Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

Тәһәджүд намаҙының фәзиләттәре тураһында аңлатып китегеҙ әле. Уны нисә рәҡәғәт уҡырға кәрәк?

Ҡөрьәндә әйтелгән (мәғәнәһе) «Ҡурҡыу һәм өмөт менән Раббыға ялбарғандар, йылы һәм рәхәт түшәктәренән айырылып, төндә тороп доға уҡый. Беҙҙең тарафтан ебәрелгән ризыҡтарын (яҡшы ғәмәлдәргә) сарыф итә. Ҡылған ғәмәлдәренә күрә, бүләк булараҡ, ниндәй шатлыҡ күрәсәктәрен (Ожмахта), күпме әжер аласаҡтарын бер йән эйәһе лә белмәй». («Әс-Сәждә» сүрәһе, 16-17 аят).

Аллаһ Рәсүле ﷺ өсөн төн уртаһында нәфел намаҙын үтәү ғәҙәти күренеш булған. Ғәйшә : «Төндә намаҙ уҡыуҙы бер ҡасан да ҡалдырмағыҙ. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уны һис ҡасан ҡалдырманы. Ул, ауырыған сағында һәм хәлһеҙ булғанда ғына, намаҙҙы ултырып үтәй торғайны» , – тигән (Әл-Бохари).

Икенсе хәҙистә: «Төндә тороп, тәһәджүд намаҙы уҡыған, ә унан һуң ҡатынын уятҡан (уянғас, ул да тәһәджүд ҡылған) ир кешегә Аллаһ мәрхәмәтле булһын! Әгәр ҙә ҡатыны уянмаһа, ул уның йөҙөнә һыу бөркә. Төндә тороп, тәһәджүд намаҙы ҡылған, ә унан һуң ирен уятҡан (ул да тороп тәһәджүд уҡыған) ҡатынға Аллаһ мәрхәмәтле булһын! Әгәр ҙә ире уянмаһа, ул уның йөҙөнә һыу бөркә», – тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ (Әхмәд).

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Һәр төндә шундай бер мәл бар: Аллаһу Тәғәлә бәндәнең һәр доғаһына яуап ҡайтарыр һәм һораған нәмәһен бирер» (Мөслим).

Тәһәджүд намаҙы өсөн иң яҡшы ваҡыт − төндөң икенсе яртыһында, йәғни иртәнге намаҙға тиклем. Төндөң өстән бер өлөшөндә Аллаһу Тәғәлә доғаларҙы ҡабул итә һәм: «Кем Минән берәй нәмә һорай, Мин уға бирермен. Кем ғәфү үтенә, Мин уны ғәфү итермен», – тип хәбәр итә.

Әгәр ҙә мосолман төндөң ул өлөшөндә тора алмаһа, тәһәджүд намаҙын йәстү намаҙынан һуң да, ҡасан теләй, шул ваҡытта үтәй ала. Аллаһ Рәсүле ﷺ әйткән: «Төнгө (йәстү) намаҙҙан һүң үтәлгән һәр намаҙ тәһәджүд булып һанала». (Әт-Тәрғиб).

Тәһәджүд намаҙын кәмендә ике рәҡәғәт, уртаса – дүрт, иң күбе – һигеҙ рәҡәғәт итеп уҡырға була. («Хәшиәтү ибне Ғәбидин»)

 

 

Кейәүҙә булған ҡатынға ураҙа тотор алдынан иптәшенән рөхсәт алырға кәрәкме?

Әбү Һүрайра аша еткерелгән хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Иренән рөхсәт алмайынса, уның алдында ҡатынға ураҙа тоторға ярамай», – тигән (Әл-Бохари).

