ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Ҡатын-ҡыҙҙарға сәс буярға яраймы?

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың, йәшенә һәм статусына ҡарамай, барыһына ла сәс буярға ярай. Буяу өсөн ҡаранан башҡа, бар төҫтәр ҙә рөхсәт ителә. Аллаһ Рәсүле ﷺ әйткән: «Киләсәктә өммәтемдә сәстәрен ҡара төҫкә буяп йөрөүселәр булыр, ундайҙар Йәннәтең хуш еҫтәрен һулауҙан мәхрүм ҡаласаҡ» (Әбү Дауыт). («Бәһру Рахиҡ»)

 

 

 

Нәфис затҡа атта һыбай йөрөргә яраймы?

Гүзәл зат вәкилдәренә бик кәрәк саҡта ғына һыбай йөрөргә ярай. Сәхәбә ҡатын-ҡыҙҙарының атта һәм дөйәлә һыбай йөрөүе билдәле. Әммә улар ихтыяж булғанда ғына шулай йөрөгән. («Раддул Мөхтәр»).

 

 

 

Күрем ваҡытында ҡатын-ҡыҙҙарға мәсеткә инергә яраймы?

Ҡатын-ҡыҙға күрем ваҡытында намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу, Ҡәғбәтулла тирәләй тәүәф ҡылыу, Ҡөрьән уҡыу, хәләл ефете менән енси мөнәсәбәткә инеү, шулай уҡ мәсеткә кереү тыйыла. («Мәраҡи әл-Фәләх»)

 

 

 

Кесе ярау иткәндә, ҡайһы саҡта бәүел ҡыуығымдан тоноҡ, йәбешкәк шыйыҡса сыға. Ошонан һуң гөсөл алырға кәрәкме икән?

Кесе ярау иткәндә бүленеп сыҡҡан тоноҡ төҫтәге шыйыҡса «үәд» («вадью») тип атала. Ғалимдар әйтеүенсә, уның сығыуы гөсөлдө боҙмай, әммә ул шыйыҡса нәжес булып һанала, шуның өсөн ул эләккән урынды йыуырға кәрәк. Был нәжес тәһәрәтте генә боҙа. («Лүбәб»)

 

 

 

Ҡорһаҡта ятырға яраймы?

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хәҙисенә ярашлы, ҡорһаҡта ятырға ярамай. Әбүзәр  еткергәнсә: «Бер ваҡыт Аллаһ Рәсүле ﷺ янымдан үтеп барғанда, ҡорһаҡта ятыуымды күреп, мине аяғы менән төртөп, шулай тине: «Эй Джүнәйдиб! Йәһәннәм әһелдәре шулай ята» (Ибне Мәджә).

Тимәк, килтерелгән хәҙис буйынса, бынан Аллаһу Тәғәлә риза түгел, шуның өсөн беҙ ул ғәҙәттән һаҡланырға тейешбеҙ.

 

 

 

Ҡойонған саҡта ауыҙ-танауҙы сайырға онотһам, ғөсөлөм шартына еткерелеп үтәлгән булып һаналамы?

Ғөсөл – ауыҙ-танау менән бергә бөтә тәнде йыуыу. Шуға күрә, ҡойонғанда быны эшләргә онотһағыҙ, ғөсөлдөң ошо фарыздарын үтәмәйсә тороп, һеҙгә намаҙ ҙа, Ҡөрьән дә уҡырға ярамай. Ғөсөлдөң фарыздарын еренә еткереп үтәү өсөн, яңынан душ аҫтына йә мунсаға барырға кәрәкмәй. Бының өсөн ни бары ғөсөлдөң шарттарын үтәп бөтөү ниәте менән, ауыҙ-танауҙы сайып алыуығыҙ етә.

Һыу ингәндә ауыҙын һәм танауын йыуырға тейешлеген белмәгән йәки шул хаҡта онотоп, намаҙға баҫҡан кешенең гонаһы юҡ, Тик был уның ғилемгә һай йәки насар хәтерле икәнлеген күрһәтә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдтең ﷺ хәҙисендә шулай тиелә: «Ысынында, яңылышлыҡ менән ҡылған хаталарҙы, онотоп йә көсләп эшләткән эштәрҙе Аллаһу Тәғәлә ғәфү итә (Ибне Мәджә). Шуның өсөн уға ғөсөлөн еренә еткереп йыуынырға, һәм тулыһынса таҙарынмай тороп уҡыған намаҙҙарға ҡаза ҡылырға кәрәк. («Хәшийәтү Тахтауи»)

 

 

 

Үрмәксене үлтереп, ауын алырға яраймы?

