Әсе, әммә файҙалы торма

Әсе, әммә файҙалы торма

Әсе, әммә файҙалы торма

Был йәшелсә беҙҙең өҫтәлдә һирәк осрай, әммә ҡышҡыһын уның файҙалы сифаттары беҙгә бик кәрәк. Табип-терапевт, «СМ» клинкаһының диетологы Елена Тихомирова еткергән кәңәштәргә таянып, уны нисек ҡулланыу тураһында мәғлүмәт тәҡдим итәбеҙ.

Торма (редька)

 

Табип фекеренсә, тормала әсе еҫле матдәләр бар, улар ағзаларҙа ҡан йөрөшөн яҡшырта. Йәшелсә әсерәк булған һайын, файҙалыраҡ. Тормала калориялар аҙ, шуға күрә ул барлыҡ диеталар өсөн файҙалы. Әммә ашҡаҙаны ауыртҡан кешегә уны ашарға ярамай.

Шулай уҡ торманың файҙаһын унда тәшкил иткән эфир майҙары ла билдәләй. Ундағы фитонцидтар тәбиғи антибиотик булып һанала. Улар бактериялар менән яҡшы көрәшә, шуға ла ул вирусҡа ҡаршы йоғонтоло бер дауа. 100 грамм тормала С витаминының өс тәүлек дозаһы тупланған, шулай уҡ унда кремний күп.

 

Ҡара торманан нимә әҙерләргә була?

Вегетариан билмәндәре өсөн эслек

1,5 стакан онға бер йомортҡа, һыу, тоҙ ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Артабан эслек өсөн 250 г торма, бер нисә йәшел һуған, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы йәки һары май кәрәк.

Таҙартылған торманы ваҡлайбыҙ. Әсеһе бөтһөн өсөн, уны үҫемлек майында йәки һары майҙа ҡыҙҙырабыҙ. Әҙ генә ҡаймаҡ ҡушырға мөмкин. Һыуытылған торманы ваҡ итеп туралған йәшел һуған менән болғап, эслек әҙерләйбеҙ. Аҙаҡ билмәнде билдәле ысул менән эшләргә була.

 

Ҡара торманының әсеһен нисек бөтөрөргә?

Ҡара торма әсе булыу сәбәпле, кулинарияла йыш ҡулланылмай. Шуға күрә уның әсеһен бөтөрөү буйынса бер нисә ысул тәҡдим итәбеҙ.

  1. Йәшелсәне йыуып, тышын таҙартабыҙ, пластиналарға 2 см тирәһе итеп киҫәбеҙ йәки ваҡ итеп турайбыҙ. Шунан өҫтөнә һалҡын һөт ҡойоп, 30 минут тирәһе ҡалдырып торабыҙ. Әсеһе бөткән торманы һығып, һыуҙа саябыҙ. Артабан кәрәкле аҙыҡ бешерергә мөмкин.
  2. Таҙартылған һәм ваҡланған йәшелсәне 20 минутҡа һыуҙа тотабыҙ, шунан һыуҙы түгәбеҙ. Был ысулдан һуң, тормала әсеһе ҡала, әммә киҫкен тәме (горечь) бөтә.
  3. Салаттар өсөн был йәшелсәне ваҡланған кишер менән бутарға мөмкин. Кишерҙең татлылығы торманың әселеген кәметә.
  4. Ентекле итеп таҙартылған тамыр аҙыҡты ҡырғыс аша үткәреп, 3 минутҡа эҫе һыуҙа ҡалдырырға. Артабан, һыуын түгеп, тормаға лимон һутын һығырға була.
  5. Ҡырғыс аша үткәрелгән тормаға боҙ киҫәктәре менән һыуыҡ һыу ҡойоп, 20 минут тоторға. Шунан, йәшелсәне һығып, артабан кәрәкле аҙыҡ өсөн ҡулланырға мөмкин.

Тәмле һәм файҙалы ризыҡтар бешерегеҙ, һау булығыҙ!

 

Сумая Тлисова

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...