Махау һәм асцит ауырыуҙарын дауалау ысулдары

Махау һәм асцит ауырыуҙарын дауалау ысулдары

Махау (проказа) йәки лепра – тирене һәм ундағы нервыларҙы зарарлай торған инфекция сире.

 

 

Был ауырыуҙың сәбәбе – сирле кеше менән оҙаҡ ваҡыт аралашыу.

Ибне Хәбиб Андалусиның «Мохтасарун фи тибб» тигән китабында: «Дәүләт башлығының писары махау сире менән сирләгәс, Ғүмәр Харис ибне Кәләдәгә дарыу әҙерләргә ҡуша. Харис: «Йә, хаҡ динлеләрҙең башлығы, мин уны дауалай алмайым, әммә уның сирен туҡтата алам», – ти. Табиб сирле кешенең аяғына яңы йыйылған колоквинтты (ҡыр ҡарбузын) ҡуйырға ҡуша. Шунан сир туҡтай».

Хәҙистә әйтелгәнсә: «Танауҙа барлыҡҡа килгән сәстәр махауҙан һаҡлар». Шуға күрә танау эсендәге сәс бөртөктәрен йолҡорға ярамай, әммә киҫергә була. Икенсе бер хәҙистә, Мәҙинә урамдарының саңы махауҙан дауа булыр, тиелгән. Һәм дә тағы хәҙистә: «Кем төнөн кирсалат (кресс-салат) ашаһа, иртәнгә тиклем уның тәнендә махау таралыр», – тиелгән.

Әнәс еткерелгән хәҙистә: «Анар (гранат) һәм базилик ағасынан эшләнгән мисүәк менән ҡулланмағыҙ, ул махау ауырыуының тамырҙарына һыу һибер», – тип әйтелә.

«Кем дә кем йома көнө мыйыҡтарын һәм тырнаҡтарын ҡыҫҡарта, ул ендәрҙән һәм махау ауырыуынан һаҡланыр», –тиелә билдәле хәҙистә.

Махау ауырыуының төп сәбәбе – тырнаҡтарҙы ҡырҡҡас та ҡулдарҙы йыумау. Шуға күрә тырнаҡ ҡырҡҡас, шунда уҡ ҡулдарҙы йыуырға йәки тәһәрәтте яңыртырға кәрәк.

Асцит (ҡорһаҡтағы һары һыу ауырыуы) – ҡорһаҡ ҡыуышлығында шыйыҡса йыйылыу сәбәпле барлыҡҡа килгән патологик хәл. Ул шыйыҡса ҡорһаҡ ҡыуышлығында йәки эргәһендәге ағзаларҙың шешенеү процестары йәки ҡан әйләнешенең һәм лимфа системаһының боҙолоуы арҡаһында барлыҡҡа килеүе мөмкин. Шыйыҡсаның йыйылыуы ҡалған тән ағзаларына баҫымды арттыра һәм, ҡан әйләнешенә кире тәьҫир итеп, өҙлөгөүгә алып барып еткерә ала. Фәнни тикшеренеүҙәр буйынса, асцит менән ауырыған өлкәндәрҙең араһында 70% ба-уыр ауырыуының эҙемтәһе булып тора тигән һығымтаға килгәндәр. Балаларҙың ҡорһағында шыйыҡ-саның йыйылыуы бөйөр ауырыуҙары арҡаһында.

Әнәс аша еткерелгән хәҙистә: «Мәҙинәгә Урайна ҡәбиләһенән кешеләр килә. Улар эстәре ауыртыуына зарлана башлай. Шунан Пәйғәмбәребеҙ ﷺ дөйәне һауып, шунда дөйә һейҙеген ҡушып, шул эсемлекте эсергә ҡуша. Ул ﷺ әйткәнсә эшләгәс, халыҡ һауыға», – тип әйтелә (әл-Бохари).

Мөслим еткергән хәҙистә: «Беҙгә Мәҙинәнең климаты оҡшаманы, беҙҙең ҡорһаҡтарыбыҙ шеште», – тип Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ зарланғандар. Йәғни, улар асцит менән сирләгәндәр.

Һары һыу ауырыуында 40 көн буйы аҙыҡ һәм һыу урынына дөйә һөтөн эсергә тәҡдим итәләр. Әгәр ҙә 40 көн буйы эсергә мөмкинлек булмаһа, 20 көн булһа ла эсергә тырышырға кәрәк. Һөттө көнөнә өс тапҡыр эсергә кәрәк, йәғни иртән, төшөн һәм кискеһен ҡояш байыр алдынан.

Шулай итеп, асцит ваҡытында дөйә һөтө менән һейҙеге ҡатышмаһы яҡшы ярҙам итә. Был сирҙе дауалағанда яҫы борсаҡ, тары, кукуруз, сыр, һеркә, әнис, дәрсен (корица), дөйә һәм кәзә һөтө, быҙау ите менән ризыҡланырға тәҡдим ителә. Емеш-еләк араһынан анар менән айва рөхсәт ителә, сөнки улар ашҡаҙан менән бауырҙы нығыта. Асцит ваҡытында һалҡын һыу эсергә ярамай.

Дөйә һейҙеге менән дауаланыу сөннәт түгел, тик башҡа төрлө таҙа юл менән дауаланыу мөмкинлеге булмаған осраҡта ғына ҡулланырға була.

 

Мөхәммәт Дибиров,

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...