Файҙалы һәм зарарлы аҙыҡтар

Файҙалы һәм зарарлы аҙыҡтар

Файҙалы һәм зарарлы аҙыҡтар

Донъя кимәлендә билдәле табип Гиппократ: «Һин миңә нимә ашағаныңды әйт, мин һиңә сиреңде әйтермен», – тигән. Әгәр кеше дөрөҫ туҡланһа, ашаған аҙығы – дарыу, ситкә тайпылһа, төрлө ауырыуҙарға дусар буласаҡ.

 

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ауырыуҙар-ҙың сәбәбе итеп өс факторҙы билдәлгән: һыуыҡ алдырыу, физик һәм психологик арыу, дөрөҫ ризыҡланмау.

Бөгөн беҙ аҙым һайын тип әйтерлек тиҙ туҡланыу урындарында, кафе, ашханаларҙа, ресторандарҙа кешеләрҙе күпләп күрәбеҙ. Магазин кәштәләре пакет- пакет аҙыҡтар менән туп- тулы. Көндән- көн генә түгел, айҙар, йылдар буйы ошолай туҡланыу кисектергеһеҙ һөҙөмтәләргә килтереүе мөмкин. Статистика мәғлүмәттәре буйынса донъяла йөрәк, ҡан тамырҙары, яман шеш ауырыуҙары арта, ә үлем осраҡтарында күп ваҡыт инфекция түгел, ә ашау режимының боҙолоуы сәбәпсе.

«Ашағанда ашҡаҙанығыҙҙы шартлы рәүештә өскә бүлегеҙ. Бер өлөшөнә аҙыҡ, икенсе өлөшөнә һыу, өсөнсө өлөшөн һауа өсөн ҡалдырығыҙ», – тигән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ (Әт- Тирмиҙи).

Кешенең ашҡаҙаны уртаса 600 мл. Беҙ бер ултырып ашағанда ашҡаҙаныбыҙҙың өстән ике өлөшөн аҙыҡ һәм эсемлек менән тултырһаҡ (400 мл) – иң яҡшыһы. Ризыҡ ҡабул итеү араһындағы арауыҡ − алтынан һигеҙ сәғәткә тиклем. Асығыу һиҙелгәс, ашарға була. Аппетит асылған һайын ашау дөрөҫ түгел.

Ризыҡланыу әҙәбендә Аллаһ ҡушҡандарын үтәү һәм Пәйғәм- бәребеҙ ﷺ сөннәтен тотоу зарур. «Ашағыҙ, эсегеҙ, әммә исраф ҡылмағыҙ, Аллаһ исраф итеүселәрҙе һөймәй», тиелә Ҡөрьән Кәримдә (әл- Әғраф сүрәһе, 31- се аят). Ғалимдар фекеренсә, был аят Пәйғәмбәребеҙ ﷺ медицинаһын тулыһынса үҙ эсенә алған һәм бөгөнгәсә һаулыҡты һаҡлау һәм ауырыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса иң яҡшы рецепт һанала. Тағы ла бер хәҙистә: «Ашҡаҙан – ауырыуҙар бүлмәһе», тиелә. Саманан тыш туҡтауһыҙ, төрлө аҙыҡты бутап күп ашау ашҡаҙандың эшмәкәрлегенә кире йоғонто яһай, сирҙе, ә сир үлемде яҡынайта.

Дөрөҫ туҡланған ваҡытта организм етерлек кимәлдә майҙар, аҡһым, углеводтар, витаминдар, микроэлементтар, минералдар, аминокислоталар менән тәьмин ителә.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ медицинаһы буйынса аҙыҡ тәбиғи шарттарҙа өлгөрөп, миҙгелендә ҡулланылырға тейеш. Тәбиғи халәтенә торошло яҙ көнө – һалҡын һәм ҡоро, йәй – һалҡын һәм дымлы, көҙ – ҡайнар һәм дымлы, ҡыш ҡайнар һәм ҡоро аҙыҡтар файҙалы.

Ҡайнар һәм ҡоро аҙыҡтар: дөгө, кунжут, етен, грек сәтләүеге, әсе миндаль, дөйә һөтө, тотолған тоҙло сыр, йылҡы ите, ҡуян ите, тоҙло балыҡ, һарымһаҡ, ҡара шалҡан, ҡыҙыл, ҡара борос, имбирь, ҡыст әл- хинди, алоэ, бөтнөк, тоҙ, ҡәнәфер, инжир, баклажан, бал, бал ҡорттары һеркәһе, ҡорт елеме ( прополис), ҡәһүә.

