Зәйтүн - яман шештән дауа

Зәйтүн - яман шештән дауа

Зәйтүн - яман шештән дауа

Белеүебеҙсә, изге Ҡөрьәндә зәйтүн ете тапҡыр иҫкә алына. Әйтелгән: “Ул һеҙгә ҡыяҡлыларҙы, зәйтүнде, финикты, виноградты һәм башҡа төрлө емештәрҙе үҫтерә. Ысынында, фекер итеүселәргә бында ишара бар” (Ән-Нәхл сүрәһе, 11-се аят).

Бөтә донъя буйынса онкология патологияһы халыҡ үлеменең сәбәптәре араһында беренсе урында тора. Һуңғы йылдарҙа медицина һиҙелерлек үҫеш кисерһә лә, яман шештән профилактика һаман да мөһим мәсьәлә булып ҡала.

Рак, йәғни яман шеш барышында күҙәнәктәр контролһеҙ рәүештә үрсей башлай һәм эргәләге туҡымаларға үтеп инеп тарала. Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы статисткаһы буйынса, һуңғы алты йылда был ауырыуҙан үлеүселәр һаны арта барған. Һөҙөмтәлә, планетаның һәр бишенсе кешеһе рак менән ауырый, һәр 11-се ҡатын һәм һәр 8-се иргә ошо ауырыуҙан үлеү ҡурҡынысы янай, тиелә.

Американың Нью-Джерси штатындағы Ратгер университеты ғалим-диеотологы һәм Нью-Йорктағы Хантер колледжының ике биолог-онкологы тәүге һығылған зәйтүн майында рак күҙәнәктәрен үлтерә торған ингридиентты тапҡандар. Олеокантал тип аталған был ҡушылма һау күҙәнәктәргә зыян итмәй, ә яман шеш күҙәнәген емерә, һөҙөмтәлә, ул ферменттың үлеменә килтерә. (“Ратгерс тудей” журналынан килтерелә).

Бар маҡтауҙарыбыҙ Аллаһҡа, Уға шөкөр итәбеҙ, сөнки һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ динебеҙ аша беҙгә бар ауырыуҙарҙың да дауаһын әйтеп биргән − тән ауырыуынан да, йән ауырыуынан да. Шуныһы йәл, беҙ уларға аҙ иғтибар итәбеҙ. Хөрмәтле, мосолмандар, зәйтүн емешен ашағыҙ, һаулығыҙҙы нығытығыҙ!

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...