Әммә бында тик нәфел ураҙалары тураһында ғына һүҙ бара. Рамаҙан айындағы ураҙаларҙы, шулай уҡ башҡа үәжиб ураҙаларҙы ҡатын-ҡыҙ тотор өсөн берәүҙән дә рөхсәт алырға тейеш түгел. Сөнки был ғәмәлдәрҙе Аллаһу Тәғәлә мотлаҡ үтәргә ҡушҡан. Шуға был осраҡта, ул Аллаһтан башҡаға буйһоноп, Аллаһҡа ҡаршы сығырға тейеш түгел. Был хәҙискә Әбү Дәүд еткергән өҫтәлмәлә аныҡ аңлатыла «...Рамаҙан айы ураҙаһынан башҡа» («Сунан»).

 

 

Ҡултыҡ аҫтындағы һәм ғәүрәттәге йөндәрҙе ғөсөл булмаһа, ҡырырға мөмкинме?

Ғөсөл булмаһа, ул урындарҙағы йөндәрҙе ҡырыу мәкрүһ булып һанала. Был хөкөм тырнаҡ ҡырҡыуға ла ҡағыла. («Фәтәүә әл-Һиндиә»)

 

 

Нисек кенә тырышһам да, иртәнге намаҙға һуңлайым. Нимә эшләргә?

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Монафиҡтар өсөн иң ҡыйын намаҙҙар – иртәнге һәм төнгө, әммә улар өсөн ниндәй сауап булғанын белһәләр икән, шыуышып булһа ла килерҙәр ине» – тигән (Әхмәд).

Әхирәттә Аллаһу Тәғәлә алдында ниндәй хәлдә тороуы тураһында борсолған кеше был хәҙискә иғтибарһыҙ булмаясаҡ һәм бөтөн булған көсөн иртәнге намаҙға торор өсөн һаласаҡ. Уның өсөн иң тәүҙә ваҡытында йоҡларға ятырға кәрәк. Буш хәбәр, телевизор ҡарау, Интернет-селтәрендә ултырыу кеүек ғәмәлдәрҙән арынырға кәрәк.

Йоҡлар алдынан Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ еткерелгән доғаларҙы уҡығыҙ. Хәҙистә әйтелгәнсә: «Кем уң яҡҡа әйләнеп ята, ошоно уҡыһын: «Йә Аллаһым, ҡәлебемде Һиңә йүнәлтәм, бөтөн эштәремде Һиңә тапшырам, Һиңә тәүәккәл ҡылам, Һиңә өмөт итәм, Һинән ҡурҡам, мин бер ҡайҙа ла Һинән ҡаса алмайым, тик Һиңә генә әйләнеп ҡайтасаҡмын, мин Һин ебәргән Пәйғәмбәргә ﷺ һәм Һин ебәргән Ҡөрьәнгә генә ышанам». Әгәр ҙә шул төндә ул мәрхүм булһа, ул Ожмахҡа инер» (Әт-Тирмиҙи).

Ысын күңелдән, иртәнге намаҙға торам, тип ниәт ҡылығыҙ.

Сөннәт буйынса йоҡларға ятығыҙ, йәғни уң яҡҡа боролоп, уң, ҡулығыҙҙы сикә аҫтына һалығыҙ – был йоҡоһоҙлоҡтан яҡшы сара.

Будильникты ла иртәрәк ҡуйып ятығыҙ. Йоҡлар алдынан ауыр аҙыҡты ашамағыҙ, иң яҡшыһы туйыр-туймаҫ ятыу. Иң мөһиме – тәүбә ҡылыу, сөнки гонаһтарыбыҙ беҙҙән яҡшы ғәмәлдәрҙе алыҫайта.

 

 

Ни өсөн залимдарҙы Аллаһу Тәғәлә был донъяла уҡ язаға тарттырмай?

