Беренсе ямғырға тиклем...

Беренсе ямғырға тиклем...

Беренсе ямғырға тиклем...

Әминә менән Фатима әхирәттәр. Улар мәктәпкә гел бергә йөрөй. Йә Әминә Фатима артынан инә, йә Фатима − әхирәте артынан. Бер ваҡыт улар мәктәпҡә барырға сыҡҡас, ҡапыл көслө ямғыр башланды. Әминәнең өҫтөндә − плащ, ә Фатима − күлдәксән генә. Ҡыҙҙар йүгерә башланы.

− Плащыңды сис, икәүләп ябынайыҡ, − тип ҡысҡырҙы Фатима, йүгергән ыңғай.

− Юҡ, сисмәйем, еүешләнгем килмәй,

− тине Әминә, көләпәрәһен (капюшонын) төҙәткеләп. Класҡа ингәс, уҡытыусы аптырап:

− Икәү бергә килдегеҙ, Әминәнең күлдәге ҡоп-ҡоро, Фатиманыҡы − еүеш. Был нисек була инде? − тип һораны.

− Әминәнең өҫтөндә плащ ине, ә мин − күлдәктә генә, − тине Фатима. − Һеҙ икәүләп бер плащ аҫтында килә ала инегеҙ,− тине уҡытыусы, һәм, Әминәгә ҡарап, башын сайҡаны.

− Күрәһең, һеҙҙең дуҫлыҡ беренсе ямғырға тиклем генә...

Ҡыҙҙарҙың икеһе лә оялыуҙан ҡыпҡыҙыл булды: Әминә үҙе өсөн, Фатима

− Әминә өсөн. Әминә шунда ғына үҙенең йәмһеҙ ҡыланғанын аңланы.

Валентина Осееваның “Тәүге ямғырға тиклем” хикәйәһе буйынса

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...