Дүшәмбе һәм кесаҙна ураҙалары тураһында

Дүшәмбе һәм кесаҙна ураҙалары тураһында

Әбү Һурайра әйтеүенсә, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ дүшәмбе һәм кесаҙна көндәре ураҙа тотҡан. Бының сәбәбен һорағас, Аллаһ Илсеһе ﷺ, дүшәмбе һәм кесаҙна көндәрендә Ғаләмдәр Хужаһына бәндәләрҙең ғәмәлдәре еткерелә, бер-береһенә үпкә йөрөткән кешеләрҙән башҡаларының гонаһтары кисерелә, тигән.

 

2018 йылда Көньяҡ Австралия университетында аҙнаға ике тапҡыр ураҙа тотоуҙың файҙаһы тураһында мәҡәлә донья күрә. Ғәҙәти ашау режимы һаҡланғанда, бындай ураҙаның хроник ауырыуҙарҙы дауалағандағы файҙаһы иҫбатлана. Был ябай ысул бигерәк тә күп ваҡыт үлем осрағына килтереүсе йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән һөҙөмтәле.

2014 йылда уҡ шул уҡ университет докторы Мосли, аҙнаға ике тапҡыр ураҙа тотоу, шәкәр диабетын, күкрәк яман шешен дауалағанда, революцион һөҙөмтә бирә, тип яҙа. 2017 йылда Америка университетының медицина журналында ике көнлөк ураҙаның һимереүҙе, инсультты, инфарктты иҫкәртеүсе эффектив сара икәне тураһында мәҡәлә баҫыла.

2017 йылдың 5 ноябрендә Гарвард университеты фәнни журналы, ураҙанан башҡа көндәрҙә ғәҙәти ашау режимын һаҡлаған хәлдә, ике көнлөк ураҙаның тимус биҙе (вилочковая железа) ауырыуын дауалауҙағы файҙаһы тураһында мәғлүмәт еткерә.

Манчестерҙа Дженсис онкоүҙәк менән берлектә 1000 ауырыу кеше ҡатнашлығында тикшереүҙәр үткәрелә. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, аҙнаһына ике көн ураҙа тотоуҙы онкологияны иҫкәртеүҙә генә түгел, ә дауалау осрағында ла ҡулланырға мөмкин, тигән һығымта яһала.

Бөгөн күп билдәле фән ойошмалары иҫбат иткәнде ун дүртенсе быуатта уҡ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтеп ҡалдырған, һәм дүшәмбе, кесаҙна нәфел ураҙалары мосолмандар өсөн сөннәт ғәмәл булып ҡала.

 

(Ислам календарынан)

 

 

Гөлзәминә Кәримова әҙерләне

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...