Хаббур-рашад

Хаббур-рашад

Хурф, суффа, халыҡ араһында «хаббур-рашад» – кресс-салат тип йөрөтәләр. Был тиҙ үрсей торған, ашарға яраҡлы үлән. Тыуған ере – Иран. Кресс-салаттың ҡырағай төрө Африка, Мысыр, Эфиопия һәм ҡайһы бер Азия илдәрендә үҫә.

Кресс-салат – бик боронғо үлән булып һанала. Уға ике меңдән ашыу йыл. Боронғо табиптар, кресссалат кешегә көс бирә һәм оҙайлы ауырыуҙан дауалай, тигәндәр. Хәҙерге медицина табиптары ла был үләндең күп файҙалы матдәләргә бай икәнлеге менән ризалаша. Табиптар, уны даими рәүештә ҡулланыу – иммунитетты нығыта, тип иҫәпләй. Сәғүд Ғәрәбстанда был үләндең һутын ревматизм ауырыуынан һәм һөйәктәрҙең һынған сағында ҡулланалар икән.

Кресс-салаттың орлоғо эс ҡатҡанда ярҙам итә. Шулай уҡ был үләндең дауалау сифаттары диабет, артрит, гипертония, рак, астма, дизентерия ауырыуҙарына шифа. Уның ғәҙәти булмаған тәме керән, гәрсис, торманың тәмен хәтерләтә. Шуға ла ҡырҡыу, әсе тәмен ашҡаҙандағы паразиттарҙан ҡулланалар. Билдәле булыуынса, дини китаптарҙа. Был үләнде әжүәә финиктары менән ҡушып ашау, Аллаһу Тәғәлә ризалығынан, әлбиттә, сихырҙы сығара, тип яҙылған.

Әл-Кәһһәл бин Тархан: «Хурф, суффа, халыҡ араһында «хаббуррашад» – кресс-салат. Ул эсте йылыта, йомшарта, бабаҫырҙы сығара. Был үләнде ашҡа ҡушып ашау сәс ҡойолоуҙан ярҙам итә. Тәнгә сиҡан сыҡһа, уға кресссалатты тоҙло һыуҙа бутап һалһаң, ул шеште бөтөрөр. Астманан һәм башҡа тын юлдары ауырыуҙарынан да был үлән шифаһы бар, үпкәләрҙе таҙарта, еңеллек килтерә. Күремдең ваҡытында килеүенә булышлыҡ итә. Бер бал ҡалаҡ күләмендәге ваҡ үләнде 1 стакан ҡайнар һыу менән бутап эсһәң, эсте йомшарта, эсәктәге газдарҙан, ҡаталауҙан ярҙам итә. Үләнде ваҡ килеш ашау махау ауырыуынан дауа. Тимрәү ваҡытында кресс-салатты һөртөү ярҙам итә һәм баш ауыртыуҙан шифа».

Йүтәлдән бал менән кресссалат

Йүтәлде дауалар өсөн бал менән кресс-салатты ҡулланырға була. Үләнде ваҡ итеп турап, 1 балғалаҡ бал ҡушып болғайбыҙ. Йоҡлар алдынан ашарға кәрәк. Был ҡушымта аҙ ҡанлылыҡтан (анемия) һәм ашҡаҙан ауырыуҙарынан ярҙам итә.

Кресс-салаттың һуты

Боронғо Греция менән Римдә атлеттар һәм ғәскәр башлыҡтары кресс-салаттың һутын ҡулланғандар. Үләндең файҙалы һуты йоҡоно яҡшырта, ҡаты ауырыуҙарҙан сәләмәтлекте нығытырға ярҙам итә. Был һутта тимер, хлорофилл бар. Көн һайын 1-2 аш ҡалағы кресс-салат һутын эсеү бөтөн тәнгә файҙалы. Шулай уҡ кишер һуты менән 1:2 нисбәтендә, йәки кишер һәм ҡыяр һуттары менән 5:7:4 нисбәтендә ҡушып эсеү яҡшы һөҙөмтәгә килтерә.

Кресс-салаттың япрағынан төнәтмә

Боронғо Көнсығыш медицинаһында бик файҙалы рецепт булған. Ул кресс-салаттың япрағынан төнәтмә. Ҡулланыу ысулы: ҡоро үләнде (2 аш ҡалағы) һәм яңы йыйылған үләнде (3 аш ҡалағы) бергә ҡушырға. Шунан, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, термоста ике-өс сәғәткә төнәтәбеҙ. Аҙаҡ быны бөтөн тәнде һауыҡтырыу маҡсатынан, йөрәк сирҙәренән, йүтәлдән, нервы ауырыуҙарынан ҡулланырға мөмкин. Ашар алдынан бер стакан һуттың 1/3 өлөшөн эсергә кәрәк.

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...