Үрмәксене үлтереү буйынса ике ҡарар бар:

  1. Зыян иткән үрмәксене үлтерергә рөхсәт ителә. Һәм быны тиҙ арала эшләү зарур. Әммә ут менән йәнен ҡыйыу тыйыла (мәкруһ тәхриман).
  2. Зыян итмәгән осраҡта үлтерергә кәңәш ителмәй (мәкруһ тәнзиһан). Ғөмүмән, зарар килтергән һәр нәмәне (мәҫәлән, бөжәктәрҙән – серәкәй, ҡандала, бет һәм башҡалар) юҡ итергә рөхсәт ителә. Һәм быны теләгән ваҡытта эшләргә мөмкин. Әммә бет менән серәкәйгә ҡаршы көрәштә ут ҡулланыу тыйыла (мәкруһ тәхриман). Өйҙө үрмәксе ауынан таҙартырға ярай. («Нәүәзил»)

 

 

 

Ҡатыным менән яҡынлыҡ ҡылғандан һуң ғөсөл алдым. Күпмелер ваҡыттан һуң тағы ла мәней (сперма) сыҡҡанын тойҙом. Миңә яңынан ғөсөл алырға кәрәкме?

Һеҙҙең осраҡта ике нәмәгә иғтибар итергә кәрәк: 1) әгәр енси мөнәсәбәттән һуң, ғөсөл алғанға тиклем, бәҙрәфкә инеп, кесе ярау итһәгеҙ йәки, бер аҙ йоҡлап алып, шунан ғына ҡойонған булһағыҙ һәм бер аҙҙан мәней сыҡҡанын асыҡлаһағыҙ, һеҙгә яңынан ҡойоноу мотлаҡ түгел. Бөтә ғалимдар ҙа шундай фекерҙә. 2) әгәр ҙә һеҙ кесе ярау иткәнгә йә йоҡоға тиклем ҡойоноп, шунан һуң сперманың сығыуын күреп ҡалһағыҙ, был осраҡта, имам Әбү Хәнифә фекеренсә, яңынан ғөсөл алырға кәрәк. («Хәшийәтү Тахтауи»)

 

 

 

Ир кешегә дуҫтары алдында эске кейем менән генә бассейнда һыу инергә яраймы?

Дуҫтар йәки башҡа ирҙәр алдында эске кейем менән генә һыу инергә ярамай, кендек менән тубыҡ араһын ҡаплаған шортылар кейергә кәрәк.

Һеҙгә шуны белергә кәрәк: ир кешегә, кендек менән тубыҡ араһындағы урындан башҡа, икенсе ирҙең кәүҙәһенә ҡарарға рөхсәт ителә. Ирҙәрҙең дә ғәүрәт тип аталған урындары ҡаплаулы булырға тейеш. («Хәшийәтү Тахтауи»).

 

 

 

Намаҙ аҙағында сәһү сәждәһен (намаҙҙағы хаталарҙы төҙәтеү сәждәһен) ҡылырға онотоп, мәсеттән сығып киткәс кенә иҫкә төшһә, был осраҡта миңә ни эшләргә?

Сәһү сәждәһен ҡылырға онотоп, намаҙҙы тамамлап, сәләм биргәндән һуң мәсеттән сығып киткән кешенән был сәждәне ҡылыу бурысы төшә. Әммә ул кеше намаҙҙан һуң ҡибланан боролған саҡта (берәйһенә һүҙ ҡушып өлгөрмәгән булһа) сәһү сәждәһен ҡыла ала, һәм унан һуң яңынан «Әт-Тәхийәт», Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауат һәм доға уҡып, сәләм бирергә кәрәк. Сәһү сәждәһен ҡылыу кәрәклеген онотмайса, ҡибланан боролған кешенең иңенән сәһү сәждә ҡылыу бурысы төшә. Әммә был намаҙҙы уға ҡабаттан уҡыу яҡшыраҡ булыр.

 

 

 

Ир-егеттәргә алтын биҙәүестәр тағып йөрөү тыйылған икәнлеген электән ишетеп беләм. Әммә үҙемдең бер нисә теш урынында алтындан эшләнгән коронкалар тора. Хәҙер инде миңә ни эшләргә?

Ҡайғырмағыҙ, һеҙгә был коронкаларҙы сисергә йәки башҡа материалдан эшләнгәнгә алыштырырға кәрәкмәй, сөнки алтын коронкаларға тыйыу юҡ. («Дурару Мөхтәр»).

 

 

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса

Мөхәммәт Ғәзимов әҙерләне

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...