Файҙалы һабаҡтар

Файҙалы һабаҡтар

Һеҙ кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр һабаҡтарының файҙалы икәнен белә инегеҙме?

 

Цистит булғанда, 0,5 л һыуҙа бер тотам кишер һабаҡтарын ун минут ҡайнатырға, һыуынғас, һөҙөп алырға һәм тигеҙ порцияларға бүлеп, ашар алдынан, көнөнә 3-4 тапҡыр эсергә кәрәк.

Шулай уҡ, бер стакан тигеҙ күләмдә туралған кишер һабаҡтарын һәм петрушка япраҡтарын 0,5 л ҡайнаған һыуға һалып төнәтергә, көнөнә өс тапҡыр, ашағанға тиклем 30 минут ҡала, ярты стакан эсергә мөмкин.

Һәр кис, йылы ваннанан һуң, эсегеҙгә, ҡуйы итеп кишер һабаҡтары ҡайнатылған төнәтмәгә мансып, боҫлама (компресс) ҡуйһағыҙ, бөйөрҙәге, бәүел ҡыуығындағы ҡомдан һәм таштарҙан ҡотолорһоғоҙ. Боҫламаны иртәнгә тиклем тоторға кәрәк. Полиартрит булғанда, боҫламаны ауыртҡан урынға һалалар. Дауаланыу оҙайлы, әммә һөҙөмтәле.

Сөгөлдөр япрағында аскорбин, фолий кислоталары, В1, В2, Р, РР, калий, кальций, магний, йод, тимер күп, ә С витамины тамырына ҡарағанда ла күберәк. Диабет, йөрәк-ҡан тамырҙары, ҡалҡан биҙе сирҙәре, аҙ ҡанлылыҡ (анемия) менән яфаланыусыларға даими ҡулланырға тәҡдим ителә. Баш, күҙҙәр ауыртҡанда, сөгөлдөр япрағын маңлайға бәйләп ҡуйыу ҙа хәлде еңелләштерә. Һипкелдәрҙе, биттәге таптарҙы сөгөлдөр һутын ҡулланып ағартырға була. Эс ҡатҡан ваҡытта, сөгөлдөр япраҡтарын 2-3 минут талғын утта ҡайнатып, көнөнә бер нисә тапҡыр эсергә мөмкин.

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...