ХУШАФ – ФИНИКЛЫ ҺӨТ

ХУШАФ – ФИНИКЛЫ ҺӨТ

Хушаф – бик туҡлыҡлы, файҙалы эсемлек. Ғәрәп илдәрендә ул бик билдәле, уны яраталар һәм йыш эшләйҙәр. Хушафты иртән эсеү организмға айырыуса яҡшы тәьҫир итә, тәнгә хәл индерә, көс бирә.

Был эсемлектең рецебы бик еңел. 1 литр һөткә 25-30 финик һәм бер семтем тоҙ кәрәк буласаҡ. Ҡайһы саҡта ваниль йәки шәкәр ҡушырға ла тәҡдим итәләр. Әммә финик былай ҙа шәкәрле, шуға, шәкәр кәрәкмәй, тип уйлайым. Финиктарҙы йыуырға, тостарын алырға кәрәк. Әгәр һеҙгә оҡшаһа, финиктарҙы ваҡлап турарға була. Шунан өҫтөнә һөт ҡойоп, утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, утты кәметәбеҙ ҙә 6-7 минут ҡайнатабыҙ. Утты һүндереп, эсемлекте һыуытырға ҡуябыҙ. Бүлмә температураһына тиклем һыуынғас, блендер аша үткәрәбеҙ.

Артабан эсемлекте һыуытҡысҡа ҡуйырға мөмкин йәки йылы көйөнсә эсергә була. Һыуытҡыста 2-3 сәғәттән алып 4-6 сәғәткә тиклем ҡалдырырға мөмкин. Ул ваҡытта уның тәме туңдырманыҡына оҡшаясаҡ. Һәм оҙаҡ торған һайын финиктарҙың тәме нығыраҡ сығасаҡ. Ошо ике аҙыҡтың файҙалы булыуы тураһында изге Ҡөрьәндә лә, хәҙистәрҙә лә әйтелә. Һөт − витаминдар сығанағы. Унда фосфор, Д витамины, магний, кальций бар. Кешегә кәрәкле бар аминокислоталар булыуы билдәле. Ибне Ғәббәс әйткәнсә: “Бөтөн эсемлектәр араһынан Рәсүлебеҙ e һөттө ярата торғайны” (Әбү Нуайм)

Финикка килгәндә, ул тәнгә көс биреүсе, төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлаусы ғәжәйеп емеш. Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙ e финикты йөрәк ауырыуҙарынан ашарға тәҡдим иткән. Сөнки унда калий күп. Хәҙерге ғалимдар фекеренсә, бер финик менән бер стакан һөт организмды көндәлек туҡлыҡлы матдәләр менән тәьмин итә икән. Был файҙалы эсемлекте һеҙ ҙә эшләп, тәмләп ҡарағыҙ. Ҡышын ул йылытыр, йәйен һыуытыр. Әммә иң мөһиме, ул − тәнгә бик файҙалы һәм һаулыҡты нығытыусы эсемлек.

ЛӘЙСӘН БӘХТИЕВА ӘҘЕРЛӘНЕ

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...