Йән дуҫтар

Йән дуҫтар

Күп ҡатлы йорттар янында балаларҙың шат тауыштары ишетелә. Бер яҡ ситтәрәк ике ҡыҙҙың, ниндәйҙер мөһим мәсьәләне хәл иткән кеүек, ҡыҙыу бәхәсләшкәне күренә.

– Был осраҡта һин дөрөҫ эшләмәнең, Сафия! – тине Әминә. – мин һинең менән һис тә килешмәйем!

– Ә мин үҙемде ғәйепле, тип иҫәпләмәйем, – тине икенсеһе. Бер-береһен еңә алмайынса, ҡыҙҙар өйҙәренә ҡайтып киттеләр. Ҡыҙҙың кәйефе юҡлығын күреп, әсәһе Сафиянан һорай һалды:

– Ни булды, Сафия, бер ҙә кәйефең юҡ? Сафия Әминә менән булған хәлде әсәһенә һөйләп бирҙе. Баҡһаң, әхирәте Әминәне оҡшамаған ҡылығы өсөн тәнҡитләгән икән, ә ул ҡабул итмәгән. Әсәһе ҡыҙын тыңлаған да уға һорау биргән.

– Уйлап ҡара әле, ҡыҙым, һин был осраҡта дөрөҫ эшләнеңме икән?

Әминә бер аҙ уйға ҡалды : әхирәте менән булған бәхәсте тағы бер тапҡыр күҙ алдынан үткәрҙе. – Ысынлап та, ул саҡта мин үҙемде хаҡлымындыр, тип уйлаһам да, хәҙер аңланым хатамды, – тип ғәйепле ҡиәфәт менән әсәһенең янына килде.

– Үҙ хатаңды таный белеү – матур сифат. Тимәк, дуҫың һиңә ғәҙем баһа биреп, яҡшы яҡҡа яҡҡа үҙгәртергә теләй икән, ул ысын дуҫ, – тине әсәһе. Сафия шатланып китте. Әсәһенең фәһемле һүҙҙәренән барыһын да аңланы. – Рәхмәт, әсәкәйем! Тимәк, Әминә минең иң яҡын дуҫым, Унан барып ғәфү үтенергә кәрәк, – тине лә Әминәләргә ашыҡты. Әминә биҡ аҡыллы ҡыҙ шул: әхирәтен шунда уҡ ғәфү итте. Ошо минуттан алып Сафия менән Әминә айырылмаҫ дуҫтар булып ҡалдылар. Сафия аҡыллы әхирәтенең кәңәштәренә һәр саҡ ҡолаҡ һалды. Үҙенең шундай дуҫы булыуына эстән генә һөйөндө.

РӘЙСӘ ЯҠУПОВА ТӘРЖЕМӘҺЕ

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...