Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

Самолетта намаҙҙы нисек үтәргә?

Әгәр ҙә осҡан саҡта, намаҙ ваҡыты үтеп китеүе ихтимал булһа, ул саҡта намаҙҙы самолетта үтәргә кәрәк. Ҡибла яғына ҡарап (мөмкинлек булғанса) ултырған килеш намаҙҙы уҡыйбыҙ. Ҡибланы стюардессанан белешергә була. Әгәр ҙә самолетта намаҙ, баҫҡан килеш, рөҡүғ менән сәждәне тулыһынса еренә еткереп үтәлһә, ергә төшкәс, ул намаҙҙы ҡабаттан ҡаза итеп үтәргә кәрәкмәй. Әгәр ҙә самолетта намаҙҙы ултырып уҡыһағыҙ, рөҡүғ менән сәждә ярым эйелеп кенә эшләнһә, был осраҡта, намаҙҙы, ергә төшкәс, ҡаза итеп уҡырға кәрәк. («Фиҡһу Муяссар»)

 

 

Минең теш ҡаҙналарым тиҙ генә ҡанап бара, алма һымаҡ берәй ҡаты аҙыҡ ашаһам, аҙаҡ ҡан эҙҙәре сыға. Был тәһәрәтте боҙамы?

Әгәр кеше алманы тешләгәс йәки теш таҙартҡыс таяҡта ҡан эҙҙәрен күрһә, уның тәһәрәте боҙолмай. Сөнки был осраҡта ҡан аҡмай. Әгәр ҙә теш ҡаҙналарынан сыҡҡан ҡан төкөрөккә ҡарағанда күп булып, бөтөн төкөрөк ҡанлы йәки ярты төкөрөк ҡанда булһа, тәһәрәт боҙола. («Лүбәб»)

 

 

Бүлмәнең обойҙарында хайуан һүрәттәре торһа, ул урында намаҙ үтәргә яраймы?

Йәнле әйберҙәрҙең һүрәттәре булған бүлмәлә намаҙ үтәү мәкрүһ булып һанала. («Әл-Фәтәүә әл-Һиндиә»)

 

 

Йома көнө ғөсөл ҡойоноу фарыз ғәмәлме әллә сөннәтме? Ул көндө тағы нимә эшләү яҡшы булыр?

Йома намаҙы алдынан ғөсөл ҡойоноу сөннәт булып һанала. Аллаһу Тәғәлә ҡушыуы буйынса, аҙнаның иң яҡшы көнө йома. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Ҡояш ҡалҡҡан иң яҡшы көн – йома. Был көндө Әҙәм яратылды, ошо уҡ көндө Йәннәткә индерелде һәм йома көн унан сығарылды. Ҡиәмәт тә мотлаҡ ошо көндә ҡубасаҡ», – тигән (Әхмәд, әт-Тирмиҙи).

Йома көнө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҡайһы бер ғәмәлдәр өсөн Аллаһтан ҙур сауаптарға ирешеүе тураһында аңлатма ҡалдырған.

  1. Ғөсөл

Ҡайһы бер ғалимдар, бигерәк тә имам Мәлик фекеренсә, йома көнө ғөсөл ҡойоноу мотлаҡ һаналған. Улар Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тура бойороғона һылтаналар: «Йома көнө ғөсөл ҡойоноу һәр бәлиғ мосолманға фарыз булып һанала» (Мөслим).

Күп кенә ғалимдар был хәҙистәге фарманды, мотлаҡ түгел, тип иҫәпләй. Сөнки ҡайһы бер сәхәбәләр араһында ғөсөл ҡойонмағандары ла була, уларға Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер нәмә лә әйтмәгән.

  1. Хуш еҫ һөртөү

Күпселек хәҙистәрҙә, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙен ентекле тәрбиә ҡылған, тип әйтелгән. Аллаһ Рәсүле ﷺ ҡулдарына, сәстәренә һәм һаҡалына мул итеп еҫле май (миск) һөрткән. Шулай уҡ һуған менән һарымһаҡ ашаған кешеләргә мәсеткә йәмәғәт намаҙына бармаҫҡа ҡушҡан.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Әгәр ҙә кеше йома көнө, ғөсөл ҡойоноп, ентекле итеп йыуынып, сәстәренә һәм тәненә өйөндә булған хуш еҫтәрҙе һөртөп, һуңынан йома намаҙына мәсеткә барып, эргәһендә ултырғандарҙы төрткөләмәй, Аллаһу Тәғәлә ризалығы өсөн намаҙын үтәп, шунан шым ғына имамды иғтибар менән тыңлаһа, уның был йома һәм алдағы йома араһындағы ҡылған гонаһтары кисерелер», – тигән (әл-Бохари).

