ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР
Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә.
Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был яман ғәҙәтте еңергә, телде тыйырға ярҙам итер нәмә ул – тәҡүәлек. Аллаһу Тәғәләнән ҡурҡмаған кеше үҙ теленә хужа була алмай. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ беҙҙе: «Йәһәннәмгә иң йыш осраҡта илтеүсе нәмә – ул кешенең теле», – тип иҫкәртте.
Ҡөрьән-Кәримдә яман һүҙ, алдашыу һәм башҡа тел гонаһтары асыҡтан-асыҡ тыйыла. Быларҙың барыһы ла Аллаһтың асыуын килтерә. Ысын күңелдән иман килтергән кеше, Аллаһты асыуландырып, шундай гонаһ ҡыламы? Аллаһ алдында ысын күңелдән тәүбә итеү, яманлаған кешеһенән ғәфү үтенеү был гонаһты ҡалдырырға ярҙам итәме?
Үҙегеҙҙең көсһөҙлөгөгөҙҙө танып, ҡылған эштәрегеҙ өсөн үкенеүегеҙ яҡшы. Тыйнаҡ булырға өйрәнегеҙ, кәрәк саҡта ғына һөйләгеҙ. Хаҡ хәлифәттең тәүге хаҡ хәлифе Әбү Бәкер әс-Ситдиҡ буш хәбәр һөйләүҙән, тел гонаһтарынан һаҡланып, ауыҙына таш ҡабыр булған. Тел афәтенән һаҡланырға тырышҡан кеше шулай уҡ: «Аллааhүммә сәддид ҡалби, үә сәддид лисәни» («Эй Аллаh! Йөрәгемде һәм телемде гонаһтан һаҡла»), – доғаһын ҡабатлап йөрөһөн.
Тауыҡты салыр алдынан ябыҡ бүлмәлә (тауыҡ кетәгендә) күпме тоторға кәрәк? Әгәр ҙә уны инкубаторҙа һатып алһалар, һәм ул унда нәжес йәки зарарлы химик өҫтәмәләр ашаған булһа? Был осраҡта тауыҡ салыуҙың хөкөмө ниндәй?
Ҡатнаш – рөхсәт ителгән аҙыҡ һәм нәжес нәмәләр (мәҫәлән, ҡан) менән туҡланған ҡош-ҡортто, күпмелер ваҡыт таҙа ризыҡ менән генә туҡландырыу диетаһына ултыртмайынса, салып, ашарға ярай. Йәғни, салғанға тиклем инкубаторҙа рөхсәт ителмәгән аҙыҡ менән туҡланған тауыҡты шәриғәт буйынса салғандан һуң ашарға ярай.
Шуға ҡарамаҫтан, нәжес менән туҡланған ҡош-ҡортто салғансы өс көн алда кәртәләнгән урында таҙа ризыҡ менән генә туҡландырырға, шунан һуң ғына салырға һәм ашарға кәңәш ителә. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сәхәбәһе Абдуллаһ ибне Ғүмәр шулай эшләгән. («Бәдәиу Ҫәнәи»)
Билдәле булыуынса, күрем ваҡытында ҡатын-ҡыҙҙарға мәсеткә инергә ярамай. Шулай уҡ – ғөсөлһөҙ кешегә лә. Ә мәсет күрергә килгән мосолман булмаған туристар хаҡында ни әйтергә? Улар бит, моғайын, бындай тыйыуҙар барлығы тураһында уйлап та бирмәйҙер.
Был мәсьәлә буйынса мосолмандарҙың һәм был диндә булмағандарҙың хәле айырыла:
1) Мосолмандарға килгәндә, күрем көндәре арҡаһында булһынмы йәки джәнәбә хәлендә (енси «бысраныу») арҡаһында булһынмы – уларға ғөсөлһөҙ мәсеткә инергә ярамай. Ғәйшә инәбеҙ хәбәр итеүенсә, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Күрем йә джәнәбә хәлендә булғандарға мәсеткә инергә рөхсәт итмәйем», – тигән.
2) Мосолман булмағандарға, шул иҫәптән, туристарға килгәндә иһә, уларға «бысраҡ» хәлдә лә мәсеткә инергә ярай. Сөнки Ислам әҙәптәре уларға ҡағылмай.
Тарихтан билдәле булыуынса, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҡайһы бер әсирҙәргә мәсеткә инергә рөхсәт иткән, быны ул мосолмандарҙың ғибәҙәтен, аралашҡанын ҡараһын, Ислам диненә яҡынайһын, тигән маҡсаттан сығып эшләгән.
