Ҡайын еләге

Ҡайын еләге

Ҡайын еләге

Урманда үҫкән ҡайын еләге баҡса еләгенән үҙенең ҡабатланмаҫ хуш еҫе, тәме менән айырыла. Иҫ киткес витаминдар туплаған еләк кеше һаулығы өсөн ифрат файҙалы. Уның составында В1, С витаминдары, алма, лимон, аскорбин, хинин кислоталары, шәкәрҙәр, әсеткес (дубильные), пигментлы мәтдәләр, каротин күп. Ҡайын еләге организмды баҡыр, тимер, марганец кобальт кеүек микроэлементтар, кальций, фосфор, калий минераль тоҙҙары менән тулыландыра.

 

Ҡайын еләге төрлө диеталарҙа алыштырғыһыҙ ҡиммәтле аҙыҡ. 100 грамм еләктең калорияһы ни бары 34 ккал, шул уҡ ваҡытта ошо күләмдә 0,4 гр майҙар, 11,2 гр углеводтар, 0,8 гр ябай аҡһым (протеин) туплаған.

Кеше организмына ҡайын еләгенең тәҫьире бер яҡлы ғына түгел. Составында антиоксиданттар, антоциандар күп булыуын иҫәпкә алып уны яман шеш ауырыуҙарын иҫкәртеүҙә лә, иртә ҡартайыуға ҡаршы ла ҡулланырға мөмкин. Авитаминозды профилактикалауҙа уңышлы. Ғәҙәттә ҡайын еләген ашар алдынан ҡулланалар. Ул аппетитты аса, аш һеңдереүгә, мәтдәләр алышыныуына, артыҡ холестеринды сығарыуға булышлыҡ итә.

Ашҡаҙан, эсәктәр ауыртҡанда, оҙайлы эс ҡатҡанда, гастрит сирҙәренә ҡаршы файҙалы. Ҡалҡан биҙе (шитовидная железа) эшмәкәрлегендә тайпылыштар булғанда яңы йыйылған ҡайын еләген ашарға тәҡдим ителә.

Диатез, цистит, подагра менән яфаланыусыларға был еләкте туҡланыу рационына индерергә кәрәк, ул артыҡ тоҙҙарҙы ҡыуа. Ҡайын еләгенән, япраҡтарынан эшләнгән сәйҙәр − гипертония, атеросклероз менән яфаланыусыларға ҙур ярҙам, ул шулай уҡ ҡан баҫымын яйлай.

Шул уҡ ваҡытта ҡайын еләге көслө аллергетик. Ауырлы ҡатындарға, панкреатит, хроник гастрит, эсәктәрҙә асыҡ шеш, ашҡаҙан аҫты биҙҙәре ауырыуҙары булғанда һағыраҡ булырға кәрәк.

 

Гөлзәминә Кәримова әҙерләне

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...