  1. Яңы кейем кейеү

Өҫтә килтерелгән хәҙистән билдәле булыуынса, матур кейем кейеү Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сөннәте булып һанала.

Әгәр ҙә Аллаһ Рәсүле ﷺ яңы кейем кейһә, ул: «Аллаһуммә ләкә-л-хәмдү әнтә кәсәүтиниһи, әсьәлүкә хайраһу үә хайра мә сүниғә ләһү, үә әғүҙү бикә мин шәрриһи үә шәрри мә сүниғә ләһү» – тигән.

Тәржемәһе: «Аллаһым, миңә быны кейҙергән өсөн Һиңә бар маҡтауҙарым. Ниндәй яҡшылыҡ өсөн ул (кейем) эшләнгән, мин Һинән шуны (яҡшылыҡты) һорайым, һәм ниндәй яуызлыҡ өсөн эшләнгән, мин шунан (яуызлыҡтан) Һиңә һыйынам».

  1. Пәйғәмбәребеҙгә салауат бағышлау

Аллаһ Рәсүле ﷺ йома көнө кешеләрҙе Аллаһ алдында күберәк салауат уҡырға өндәгән. «Ысынында, йома һеҙҙең иң яҡшы көнөгөҙ булып һанала. Ул көндә Әҙәм тыуған, һәм шул көндә үлгән, һәм шул көндә сур өрөлөр һәм шул көндә бөтөн тереклек юҡҡа сығыр. Шуға күрә миңә күпләп салауат уҡығыҙ. Ысынында, һеҙҙең салауаттарығыҙ миңә еткерелер». (Ибне Мәждә, Әбү Дәүд)

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ икенсе бер хәҙисендә: «Йома төнө һәм йома көнөндә миңә күп салауат уҡығыҙ, сөнки кем миңә бер салауат бағышлай, Аллаһу Тәғәлә уға ун тапҡыр салауат әйтер (фәтиха бирер)”,– тиелгән (әл-Бәйһаҡи).

  1. Мисүәк ҡулланыу

«Сиүәк – ул ауыҙҙың таҙалығы һәм Аллаһтың ризалығына ирешә торған бер сара», – тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ. Был хәҙис мисүәкте ҡулланыу сауаплы ғәмәл икәнен иҫбатлай.

  1. Иртә менән мәсеткә юлланыу

Йома көнө иртә менән мәсеткә барыусыларға Аллаһ Рәсүле ﷺ ҙур сауап вәғәҙә иткән. «Йома көнө мәсет ишектәре янында фәрештәләр теҙелеп тора, улар мәсеткә инеүселәрҙе бер-бер артлы яҙып бара. Кем дә кем мәсеткә иртә килә, ул Аллаһҡа ҡорбан итеп дөйә килтергән кеүек булыр. Кем һуңыраҡ килә, ул ҡорбанға һыйыр килтергән кеүек булыр. Кем тағы ла һуңыраҡ килә − ул ҡорбанға һарыҡ килтергән кеүек. Тағы ла һуңыраҡ килеүсе тауыҡты ҡорбан иткән кеүек булыр, унан да һуңыраҡ килеүсе, йомортҡа ҡорбан итеүсе һымаҡ булыр. Әгәр имам сығып баҫһа, ул саҡта фәрештәләр яҙыу төргәктәрен йыялар ҙа Аллаһ Тәғәләгә зекерҙе тыңлар өсөн мәсеткә инәләр» (әл-Бохари, Мөслим).

  1. «Әл-Кәһф» сүрәһен уҡыу

Йома көнө «Әл-Кәһф» сүрәһен уҡыу сөннәт икәненә бер нисә хәҙис дәлил булып тора. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хәҙисендә: «Йома көнө кем «Әл-Кәһф» сүрәһен уҡый, уның ике йома араһы нур менән тулыр», –тиелгән (әл-Бохари, Мөслим).

Хәҙистәр буйынса был сүрәне йома көнө, иртәнге намаҙҙан һуң уҡыу иң яҡшыһы булып һанала. Шулай уҡ хәҙистәрҙә, кем «Әл-Кәһф» сүрәһенең беренсе ун аятын ятлай, ул кеше Дәжжәлдең яуызлығынан һакланыр, тиелгән. («Хәшиәтү Тәхтәүи», «Тәнбиһ»)

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса.

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...