Коронавируcҡа ҡаршы дарыу үләндәре

Коронавируcҡа ҡаршы дарыу үләндәре

Коронавируcҡа ҡаршы дарыу үләндәре

“Алтын” беҙҙең аяҡ аҫтында. Тирә-яғыбыҙҙа меңләгән төр файҙалы үҫемлектәр үҫә. Ҡайһы берҙәрен беҙ тик хайуандарға аҙыҡ өсөн генә ҡулланабыҙ, уларҙың файҙалы сифаттарын белеп тә бөтмәйбеҙ.

Үләндәрҙең күбеһе халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Хәҙерге ваҡытта бигерәк тә вирустарға ҡаршы көрәшә торған үләндәр популяр. Үләндәр менән шифалаусы табиб Хөмәйд Думалаев беҙҙең баҫмаға еңел һәм шул уҡ ваҡытта файҙалы рецептарын тәҡдим итте. Астрагал (дөйә һеңере) үләненән эшләнгән төнәтмә.

2 аш ҡалағы үләнгә 200 мл ҡайнар һыу ҡоябыҙ. 2-3 сәғәт төнәтәбеҙ. Иртәле-кисле эсәбеҙ. Астрагал, мәтрүшкә, шалфей үләндәренән вирусҡа ҡаршы бик файҙалы төнәтмә. Һәр үләнде 2-шәр аш ҡалағы итеп һауытҡа һалабыҙ ҙа өҫтөнә 600 мл ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Ике сәғәт төнәтәбеҙ. Иртән һәм кисен 150-200 мл эсәбеҙ. Татлы тамырҙы (солодка) ваҡлап, 1 аш ҡалағына 1 стакан һыу ҡойоп, утта 10 минут ҡайнатабыҙ. Шунан ярты сәғәт буйы төнәтәбеҙ. көнөнә ике тапҡыр ашар алдынан ике сәғәт алда 100-150 мл эсәбеҙ.

Был рецептарҙағы үләндәрҙе тәбиғәттә лә табыуы еңел. Иң мөһиме, уларҙы ҡулланғанда, кәрәкле миҡдарҙа төнәтмә эшләп, тейешенсә дозаны эсеү. 15-30 көн дауамында эсергә кәрәк. Вирустарға ҡаршы иң көслө аҙыҡ булып һуған менән һарымһаҡ һанала. Уларҙағы сераорганик берләшмәләр вирустарҙың күҙәнәктәргә үтеүенә ҡаршы тәъҫир итәләр. Һуған шулай уҡ ҡанды шыйығайта. Уларҙы сей килеш ашау яҡшыраҡ. Һуған менән һурпа үҙара бик яҡшы тап килә. Һуғанды ваҡ итеп турарға ла, уға эҫе һурпа ҡойоп, бер минутҡа ҡалдырабыҙ. Һуғандың әсеһе бөтөр. Иртәнсәк ас ҡарынға шул һурпаны эсәбеҙ. Артабан ике сәғәт буйы ашамайбыҙ. Кисен 4-6 тырнаҡ һарымһаҡты һурпаға ҡушып сәйнәргә кәрәк.

2-4 аш ҡалағы һары майҙы иртәле-кисле юғарыла әйтелгән төнәтмәләр менән бергә ҡушып эсергә. Ауырыған саҡта тик эҫе аҙыҡ ашарға тырышығыҙ. Иртән һәм кисен эҫе һурпа мотлаҡ. Дауахананан сыҡҡандарға иртән һәм кисен ике стакан артыш йәки бер стакан бәпембә төнәтмәһен эсергә кәрәк. Был төнәтмәләргә 1 бал ҡалағы ваҡланған имбир ҡушырға мөмкин. Һаулыҡты нығытыу маҡсатынан көн һайын 1 балғалаҡ ҡара тмин менән бал ашау файҙалы буласаҡ. Профилактика өсөн 15, 21, 40 көн тирәһе ҡулланырға була.

Ғөмүмән, вирус әсе мөхиттә үлә. Әгәр 75%-лы һеркәне 1:1 һыу менән болғағанда, 35% һеркә иретмәһе килеп сығасаҡ. Уның менән ҡулды сайҡатырға була, бөтөн тирә-яҡҡа һөртөргә була. Шулай уҡ хлор, спирт тәшкил иткән барлыҡ шыйыҡсалар вирусты яҡшы үлтерә, 72% кер һабыны ла вирусҡа көслө тәъҫир итә.

РОБЕРТ ҠОРБАНОВ

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...