Һөт – файҙалы ризыҡ
Һөт – файҙалы ризыҡ

Беҙҙең илдең халҡы һыйыр һөтөн йыш ҡуллана һәм унан һуң кәзә һөтө килә. Быға беҙҙең климат шарттары ла сәбәп булып тора. Икенсе илдәрҙә файҙалы ла, тәмле лә булған дөйә, һарыҡ һәм кокос һөттәре киң ҡулланыла.
Ер шарының һәр өлөшөндә һөт эсәләр. Ҡайһы бер урында бейә, инә буйвол, төньяҡ боландарын һауалар, ә ҡайһы бер урындарҙа миндаль, соя, һоло, дөгө төрҙәренән үҫемлек һөттәренә өҫтөнлөк бирәләр.
Кәзә һөтө. Ғалимдар фекеренсә, күкрәк һөтөнә составы буйынса иң яҡыны − кәзә һөтө. Ололар өсөн кәзә һөтө ҡандағы холестеринды кәметеүе менән файҙалы. Был һөт шулай уҡ бронхит, үпкә, ашҡаҙан ауырыуҙары менән сирләгәндәргә һәм һауыға башлағандарға килешәсәк.
Һарыҡ һөтө. Был һөт төрө һыйыр һөтөнә ҡарағанда күпкә майлыраҡ, ҡуйыраҡ, тәмлерәк. Унан йышыраҡ сыр эшләйҙәр. Австрия һәм Великобритания илдәрендә һарыҡ һөтө һәр кибеттә һатыла икән. Әгәр ҙә кәзә менән һарыҡ һөтөн сағыштырһаҡ, һарыҡ һөтөндә файҙалы матдәләр күберәк. Унда еңел үҙләштерелә торған кальций бар. Ул остеопороздан профилактика булып тора.
Дөйә һөтө. Дөйә һөтөнөң составында лактоза юҡ, ул тәме буйынса һыйыр һөтөнә ҡарағанда бер аҙ тоҙлораҡ. Әммә ул В һәм С витаминдарына бай. Шулай уҡ дөйә һөтөндә йөрәккә яҡшы тәъҫир итә торған туйындырылмаған майлы кислоталар бар, әммә май әҙерәк кимәлдә.
Аллаһ изге Ҡөрьән китабында һөт тураһында әйтә (мәғәнәһе): «Һәм, ысынында, хайуандарҙа ла һеҙҙең өсөн нәсихәт бар. Беҙ уларҙың ҡарынындағы нәмә һәм ҡаны араһында яһалған татлы саф һөттө һеҙгә эсерәбеҙ». («Ән-Нәхл» сүрәһе, 66-сы аят).