ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Таң атҡансы уяна алмай, иртәнге намаҙымды үҙ ваҡытында уҡый алмай ҡалһам, сөннәт намаҙҙы ҡаза итеп уҡырға кәрәкме?

Йоҡлап ҡалып, йә иһә башҡа сәбәп арҡаһында иртәнге намаҙҙы үҙ ваҡытында уҡый алмаған булһағыҙ, уның сөннәтен дә, фарызын да уҡығыҙ, сөнки иртәнге намаҙ сөннәтендә Раббыбыҙҙың рәхмәте, бәрәкәте бар. Шулай ҙа, әгәр кеше иртәнге намаҙҙы өйләгә тиклем үтәй алмаһа, ул төшкө намаҙ башланған ваҡыттан һуң уның фарызын ғына уҡырға тейеш була.(«Ихтыяр»)

 

 

 

Намаҙҙы боҙоусы ғәмәлдәр нисәү?

Бер рәҡәғәт эсендә намаҙға ҡағылмаған ниндәй ҙә булһа ғәмәлде өс тапҡыр башҡарыу (3 мәртәбә битте һөртөү, 3 мәртәбә бер ерҙе тырнау, 3 аҙым яһау йә бер урында тапаныу). («Мәрәкил-Фәләһ»)

 

 

 

Мәсеттә икенсе йәмәғәт менән намаҙ уҡырға мөмкинме? Мәсеткә һуңлаңҡырап ингән саҡта, йәмәғәт менән ҡылынған намаҙ башланған булһа, улар янына баҫырға яраймы әллә яңғыҙым ғына уҡыйыммы?

Икенсе йәмәғәт менән намаҙ ҡылыуға килгәндә, һәр осраҡҡа айырым хөкөм. Икенсе йәмәғәт менән намаҙ ҡылыу дүрт осраҡта рөхсәт ителә, өҫтәүенә, маҡтаулы ла.

  1. Мәсет «мәсджидү тариҡ» (йәғни: «юлсылар мәсете») булғанда. Иман йортоноң имамы вазифаһына тәғәйенләнгән айырым кешеһе, даими рәүештә намаҙ уҡыған мәхәлләһе булмаһа. Башҡаса әйткәндә, был ғибәҙәтханала башлыса сәфәрҙәгеләр, мосафирҙар намаҙ уҡый.
  2. Мәсеттең имамы һәм мөәзине булмаһа.
  3. Йәки бындағы мәсеттә, имамы булған хәлдә, беренсе йәмәғәт менән ҡылынған намаҙҙа башҡа урындан килгән мосолмандар ҡатнашҡан булһа.
  4. Йәки урындағы халыҡ тәүге йәмәғәт менән ҡылынған намаҙҙы аҙан әйтмәйенсә уҡыһа.

Икенсе йәмәғәт менән намаҙ ҡылыу түбәндәге осраҡтарҙа тыйыла (тәхриман мәкруһ, йәғни хәрәмгә яҡын):

  1. Әгәр ҙә был мәсеттә урындағы халыҡ беренсе йәмәғәт менән аҙандан һуң намаҙ ҡылып, икенсе йәмәғәт тә, аҙан әйтеп, башлаған булһа.
  2. Әгәр ҙә урындағы халыҡ беренсе йәмәғәт менән намаҙын аҙандан һуң уҡыһа, икенсеһе иһә аҙанһыҙ ҡыла, һәм уның имамы ғибәҙәтханала сафтың уртаһында (миһраб ҡаршыһында) йә иман йортоноң ихатаһында йәмәғәт етәкләй.

Түбәндәге осраҡта ғалимдар бер фекергә килә алмаған:

  1. Әгәр ҡала йә ауыл мәсетендә урындағы халыҡ аҙандан һуң беренсе йәмәғәт менән намаҙ уҡыһа, икенсе йәмәғәт аҙанһыҙ башлап, уны етәкләгән имамы миһраб йәнәшендә уртала йә ғибәҙәтхана ихатаһының уртаһында түгел, йә уң яҡтағыраҡ йә һулда тороп уҡыһа.

Был осраҡта фекерҙәр айырмаһы бар. Нигеҙле фекер йөрөткәндәре әле телгә алған миҫалды мәкруһ тәнзиһан тип һанай, йәғни тыйылған ғәмәлгә яҡын. Икенсе фекер буйынса, рөхсәт ителә. Ике яҡтың да уртаҡ фекере: бындай йәмәғәт менән ҡылған намаҙҙың сауабы аҙ була.

Бер ваҡыт Аллаһ Илсеһе кемдеңдер әрләшкәнен ишетеп, ике яҡты яраштырыр өсөн намаҙын башламай, мәсеттән сығып китергә мәжбүр була. Кире килһә, халыҡ намаҙын уҡып, таралған. Шул көндө Пәйғәмбәребеҙ өйөнә ҡайтып, яҡындары менән уҡыған. Мәсеттә икенсе йәмәғәт менән намаҙ ҡылыу өсөн сауап булһа, Аллаһ Рәсүле был уңайлы мөмкинлектән баш тартмаҫ ине, моғайын.

