарҙың бер тауыштан ҡабул иткән ҡарары (ижмәһе). Мәйет ерләнгән урын кемдеңдер милке булған осраҡта ғына күсерергә ярай. («Мәраҡи әл-Фәләх»)

 

 

Берәй ҡалала йә ауылда вафат булған кешене икенсе ергә алып барып ерләргә мөмкинме?

Ҡайһы ҡалала йә ауылда үлгән, шул урында ерләү хәйерле. Башҡа урында ерләү ниәте менән мәйетте ҡайҙалыр алып китеү бик шәп түгел. Кемдеңдер ерендә хужаһының рөхсәтенән тыш ерләнгән осраҡтан тыш, мәйетте күсереү ҙә тыйыла. Әгәр үлгән кешене кемдер өсөн алдан уҡ әҙерләнгән ҡәберҙә ерләһәләр, һәм был ҡәбер кемдеңдер шәхси милкеһе булмаһа, мәрхүмдең кәүҙәһен ҡаҙып сығармайҙар, ә шунда ҡалдыралар. Ҡәберҙе ҡаҙыу өсөн аҡса түләнә. («Мәраҡи әл-Фәләх»)

 

 

Ҡайһы ваҡытта намаҙ уҡырға ярамай (мәкруһ)?

Тәүлектең намаҙ уҡырға ярамаған өс ваҡыты бар. Тап шул саҡта фарыз, сөннәт, вәжиб, нәфел, йыназа, ҡаза намаҙҙарының береһе лә уҡылмай. Тиләүәт сәждәләре лә ҡылынмай. Был мәлдәрҙә намаҙ уҡыу мәкруһ һанала.

  1. Ҡояш ҡалҡҡандан һуң ваҡыт арауығы: ҡояш офоҡтан һөңгө бейеклегенә күтәрелгәнгә тиклем, икенсе төрлө әйткәндә, ҡояш ағарғанға тиклем һәм уның балҡышы көсәйгәнгә тиклем.
  2. Ҡояш төшлөктә (зенитта) булып, көнбайышҡа табан ауыша башлағанға тик-лемге ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығы.
  3. Киске эңерҙә, ҡояш үҙенең төҫөн һарынан ҡыҙылға үҙгәртеп байығансы, да-уам иткән ваҡыт арауығы.

Ошо мәлдәрҙә намаҙ уҡыу тыйыла, һәм был турала Уҡбә бин Әмир еткергән хәҙистә әйтелә: «Аллаһ Рәсүле ﷺ беҙгә өс осраҡта намаҙ уҡыуҙан һәм мәрхүмдәребеҙҙе ерләүҙән тыйҙы: ҡояш сығып, һөңгө бейеклегенә күтәрелгәнгә тик-лем, төшкө мәлдә − ҡояш көнбайышҡа ауы-ша башлағансы, ҡояш батҡанға тиклемге ваҡытта» (Мөслим).

Үрҙә һаналған ваҡытта йыназа намаҙын да, ҡаза намаҙҙарын да уҡырға ярамай. Шулай уҡ нәфел намаҙҙарын ҡылыу ҙа тәхриман-мәкруһ (хәрәм ғәмәлгә яҡын).

Әгәр ҙә кеше иртәнге намаҙын уҡыған саҡта, ҡояш ҡалҡһа, был намаҙ ҡабул булмай. Әммә икенде намаҙын уҡыған саҡта ҡояш офоҡ артына йәшенеп, байыһа, бындай намаҙ һанала. («Лүбәб»)

 

 

Иптәшем миңә: «Бөгөндән алып һин ирекле», – тип, телефоны аша яҙып ебәрҙе. Бындай һүҙҙәр айырылышыу тип иҫәпләнәме?

«Һин ирекле» тигән һүҙҙәр айырылышыуҙы аңлатмай әле. Ошондай һүҙҙәр менән айырылышыуҙы күҙ алдында тотҡанда ғына, талаҡты аңлата. Әгәр ир, айырылышыу ниәте булмай тороп, ошо һүҙҙәрҙе әйтә икән – ғаиләнең никахы боҙолмай. («Фәтәүә хиндийә»)

 

 

Үле тыуған балаға исем ҡушалармы?

Үле тыуған балаға исем ҡушып, уны ғөсөлләндереп, кәфенгә төрөп, йыназаһыҙ күмергә кәрәк.

Тыуғандан һуң үлгән балаға шулай уҡ исем ҡушалар, йыуындыралар, кәфенләйҙәр, йыназа-намаҙын ҡылып, һуңғы юлға оҙаталар.

Әгәр ҙә үле тыуған баланың аяҡ-ҡулдары формалашып өлгөрмәһә, ундайға исем ҡушылмай, йыуылмай, туҡыма киҫәгенә төрөп, йыназаһыҙ ғына ерләйҙәр. («Хәшийәтү Тахтауи»)

 

 

Төрлө сәбәптәр менән үҙ ваҡытында уҡылмай ҡалған намаҙҙарға ҡаза ҡылырға кәрәкме?

Төрлө сәбәп арҡаһында уҡылмай ҡалған бөтә намаҙҙарға ла ҡаза ҡылырға кәрәк.

Намаҙ – мосолман кешеһе өсөн фарыз ғәмәл, бәлиғ булған кеше үтәргә тейеш булған ғибәҙәт. Әгәр баҫҡан килеш уҡый алмаһа, намаҙҙы ултырып уҡырға кәрәк. Әгәр ултырып та намаҙ уҡый алмаһа, ҡиблаға йөҙө менән боролоп, ҡырын ятып уҡый ала. Әгәр ауырыу, ҡырын ятып та намаҙ уҡый алмай икән, аяҡтарын ҡибла яғына һуҙып, салҡан ятып уҡый ала. Был осраҡта башты шул йүнәлештә бер аҙ күтәрергә кәрәк. Ундай мөмкинлек тә юҡ икән, хәнәфи мәҙһәбе буйынса, күҙ ҡабағы хәрәкәте менән намаҙ ҡылынмай. Сирле кеше, рөкүғ һәм сәждәгә ишара яһарлыҡ хәлдә булғансы, намаҙ уҡымай. Ошо рәүештә бишәүҙән артыҡ намаҙ уҡылмай ҡалһа – был намаҙҙарға ҡаза ҡылынмай, бишәүҙән әҙерәк булһа – ҡаза ҡылырға кәрәк. («Хәшийәтү Тахтауи»)

 

 

Ғөсөлдөң (бөтә тәнде йыуып, һыу менән ҡойоноуҙың) фарыздары нимәнән ғибәрәт?

Ғөсөлдөң фарыздары:

  1. Тәндең һәр бер еренә (шул иҫәптән сәстәрҙең һәр бөртөгөнә) һыу тейҙереү.
  2. Ауыҙ һәм танау эсен сайҡау. («Мәраҡи әл-Фәләх»)

 

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса

Мөхәммәт Ғәзимов әҙерләне

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...