Үңәҙ нимәһе менән ҡурҡыныс?

Үңәҙ нимәһе менән ҡурҡыныс?

Үңәҙ нимәһе менән ҡурҡыныс?

Беҙҙең көндәлек тормошта осраған үңәҙ (плесень), уны күк тә тиҙәр, хаҡында һүҙ барыр. Уның аҙыҡта йәки өйҙә барлыҡҡа килеүе бөтөн әйләнә-тирәгә һәм һаулыҡҡа насар тәъҫир итә.

 

Ризыҡтың һаҡлау срогы сыҡҡанда йәки дөрөҫ һаҡланма-ған осраҡта, үңәҙ барлыҡҡа килә. Ундай аҙыҡты ашарға ярамай!

 

Үңәҙҙең сәбәптәре

Аҙыҡ үңәҙе – еп кеүек микробәшмәк. Табип-терапевт Светлана Куприна әйтеүенсә, өйҙәге һәм аҙыҡтағы үңәҙ баш ауыртыуына һәм ашҡаҙандың эшмәкәрлегенең боҙолоуона килтерә. Бәшмәк колониялары төрлө төҫтә була: аҡ, ҡара, һоро, ал. Улар һауа, һыу, бөжәктәр аша таралалар. Үңәҙ бәшмәктәре үрсер өсөн иң уңайлы шарттар һауаның Цельсий буйынса 20 градустан өҫтә һәм дымлылыҡтың 60% юғары булыуы.

Нимәһе мөһим, үңәҙҙе асыҡ һауалы һәр бүлмәлә табырға була. Ҡайһы бер бәҫтәр һыуытҡыста, тоҙланған ризыҡтарҙа, джемдарҙа, ҡайнатмаларҙа, әсетелгән аҙыҡтарҙа үҙҙәрен яҡшы тоя.

Бәҫләнгән ашамлыҡты яңынан ҡайнатып йәки ситен ҡырҡып ҡотҡарырға кәрәкмәй. Сөнки термик эшкәртеү бәшмәк менән бактерияның спораларын боҙасаҡ, әммә аҙыҡта микротоксиндар барыбер ҡаласаҡ.

Үңәҙҙең микроскопик ҙурлығы арҡаһында споралары бөтөн аҙыҡҡа тарала. Икмәктең йәки йәшелсәнең төбөнә төшә, ә йәшел утрауҙар тик күҙгә күренгән, үҫешкән колония утрауҙары ғына.

 

Организмға тәъҫире

Үңәҙ һаулыҡҡа зыян килтерә торған токсиндарҙы барлыҡҡа килтерә. Бәҫтең споралары аҙыҡта, тирелә йыйылып, тәнгә танау һәм ауыҙ аша инә ала. Һөҙөмтәлә аллергия, йүткереү, баш ауыртыуы, танауҙан ҡан ағыуы, ашҡаҙандың эшмәкәрлеге боҙолоуы мөмкин. Үңәҙ пневмония, астма ауырыуҙарын, бауыр менән бөйөрҙәрҙең зарарланыуына килтерә ала.

 

Ҡайҙа эҙләргә?

Әгәр ҙә өйҙө тулыһынса таҙартып сыҡҡандан һуң да, бүлмәлә һаҫыҡ еҫ булһа, был үңәҙҙең үрсеүе тураһындағы билдә. Ул обой артында, йорт йыһаздарында, китаптарҙа, кейемдә булыуы мөмкин. Шулай уҡ ванна бүлмәһендәге ике плитка тоташҡан йөйгә иғтибар итергә, шулай уҡ турағыс таҡтаны, һауыт-һаба йыуған губканы, раковинаны, кондиционерҙы, вентиляция рәшәткәһен, компьютер клавиатураһын ҡарарға кәрәк. Белгестәр фекеренсә, өйҙәге бөтөн ерҙе ентекле таҙалап ҡына, үңәҙҙән ҡотолорға мөмкин.

 

Мөхәммәт Дибиров.

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....