Йөрәк ауырыуҙарынан дауа

Йөрәк ауырыуҙарынан дауа

Бер мәл Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ауырып ятҡан Сәғид ибне Әбү Вәкәстең   хәлен белергә килә. «Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҡулын минең күкрәккә һалғас та, унан һалҡынлыҡ минең йөрәккә тиклем барып еткәнен һиҙҙем. Шул саҡта Рәсүлебеҙ ﷺ: “Һинең йөрәгең сирле, Ибне Кәләдәгә кеше ебәр, сөнки ул табип, һәм ете әджвә финиктарын ал, әҙерәк ҡыст әл-хиндины, һары ағасты һәм зәйтүн майына шул финиктың һөйәктәрен ваҡлап, ҡушып аша, тине”. Сәғид шулай эшләп, һауыҡҡан (Әбү Дауыт).

 

Йөрәккә файҙалы аҙыҡтар һәм үләндәр араһында ҡәнәфер, хәләл булған хайуандың йөрәге, бешер-бешмәҫ йомортҡа, йомортҡа һарыһы, бигерәк тә тауыҡ һәм бүҙәнә йомортҡалары файҙалы, ладан, кипкән кориандр, мәккә сеннаһы, айва (уны шулай уҡ еҫкәү шифалы).

Талха   еткереүенсә, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уға айваны биргәндә: «Йә, Әбү Мөхәммәд, ошоно ал, ысынында, ул йөрәкте тынысландыра», – тигән. Ҡанүлән бигерәк тә бал менән йөрәккә яҡшы тәьҫир итә.

Йөрәк хәлһеҙлегенән һәм коронар артерияла-рының ки-ңәйеүенән иң яҡшы дауа булып бал һанала.

Ауыр йөрәк ауыры-уҙары ваҡытында бер-ике ай самаһында тәүлегенә 30-50 гр бал ашау ҡан составын нормаға килте-рәсәк һәм йөрәк-ҡан тамырҙарының тонусын күтәреүгә сәбәпсе бу-ласаҡ. Йөрәк мускулы хәлһеҙләнгәндә балды С витаминдары тәшкил иткән аҙыҡтарға ҡушып ашарға кәрәк, мәҫәлән, гөлйемеш төнәтмәһе ме-нән ҡулланырға мөмкин.

 

Ләйсән Бәхтиева әҙерләне

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...