Һөйәк һурпаһы

Һөйәк һурпаһы

Һөйәк һурпаһы

Әгәр һеҙ һаулығығыҙҙы ҡайғыртһағыҙ, һеҙгә мотлаҡ һөйәк һурпаһы тураһында белергә кәрәк.

Элек-электән үк төрлө заман кешеләре хайуандарҙың, ҡоштарҙың, балыҡтарҙың һөйәктәренән бешерелгән һурпаны дауа урынына ҡулланғандар. Моғайын, һеҙгә лә бала саҡта ауырығанда өләсәйҙәрегеҙ һурпа эсергәндер. Әлбиттә, был бушҡа түгел. Әбүғәлисинә, һөйәк һурпаһын күп кенә ауырыуҙарҙан яҡшы дарыу, тип һанаған.

Шуға күрә баш, тояҡ һурпаһынан тик ҡойҡа (холодец) ғына килеп сыға, тип уйламағыҙ. Ул дөрөҫ туҡланыуҙың бер нигеҙе булып тора. Бөгөнгө мәҡәләлә беҙ уны дөрөҫ бешереү серҙәренә төшөнөрбөҙ. Хәҙерге ғалимдарҙың тикшереүҙәре буйынса, иң файҙалы һурпа – ул ите әҙ генә булған һөйәктән яй утта әкрен генә бешерелгәне, тип иҫәпләнә. Һөйәктә күп төрлө витаминдар һәм минералдар (селен, А витамины, калий, кальций, марганец, магний, фосфор) бар. Улар яйлап бешкәндә ҡуйы шыйыҡсаға әйләнә. Сәс ҡалын булһын, биттәрҙе йыйырсыҡтар ҡапламаһын өсөн һау быуындарҙа коллаген тигән матдә етерлек булырға тейеш.

Ул һөйәк һурпаһындағы желатиндан барлыҡҡа килә. Шулай уҡ ундағы төрлө аминокислоталар ашҡаҙанға ла яҡшы тәъҫир итә, аш һеңдереүҙе шәбәйтә. Һөйәк һурпаһында йәнә глицин бар. Ул мейенең эшмәкәрлегенә һәйбәт йоғонто яһай, йоҡоно нормаға килтерә. Иң мөһиме, һурпала хондроитин, глюкозамин, гиалурон кислотаһы бар. Улар быуындарҙы тергеҙә һәм һыҙлауын кәметә. Һуңғы тикшереүҙәрҙә, 150-200 гр. һөйәкле бульон иммунитетты нығыта һәм төрлө инфекцияларҙан һаҡлай, тип яҙылған. Кемдәр ябығырға теләй, улар өсөн дә был һурпа бик файҙалы аҙыҡ, сөнки уның составындағы аҡһым оҙаҡ ҡына асыҡтырмай.

Һөйәк һайлау буйынса ете кәңәш

1. Төрлө хайуандарҙың һөйәктәренән бешерелгән һурпа күпкә туҡлыҡлы.

2. Әгәр ҙә мөмкинлек булһа, һурпа өсөн көтөүҙә үҫтерелгән хайуандың һөйәктәрен һайларға тырышығыҙ.

3. Тәмле еҫле һурпа өсөн һөйәктәрҙе духовкала 170 градуста 40 минут ҡурырға кәрәк.

4 Һурпа бешкән саҡта, майын ташламағыҙ, сөнки улар менән бергә аҡһым да юғала.

5 Һөйәктәр кимерсәктәре һәм быуындары менән бергә бешһен, шул саҡта ғына һурпа бик яҡшы ҡуйырыр һәм ҡатыр.

6. Һөйәкле һурпаны тандыр ғына (яй утта) бешерергә кәрәк. Шәп һәм талғын утта коллаген тарҡала.

7. Балыҡ һөйәктәрен һигеҙ сәғәттән дә артыҡ бешерергә кәрәкмәй.

Шифалы һурпа рецебы

Ингредиенттар: 1,5 кг һарыҡ йәки һыйыр итенең һөйәктәре (елек майы булған һөйәктәр, быуындар), 2 тауыҡ тәпәйе (таҙартылған), 4 литр һыу, 1 һуған, 1 кишер, 1 сельдерей (йәки уның урынына тағы бер кишер мөмкин), 2 аш ҡалағы алма һеркәһе, 2 балғалаҡ гималай тоҙо йәки диңгеҙ тоҙо, еҫле борос, лавр япрағы.

Бешереү:

1. Һөйәктәрҙе бер сәғәткә һыуыҡ һыуҙа тотабыҙ. Шунан уларҙы сайып, кәстрүлгә һалабыҙ, өҫтөнә тағы ла һыуыҡ һыу ҡойоп, 2 аш ҡалағы алма һеркәһе өҫтәп, тағы ла бер сәғәткә ҡалдырабыҙ. Алма һеркәһен йәки лимон һутын ҡушыу бик мөһим. Сөнки улар ярҙамында һөйәктәрҙән файҙалы матдәләр бүленеп сыға.

2. Шунан һуң кәстрүлде шәп утҡа ҡуйып, ҡайнатып сығарабыҙ. Өҫтөндәге шекәрәһен (пенка) һөҙөп алабыҙ ҙа, әкрен генә утта 8 сәғәттән алып 36 сәғәткә тиклем бешерәбеҙ.

3. Һурпаға шулай уҡ һуған, кишер, сельдерей өҫтәп һалығыҙ. Һурпа әҙер булыуына 20 минут ҡалғас, еҫле борос, лавр япрағы, тоҙ ҡушығыҙ.

4. Һурпа бешкәс, һөҙөргә кәрәк. Алдан әҙерләнгән махсус һауыттарға өлөшләп ҡойоп, туңдырырға ла мөмкин. Көн һайын бер кружка эсергә тырышығыҙ. Бешкән йомортҡа, йәшел укроп, петрушка ҡушырға мөмкин. Ул саҡта бигерәк тә туҡлыҡлы аш килеп сығасаҡ.

СУМАЯ ТЛИСОВА

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...