Сөнки Ерҙәге тормош язалау һәм яуап биреү урыны түгел. Ер – ул залим өсөн дә, ҡыйырһытылыусы өсөн дә һынау урыны. Йәберләүсенең һынауы – Аллаһтың язаһынан ҡурҡып, ул был гонаһтан арынырмы? Ҡыйырһытылыусының һынауы – был һынауҙы ул нисек үтәсәк? Әгәр ҙә һәр бер гонаһ өсөн Аллаһу Тәғәлә язаһын ебәреп торһа, ерҙә кешеләр ҡалмаҫ ине. Шуға ла Аллаһ ﷻ изге Ҡөрьәндә әйтә (мәғәнәһе): «Залимдар ҡылған эштәрҙе Аллаһ күрмәй тип уйлама. Ул уларға (улар лайыҡлы булған язаны) ҡараштары ҡатып ҡалыр (шул көндөң ҡот осҡослоғон күргәс) көнгә саҡлы кисектерә» («Ибраһим» сүрәһе, 42-се аят).

 

 

Икенде намаҙын мәсеттә имам артынан йәки башҡа урында Шәфиғи мәҙһәбе буйынса килтерелгән ваҡыт буйынса үтәргә буламы (билдәле булыуынса, улар бер сәғәт алдан намаҙҙы үтәйҙәр)? Йәки миңә ул ваҡыт намаҙы уңайлы булһа, үҙем генә шул ваҡытҡа эйәреп, намаҙ уҡыһам буламы?

Эйе, мөмкин. Икенде намаҙы буйынса Хәнәфи мәҙһәбе ғалимдары араһында бер нисә фекер бар. Имам Әбү Хәнифә, әйберҙең күләгәһе унан ике тапҡырға оҙон булһа, икенде ваҡыты етә, тип иҫәпләй. Бында зәүәл ваҡытындағы (ҡояштың төшкө, иң юғары мәлендәге) күләгә лә иҫәпкә алына. Мәҫәлән, 1 метр оҙонлоғондағы әйберҙең күләгәһе − зәүәл ваҡытында 50 см. Тимәк, был әйбер күләгәһенең оҙонлоғо 2,5 метрҙан ашһа − икенде намаҙы етә.

Әбү Хәнифәнең уҡыусылары имам Әбү Йософ һәм Мөхәммәдтең фекерҙәре буйынса, икенде ваҡыты, әйбер күләгәһенең оҙонлоғо үҙененең оҙонлоғона тиң йәки әҙ генә оҙонораҡ булһа, етә тигәндәр. Имам әш-Шәфиғи фекеренсә, бында зәүәл мәлендәге күләгә иҫәпкә алынмай.

Шуға күрә, һеҙ ошо ике фекерҙең берәйһенә эйәреп, намаҙ үтәй алаһығыҙ. Был урында һеҙ имам артынан эйәреп уҡыйһығыҙмы йәки үҙ аллымы, уныһы мөһим түгел. Әммә, Әбү Хәнифә фекеренә эйәреп, икендене ул әйткән ваҡытта үтәһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр. («Мәрәҡ ил-Фәләх»)

 

 

Күкрәктәге һәм арҡалағы йөндәрҙе ҡырырға буламы?

Ул йөндәрҙе ҡырыу тыйылмаған, әммә әҙәп буйынса ул йөндәрҙе ҡырмау яҡшыраҡ булыр. («Фәтәүә әл-Һиндиә»)

 

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң унан ниҙер һорарға яраймы? Әгәр юҡ икән, мәүлит ваҡытында нәзмдә: «Йә Рәсүлүллаһ, ишфәнә йәүмә ннүшүр (Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең өсөн шәфәғәтсе бул)», – тип уҡыла торған һүҙҙәр нимә аңлата? Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ фанилыҡта ла һорарға...


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...


Ни өсөн Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратырға кәрәк?

14 августа Рәбиғел айы башлана. Уны Мәүлит айы тип тә йөрөтәләр, йәғни, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо айҙың 12-се көнөндә, дүшәмбелә, сәхәр ваҡытында донъяға килә. Күркәм ай алдынан һәр беребеҙҙең йөрәгендә йәшәгән оло мөхәббәт тураһында һөйләшеп алайыҡ.   Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ яратыуы-быҙҙың...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...