Нисек күҙ тейеүҙән һаҡланырға?

Нисек күҙ тейеүҙән һаҡланырға?

Күҙ тейеүҙең хаҡ икәне билдәле, һәр кеше күҙ тейгеҙә ала, хатта үҙ-үҙенә һәм үҙенең мөлкәтенә лә.

 

Күп саҡта күҙ тейеү көнсөл кешенән була. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хәҙисендә: «Әгәр ҙә һеҙҙең арала кемдер үҙендә йәки мөлкәтендә, йәки үҙенең ҡәрҙәшендә берәй әйберҙе оҡшатһа, бәрәкәт һорап доға ҡылһын, сөнки ысынында күҙ тейеү хаҡ», – тиелгән (Ибне Мәджәһ).

Икенсе хәҙисендә: «Күҙ тейеү – ысынлап та, бар. Уның арҡаһында дөйә ҡаҙанға барып эләгә, ә кеше – ҡәбергә», – тиелгән (Әбү Нүәйм).

 

Күҙ тейеүҙән нисек һаҡланырға?

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ бер хәҙисендә (Ибне Ғәббәстән еткерелә): «Күҙ тейеү – хаҡ нәмә. Әгәр ҙә Аллаһтың тәҡдиренә нимәлер йоғонто яһай ала икән, ул да булһа, күҙ тейеү булыр. Әгәр ҙә һеҙгә ҡойонорға ҡушылһа, һеҙ шуны үтәгеҙ», – тиелгән (Мөслим).

Бынан сығып, бер әҙәмгә күҙе тейгән кешегә ғөсөл алырға тәҡдим итергә кәрәк, һәм шул һыуҙа күҙ тейгән кеше йыуынырға тейеш.

Әбү Үмәмә ибне Сәһл ибне Хәниф һөйләгән: «Әмир ибне Рабиғә Аллаһ Рәсүле ﷺ ҡушыуы буйынса ғөсөлләнде, сөнки ул Әбү Сәһл ибне Хәнифәгә күҙ тейҙергән, һәм, шул һыу менән Сәһлде ҡойондорғас, ул һауыҡты» (Әхмәд, ән-Насаи).

Әгәр ҙә һеҙ күңелегеҙгә оҡшаған берәй әйбер күрһәгеҙ йәки ишетһәгеҙ, күҙ тейеүҙән һаҡлар өсөн, киләһе доғаларҙы уҡыу хәйерле булыр: «Мин Аллаһтың асыуынан, Уның язаһынан, Уның ҡолдарының яуызлыҡтарынан, шайтандарҙың ҡотҡоһонан һәм уларҙың миңә яҡын килеүенән Аллаһтың ﷻ камил һүҙҙәренең һаҡлауына һыйынам»; «Йә, Аллаһым, уға фатихаңды бир».

Күҙ тейеү кешенән дә һәм ендәрҙән дә булырға мөмкин. Үммә Сәләмә еткергәнсә, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, уның өйөндә бер ҡатынды күргәс, йөҙөндәге ҡара таптарҙы абайлай һәм ул: «Уға күҙ тейеүҙән доғалар (руҡъя) уҡығыҙ, сөнки уға күҙ тейгән», – ти (әл-Бохари, Мөслим).

Күҙ тейеүҙән һаҡланыр өсөн «Әл-Фәтиха», «Әл-Фәләҡ», «Ән-Нәс» сүрәләрен һәм аят «Әл-Көрси»ҙе йыш уҡырға кәрәк. Әбү Сәид әл-Худриҙән еткерелгәнсә: «Аллаһ Рәсүленә ﷺ «Әл-Фәләҡ» һәм «Ән-Нәс» сүрәләре төшөрөлгәнгә тиклем, ул ендәрҙән, күҙ тейеүҙән һаҡланыу доғалары менән Аллаһҡа мөрәжәғәт итә торған ине. Ул сүрәләр барлыҡҡа килгәс, Аллаһ Рәсүле ﷺ артабан гел шуларҙы уҡыны. Ҡалған доғаларҙан баш тартты» (Әт-Тирмиҙи).

Шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ Хәсән менән Хөсәйенде һаҡлар өсөн уҡыған доғаһын йыш ҡабатларға тәҡдим ителә: «Әғүҙү би-кәлимәти Лләһи т-тәммәти мин күлли шәйтанин үә һәммәтин үә мин күлли ғәйнин ләммәтин». Мәғәнәһе: «Аллаһу Тәғәләнән барлыҡ шайтандар, йыртҡыс хайуан, ағыулы бөжәктәр зыянынан һәм шулай уҡ кешеләрҙең күҙе тейеүенән һине һаҡлауын һорайым» (Әл-Бохари).

Ғосман ибне Ғәффәндән еткерелгәнсә, Аллаһ Рәсүле ﷺ әйткән: «Кем көн һайын иртәле-кисле ошо доғаны уҡый, уға бер нимә лә зыян килтерә алмаҫ: «БисмиЛләһи лләҙи лә ядҙурру мәғә исмиһи шәйун фи л-арҙый үә лә фи ссәмәи, үә һүә сСәмиғ үл-Ғәлим». Мәғәнәһе: «Аллаһ исеме менән. Уға ерҙә лә, күктә лә бер нәмә лә зыян килтерә алмай, сөнки Ул Ишетеүсе, Белеүсе» (Әт-Тирмиҙи).

Әнәс һөйләүенсә, Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Әгәр ҙә кеше берәй оҡшаған әйберҙе күреп, шул саҡта: “Мә шәә Ллаһу, ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә иллә би-Лләһ (Аллаһ ﷻ Үҙе шулай теләгән, көс һәм ҡеүәт бары тик Аллаһтан ﷻ)”, – тип әйтһә, уға бер ниндәй ҙә зыян булмаясаҡ» (Ибне әс-Сүнни).

 

Мөхәммәт Дибиров.

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...