Шуға күрә әгәр мосолман булмаған туристар мосолмандарҙың ғибәҙәт ҡылыу рәүеше һәм йолалары менән танышырға теләһә, уларға мәсет эсенә инеү тыйылмаған. Әлбиттә, ғибәҙәт йортона ҡарата әҙәп, уның эсендәге тәртип-ҡағиҙәләрҙе ихтирам итеү шарты менән. («Мәбсүт», «Мөхит Борхани», «Дурр Мөхтар»).
Йәмәғәт намаҙына һуңлаһаҡ, аҡшам (мәғриб) намаҙын нисек уҡырға? Намаҙҙың беренсе рәҡәғәтенә һуңлап – икенсеһенә, йәки икенсеһенә һуңлап, өсөнсө рәҡәғәткә ҡушылғанда, зинһар, аңлатығыҙ әле, нисек уҡып тамамлап ҡуйырға?
Әгәр кеше йәмәғәт менән уҡылған аҡшам намаҙына һуңлаһа, уҡылмай ҡалған бер, ике йәки өс рәҡәғәтте ул түбәндәгесә уҡый:
– Әгәр беренсе рәҡәғәткә генә һуңлаһаҡ, һуңғы ултырышта «Әттәхийәт»те уҡыйбыҙ ҙа, имам сәләм биргәндән һуң баҫабыҙ ҙа «Әл-Фәтиха» һәм унан һуң ҡыҫҡа сүрә уҡыйбыҙ. Аҙаҡ инде рөҡуғ һәм ике сәждәнән һуң тәшәһһүдкә ултырып, ғәҙәттәгесә, тамамлап ҡуябыҙ.
– Әгәр ике рәҡәғәткә һуңлап, өсөнсөһөндә ҡушылһаҡ, имам сәләм биргәндән һуң, баҫабыҙ ҙа тәүге ике рәҡәғәтте түбәндәгесә уҡыйбыҙ. Һәр рәҡәғәттә лә «Әл-Фәтиха» һәм берәр сүрә уҡыла. Был осраҡта беренсе рәҡәғәттән һуң тәшәһһүдкә ултырып, «Әттәхийәт» уҡыйбыҙ. Икенсеһенә баҫып, уҡып бөткәс, тәшәһһүдтә «Әттәхийәт», «Салауат», «Раббәнә» доғаһын уҡып, сәләм биреп, тамамлап ҡуябыҙ.
– Әгәр йәмәғәт менән уҡылған намаҙҙың һуңғы рәҡәғәтенең рөҡуғынан һуң килеп ҡушылһаҡ, имам сәләм биргәс, торабыҙ һәм бөтә рәҡәғәттәрҙе лә уҡып сығырға кәрәк. («Бәхру Раик»)
Өләсәйемде төшөмдә аяҡһыҙ икән тип күрҙем. Был төштө нисек юрарға? Аңлатып бирмәҫһегеҙме икән?
Был төш шайтандан, һәм шуға, ҡурҡыныс төш күрҙем икән, тип хафаланмағыҙ. Иблестән һаҡланыр өсөн, Аллаһтан ярҙам һорағыҙ, Уға һыйынығыҙ, һәм, ин шәә Аллаһ, был төш һеҙгә зыян итмәҫ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдтең ﷺ мөбәрәк хәҙисендә: «Әгәр ҙә кемдер яҡшы, күңеленә хуш килгән төш күрһә, дөрөҫлөктә, был төш – Аллаһтан. Уны күреүсе Раббыбыҙға маҡтау әйтһен һәм күргәнен тик яҡындарына һөйләһен. Әгәр кеше, насар, ҡурҡыныс төш күрһә, һул яҡҡа өс ҡат төкөрөп, шайтандан һәм төшөндә күргән нәмәнең яманлығынан Аллаһҡа һыйынып, Унан ярҙам һораһын һәм күргәнен бер кемгә лә һөйләмәһен. Шулай эшләнһә, кешегә зарары теймәҫ» (Мөслим).
Өләсәйегеҙ иҫән икән, ҡушҡан эштәрен үтәргә, уға ярҙам итергә тырышығыҙ. Мәрхүмә икән, уның исеменән мохтаждарға саҙаҡа бирегеҙ, Ҡөрьән уҡығыҙ, Аллаһты зекер итегеҙ, әжер-сауабына ирештерһен уны Раббыбыҙ.