Пародонтоздан дауа

Пародонтоздан дауа

Һүҙ киҫкен пародонтозды дауалау тураһында. Ҡайсаҡ, ниндәйҙер аңлашылмаған сәбәптәр арҡаһында, теш ҡаҙнаһы ҡанай, һәм тештәрҙең тамырҙары көсһөҙләнеп китә, ауырта һәм күпмелер ваҡыттан һуң улар төшә лә башлай. Был ауырыу нәҫелдән килә һәм һуңғы арала уның йәшәреүе күҙәтелә. Ауырыуҙың төп сәбәбе – организмда минералдарҙың етешмәүе.

 

Дауаланыу маҡсатында Үле диңгеҙҙең батҡағын (грязь Мертвого моря) ҡулланырға була. Дарыуханаларҙан бер ниндәй химик ҡушымтаһы булмаған балсыҡты табырға мөмкин. Балсыҡ менән ипләп кенә ҡаҙналарҙы эшкәртергә кәрәк. Ун көнләп ваҡыт үткәс, һиҙелерлек һөҙөмтә күҙәтелер. Тештәр нығынып ҡалыр.

Иртәле-кисле тештәрҙе ошо балсыҡ менән йыйыуҙы ҡағиҙә итеп алығыҙ, тештәрҙең араларында ҡыҫылып ҡалған аҙыҡты ла таҙартырға онотмағыҙ. Төнгөлөккә тештәргә апликациялар ҡуйырға мөмкин. Ауыҙ ҡыуышлығында минераль һәм тоҙло фон һаҡланасаҡ.

Балсыҡ иретелгән һыу менән ауыҙҙы сайҡаһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ. Теш араһына инеп ҡалған ваҡ балсыҡ киҫәксәләренең бер зыяны ла юҡ, ҡурҡырға кәрәкмәй.

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...