Ҡайнар һәм дымлы: бойҙай, нут борсағы, татлы миндаль, кедр сәтләүеге, яңы һауылған һөт, аҡ май, һары май, һарыҡ, тауыҡ, өйрәк иттәре, йомортҡа һарыһы шәкәр, виноград, йөҙөм, финик, банан, гранат, зәйтүн майы, һуған, кишер, алма.

Һалҡын һәм ҡоро: арпа, кукуруз, яҫмыҡ (чечевица), фасоль, ҡара борсаҡ, әсегән һөт, кәзә һөтө, һыйыр ите, аш һеркәһе ( уксус).

Һалҡын һәм дымлы: һыу, ыуыҙ, яңы эшләнгән сыр, эремсек, балыҡ, йомортҡа ағы, шафталы (персик), өрөк, ҡарбуҙ, ҡауын, ҡабаҡ, быуын сәскә (цикорий), армыт (груша), ҡыяр.

Нисек кенә экологик яҡтан таҙа тип һаналмаһын, теплица шарттарында етештерелгән емеш- еләк, йәшелсә етерлек кимәлдә микроэлементтар туплай алмай. Етлекмәгән, ваҡытынан алда йыйылған емештәрҙә токсиндар күп. Был үҙ сиратында диарея, эс ҡатыу, ҡоҫоу, эстә газ йыйылыу, хатта еңелсә ағыуланыу осраҡтарына килтерә.

Һыу – эсемлектәр батшаһы. Уны ашар алдынан бер, йәки ашағандан һуң бер сәғәт үткәс, бәләкәй йотомдар менән ултырып эсергә кәрәк. Эсеүҙә лә, ашағандағы кеүек сама белеү мотлаҡ. Һыуҙың сифатлы булыуы ла бик мөһим.

 

Хәбиб Магомедовтың «Пәйғәмбәр медицинаһы» китабынан Гөлзәминә Кәримова әҙерләне

 

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Берҙәмлектә – көс!

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсетендә ошо төбәктә «Әс-Сәләм» гәзитен яҙҙырып таратыусы ике тиҫтәгә яҡын иң әүҙем ҡәрҙәштәребеҙгә рәхмәт хаттары тапшырылды.   Билдәле дин ғалимы Абдулла Ахалов, Үҙәк «Әс-Сәләм» гәзитенең Башҡортостандағы вәкиле Шамил Әлиев һәм Зәйнулла...


«Тура юлға күндер, эй Раббым!..»

Яҙҙың иң матур бер ҡояшлы көнөндә Башҡортостаныбыҙҙың үҙәгендә урынлашҡан Сәйетбаба ауылына юлға сыҡтыҡ. Юлдаштарым менән һүҙебеҙ берегеп, көндөң, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, ауылға барып еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ.   Ауылға кергәс тә һул яҡта урынлашҡан Әбйәлил ишан Ҡанһөйәр улының...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ғәрәфәт көнөндә әйтелә торған доға Аллаһ Илсеһенең ﷺ былай тип әйткәне риүәйәт ителә: «Доғаларҙың иң яҡшыһы – Ғәрәфәт көнөндәгеһе. Мин, йәнә минән алда үткән пәйғәмбәрҙәр әйткән һүҙҙәрҙең иң яҡшыһы: «Ләә иләәһә илләл-лааһу үәхдәһүү ләә шәриикә ләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә...


Хиджама – онотолоп барған сөннәт

«Хиджама» һүҙе ғәрәп телендәге «әл-хаджм» тамырынан килеп сыҡҡан, ул «һеңдереү», «һурып алыу» кеүек мәғәнәгә эйә. «Әл-хиджама» иһә “ҡан сығарыу”ҙы аңлатҡан төшөнсә. Халыҡ медицинаһындағы был ысул элек-электән бик күп...


Сабир хәҙрәт

Ғафури районы Сәйетбаба урта мәктәбенең йөҙ йыллыҡ юбилейы сараларын уҙғарғанда, ауылда, был мәктәптең башланғысы булып, 1906 йылда асылған мәҙрәсәнең дә тарихы һәм уны ойоштороусы Мөхәммәтсабир Халиковтың эшмәкәрлеге тураһында мәктәп етәкселәре хөрмәтләп иҫкә...