Иҫкәрмә: йәмәғәт намаҙына өлгөрмәгән саҡта, үрҙә телгә алынғанса, рөхсәт ителгән дүрт осраҡҡа таянып, икенсе йәмәғәткә ҡушылып йә шул төркөмгә имам булып уҡый алаһығыҙ. Йәмәғәт менән уҡырға ярамаған осраҡҡа килгәндә, был төркөмгә ҡушылмауығыҙ хәйерле. Уның урынына һеҙ түбәндәгеләрҙе эшләй алаһығыҙ:

  1. Мөмкинлек булһа, башҡа мәсеткә барып, имам менән йәмәғәт булып уҡырға.
  2. Намаҙҙы шул уҡ мәсеттә яңғыҙ уҡырға.
  3. Намаҙҙы ғаиләгеҙ менән бергә өйҙә уҡырға.

Әгәр ҙә имандаштар икенсе йәмәғәт булып намаҙ уҡырға теләһә һәм ошо намаҙҙа һеҙҙе имам булыуығыҙҙы талап итһә, уларға йомшаҡ ҡына итеп хәнәфи мәҙһәбенең был мәсьәләгә ҡарарын аңлатығыҙ. Әммә аңлашылмаусанлыҡ, ыҙғыш-талаш хәүефе янаһа, бындай йәмәғәт менән уҡырға, намаҙҙы етәкләргә мөмкин. («Дурарул-Мөхтәр»).

 

 

 

Хәләл тауыҡ хәләл булмағандан нимәһе менән айырыла?

Хәләл – ул дин нормалары буйынса салынған мал йәки ҡош ите. Дини ҡағиҙәләр буйынса салынмаған малдың ите үләкһәнеке менән тиң. Ә Аллаһ беҙҙе үләкһәне ашауҙан тыя. Ошо хаҡта Аллаһ әйтте (мәғәнәһе): «Аллаһ һеҙгә бары тик үләкһә, ҡан, сусҡа ите ашауҙы һәм Аллаһтан башҡа затҡа бағышлап һуйылған итте хәрәм ҡылды...» («Әл-Бәҡара» сүрәһе, 173-сө аят). Тимәк, беҙгә хәләл булмаған ит менән ризыҡланырға ярамай. («Раддүл-Мөхтәр»)

 

 

 

Намаҙҙың вәжибен үтәмәйсә, хата ебәреп, сәләм биргәндән һуң сәждә сәһүҙе ҡылырға онотһам, намаҙҙан һуң уны ҡылырға яраймы?

Әгәр намаҙында хата ебәреүсе, сәждә сәһүҙе ҡылырға онотоп, намаҙҙы тамамлағас, һөйләшә башлаһа, мәсеттән сығып китһә, сәждә сәһү ҡылыу вазифаһы өҫтөнән төшә. Әммә, сәләмдән һуң һөйләшеп өлгөрмәһә, ҡибла тарафынан боролоп китһә лә, был сәждәне ҡылырға ярай. Әгәр ҙә намаҙ уҡыусы хатаны аңлы рәүештә яһаһа, был хатаны сәждә сәһү ҡылыу ғына төҙәтә алмай. Был осраҡта намаҙҙы яңынан уҡырға кәрәк. («Дурарул-Мөхтәр»)

 

 

 

Ир ҡатынына бер талаҡ әйткәндән һуң, өс ай уҙып китә. Ошо осраҡта был ҡатын уның хәләл ефете булып ҡаламы? Бындай айырылышыу ниндәй һөҙөмтәгә килтерә?

Ҡатын кеше ирҙән айырылһа, ғиддәт һаҡларға тейеш. Ана шул ғиддәте тулмаҫтан алда бүтән иргә сығырға тейеш түгел. Ғиддәт осоро өс күрем ваҡыты тейешле, уртаса өс ай самаһы ваҡыт һанала. Бер йәки ике тапҡыр талаҡ әйткәс, ҡатын айырылған һанала, әммә өс ай эсендә ире уны теләгән ваҡытта кире ҡайтара ала, һәм был осраҡта яңынан никах уҡырға кәрәкмәй.

Ҡатыныңды ҡайтарыу өсөн, мәҫәлән, мин уны ҡайтарҙым, тип әйтеү ҙә етә; шулай уҡ енси бәйләнеш, шәһүәт менән үбешеү, наҙлау ғәмәлдәре лә никахтарын яңынан тергеҙә тигән һүҙ. Әгәр ул хәләл ефетен ғиддәт дауамында бер һүҙ йә ғәмәл менән дә ҡайтармаған икән, никахтары боҙола, һәм ғаиләне һаҡлап ҡалыу теләге булһа, был парға яңынан никах уҡытыла. Әгәр ире ҡатынына өс тапҡыр талаҡ әйтһә, ул инде уны ҡайтара алмай. («Лүбәб»)

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса

Мөхәммәт Ғәзимов әҙерләне

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...